Иң мөһиме - ғаилә бәхете 16-05-2017, 15:46 / ---

Иң мөһиме - ғаилә бәхете

Ғаилә. Ошо ябай ғына һүҙҙә оло төшөнсә ята. Яҡтылыҡ та, яҡшылыҡ та, наҙлылыҡ та, йәшәү мәғәнәһе лә һыйған был һүҙгә. Тап ошо һүҙ донъялағы бер- береһен ишетеп тә, күреп тә белмәгән кешеләрҙе осраштыра, берләштерә, мөхәббәт ептәре менән бәйләй. Халҡыбыҙ юҡҡа ғына "Ғаиләм - ҡәлғәм” тип әйтмәгән, сөнки ғаиләләребеҙ имен, ныҡлы, рухлы, көслө һәм күсле икән, дәүләтебеҙ ҙә имен, ҡеүәтле, яҡты яҙмышлы буласаҡ. Ғаиләлә ир менән ҡатын бер үк маҡсат, бер үк уй-ниәттәр менән йәшәгәндә генә донъя алға бара. Бөгөн беҙ һеҙҙе икеһе лә иң шәфҡәтле һәм кәрәкле һөнәрҙе һайлаған йәш ғаилә башлыҡтары - Лилиә...
Инйәрҙәр был юлы ла еңде 16-05-2017, 15:44 / ---

Инйәрҙәр был юлы ла еңде

Халҡыбыҙ батырҙарын бер ваҡытта ла онотмай, уларҙың исемен мәңгеләштереү ѳсѳн тѳрлѳ саралар күрә. Инде 27-се йыл рәттән Шығай ауылында Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов иҫтәлегенә арналған эстафета үтеүе ошо хаҡта һѳйләй. Был юлы ла эстафета башланыр алдынан Шығай ауыл хакимиәте бинаһы янында Еңеү кѳнѳнә арналған тантаналы сара үтте. Унда Бѳйѳк Ватан һуғышы яугирҙарын иҫкә алдылар. Муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, Шығай ауыл хакимиәте башлығы Хәлим Ғәлиастанов, ауыл хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе Фәтих Мѳхәмәтдинов, Белорет ҡалаһы, Белорет,...
Йәш янғын һүндереүселәр ярышты 16-05-2017, 15:43 / ---

Йәш янғын һүндереүселәр ярышты

Сираттағы уҡыу йылы ла аҙағына яҡынлаша. Уҡыусылар имтихандарға әҙерләнеп, аң- белемдәрен тикшереү менән бер рәттән, үҙҙәренең физик әҙерлеген дә һынай, конкурстарҙа, слеттарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнаша. Ҡаланың “Металлург” стадионында ҡала-район мәктәптәре араһында үткән “Янғын дозоры” янғын-ҡулланма спорты буйынса төбәк ярышында уҡыусылар үҙҙәрен йәш янғын һүндереүселәр булараҡ һынаны. Подполковник Дмитрий Недошивин иҫтәлегенә һәм Рәсәй Граждандар оборонаһының 80 йыллығына арналған спорт сараһында район-ҡала һәм Учалы районы Ахун мәктәбенән 15 команда ҡатнашты. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен...
Йомшаk kуллы шәфkәт туташы 16-05-2017, 15:42 / ---

Йомшаk kуллы шәфkәт туташы

Кеше эшен яратып башҡарһа, үҙе лә һәм уның хеҙмәте менән файҙаланғандар ҙа тик ҡәнәғәтлек ала. Бала табыу йорто шәфҡәт туташы Ольга Олеговна ШАКИРОВА-КУБЫШЕВА ла һѳнәри бурысын яратып башҡара һәм дауаланыусылар ҙа уның эшенән риза. Ул Межгорье ҡалаһында урта мәктәпте тамамлағас, Белорет медицина колледжына шәфҡәт туташы һѳнәренә уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш белгес 2008 йылда хеҙмәт юлын психоневрология диспансерында башлай. Ѳс айҙан һуң Бала табыу йортона күсә һәм процедура медсестраһы булып эшкә урынлаша....
Зыяраттар тәртиптәме? 11-05-2017, 15:37 / ---

Зыяраттар тәртиптәме?

Православие христиандары Радоница дини байрамын билдәләне. Был мәрхүм булған туғандарҙы, яҡындарҙы иҫкә алыу кѳнѳ. Изге кѳндә ҡаланың бѳтә зыяраттарында ла халыҡ күп булды. Ә бѳгѳн зыяраттар ниндәй хәлдә һуң? Уларҙы кемдәр ҡарай, тәртипкә килтерә? Уҡшуҡ зыяратында бѳтә ерҙә тәртип, таҙалыҡ. Зыярат хеҙмәткәрҙәре был кѳндѳ яҡшы ҡаршылау ѳсѳн изге ерҙе ысынлап та еренә еткереп йыйыштырған, тәртип булдырған. Зыяратты тейешле кимәлдә тотҡан хужаһы барлығы әллә ҡайҙан күҙгә салына. Әлегә иң мѳһиме - булған тәртипте һаҡлау, зыярат эсенә сүп-сар ташламау. Тимер юл ауылындағы зыяратта хәлдәр бѳтѳнләй...
Белореттар берҙәм ҡушылды 11-05-2017, 15:36 / ---

Белореттар берҙәм ҡушылды

“Йәшел Рәсәй ”Бөтә Рәсәй экологик өмәһенә ярашлы, меңәрләгән кеше тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартырға, тәртипкә килтерергә сыҡты. Был сараға беҙҙең ҡала һәм район халҡы ла берҙәм ҡушылды....
Һәр мѳрәжәғәт ҡаралырға тейеш 11-05-2017, 15:34 / ---

Һәр мѳрәжәғәт ҡаралырға тейеш

Республика Башлығы Рѳстәм Хәмитовтың: “Беҙ кеше ѳсѳн эшләйбеҙ”, - тигән һүҙҙәрен күп кенә етәкселәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре эштәрендә девиз итеп файҙалана. Был бѳгѳнгѳ заман талабы, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Башҡарма власть органдары ни тиклем халыҡҡа яҡын булһа, кешеләрҙе борсоған проблемаларҙы ла яҡындан беләсәк. Һѳҙѳмтәлә, халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш, граждандарҙың мѳрәжәғәтенә битараф булмау күп проблемаларҙы үҙ мәлендә хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк. Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтының Белорет филиалында ойошторолған “түңәрәк ѳҫтәл”дә лә һѳйләшеү ошо хаҡта барҙы....
Инйәр сәхнәһендә - 11-05-2017, 15:33 / ---

Инйәр сәхнәһендә - "Ай тотолған тѳндә"

Апрелде “Театр яҙы” тип атарға ла булыр ине. Бер айҙа ике премьера ҡуйылыуы ошо хаҡта һѳйләй: ҡала мәҙәниәт һарайындағы Башҡорт халыҡ театры ҡуйған Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһы һәм Инйәр Район мәҙәниәт йортоноң “Елмерҙәк” Халыҡ театры сәхнәләштергән Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” драмаһы онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Миңә, күп йылдар халыҡ театры сәхнәһенән төшмәгән кешегә, ике театрҙың да тамашаларын ҡарау ҡыуанысын кисерергә насип булды. Беренсенән, был Мостай Кәрим әҫәрҙәренең мәңгелек икәнлеген тағы ла бер тапҡыр таныу булһа, икенсенән, йыл һайын, ай һайын, көн һайын...
“Белорет ынйыһы” билдәләнде 11-05-2017, 15:32 / ---

“Белорет ынйыһы” билдәләнде

Ҡаланың «Металлург» кинотеатрындағы ресторанда “Белорет ынйыһы - 2017» конкурсының финал туры үтте. Сағыу сарала рухи, әхлаҡи яҡтан үҫешкән, сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы булған гүзәл заттар матурлыҡта, һомғоллоҡта һәм зирәклектә кѳс һынашты. Конкурсанттар был сарала визит карточкалары, дефиле, ижади номерҙар менән сығыш яһап, үҙҙәре әҙерләгән роликтар күрһәтте. Ҡатнашыусыларға уртаса 33 йәш ине, уларҙың барыһы ла «мисс» исеменә дәғүә итте. Конкурста ҡатнашыусылар заманса матурлыҡ эталонын ғына күрһәтеп ҡалманы, яңы тормош тәжрибәһе тупланы, үҙ көсөнә ышанысын арттырҙы, әүҙем тормош яҡлы...
Чемпиондар тәбрикләнде 11-05-2017, 15:31 / ---

Чемпиондар тәбрикләнде

Йыл һайын район- ҡалабыҙҙағы спортсыларҙың уңыштарын билдәләү, уларҙы наградлау ѳсѳн Чемпиондар балы уҙғарыла. Быйыл был сара ҡаланың 14-се гимназияһында үтте. Тәбрикләү тантанаһында районыбыҙҙың үткән йылда спорт ѳлкәһендәге һѳҙѳмтәләргә йомғаҡ яһалды. Наградлау ѳсѳн юғары уңыштарға ирешкән, яҡшы күрһәткестәргә эйә булған спортсылар, тренерҙар саҡырылды. Сараға спортсылар менән бергә уларҙың остаздары ла килде. Тренерҙарҙың күбеһе спорт ѳлкәһендә бай тәжрибәгә эйә. Мәҫәлән, дзюдо һәм самбо буйынса тренер Рәшит Үлмәҫбаев үҙ эшен инде 30 йылдан ашыу башҡара. Уның тәрбиәләнеүселәре спорт...