Ике балалар майҙансығы урынлаштырҙылар 1-06-2017, 11:36 / ---

Ике балалар майҙансығы урынлаштырҙылар

2007 йылдың 18 октябрендә Рәсәй Президенты В.В. Путин “Рәсәй эшҡыуарлығы кѳнѳ тураһында”ғы 1381-се һанлы Указға ҡул ҡуя. Шулай итеп, 26 май Рәсәй эшҡыуарлығы кѳнѳ билдәләнә. Бѳгѳнгѳ кѳндә илдең иҡтисади үҫешендә, хеҙмәт баҙарында эшҡыуарҙар мѳһим урын тота. Ситкә китмәй, үҙебеҙҙең район-ҡала тормошон байҡағанда ла, эшҡыуарлыҡтың тѳп үҫеш кѳсѳ булып тороуына инанаһың. Муниципаль район хакимиәтендә Рәсәй эшҡыуарлығы кѳнѳнә арналған тантаналы сарала ла һүҙ ошо хаҡта барҙы. Эйе, заман иҡтисадын урта һәм бәләкәй эшҡы- уарлыҡһыҙ күҙ алдына килтереп тә булмай. Ошо турала муниципаль район хакимиәте...
Етәкселәр социаль яуаплылыҡты онотмаһын 1-06-2017, 11:35 / ---

Етәкселәр социаль яуаплылыҡты онотмаһын

Рәсәй Федерацияһы Социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса 6-сы һанлы филиалына Әбйәлил, Бѳрйән, Белорет, Учалы райондары, Белорет, Учалы һәм Межгорье ҡалалары страховкалаусы ойошма-предприятиелары ҡарай. Йыл башына страховкалаусы ойошмалар һаны 3887 иҫәпләнгән, уларҙа 62106 кеше эшләй, шул иҫәптән Белорет районы һәм ҡалаһында 1662 ойошма булһа, уларҙа 25549 кеше эшләй. Былтыр 6-сы һанлы филиалда страховкаланған кешеләр һаны 2839-ға кәмеһә, уның 1514-е беҙҙең район-ҡала халҡына тура килә. Эшселәр һаны “Башинформсвязь” йәмғиәтендә - 318, “Белорет металлургия комбинаты”...
Мәкерле сир битарафтарҙы аулай 1-06-2017, 11:33 / ---

Мәкерле сир битарафтарҙы аулай

Бѳтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы биргән мәғлүмәттәр буйынса, донъяла ВИЧ-инфекцияһы менән ауырығандар һаны 78 млн. кешегә еткән. Был ауырыу теркәлмәгән бер генә ил дә ҡалмаған. Эпидемия ваҡытында рәсәйлеләр араһында 1 114 815, ә Башҡортостанда 25 мең ауырыған кеше теркәлгән. Мәкерле сир арҡаһында 2016 йылда Рәсәйҙә 30 550 кеше үлгән. Ә Башҡортостандағы был күрһәткес, инфекция таралыу дәүеренән алып, 2 023-кә барып баҫа. Ауырыуҙың тәүге тѳп сәбәбе - наркотик ебәреү булһа, икенсе урында - гетеросексуаль енси бәйләнеш тора. Шулай уҡ татуировкалар, тѳрлѳ косметик процедуралар, маникюр, педикюр...
Ил сиге һаҡсыһы - ғорур яңғырай! 1-06-2017, 11:32 / ---

Ил сиге һаҡсыһы - ғорур яңғырай!

Һәр ҡайҙа ла үҙ ауылының йәшәйеше, йәш быуындың киләсәге, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу өсөн борсолған әүҙем кешеләр була. Нәҡ шундайҙар донъяуи мәшәҡәттәрҙән арынып, тирә-яҡты йәнләндереүгә, йәмләүгә, ауылдаштарҙы бер ергә туплауға ҙур өлөш индерә. Ошондай әүҙемдәр арҡаһында рухи ҡиммәттәр һаҡлана, балаларҙа илһөйәрлек тойғолары, тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләнә. Абҙаҡ ауылындайәшәгән Мәжит Зариповты ла һис шикһеҙ ошо исемлеккә индерергә мөмкин. Уҙған йәкшәмбе ул сираттағы, Ил сиге һаҡсылары көнөнә арналған байрам сараһын ойошторҙо. 1918 йылдың 28 майында РСФСР-ҙың сик буйы һағы...