Һалҡын май - йыл уңышҡа бай 2-06-2017, 10:42 / ---

Һалҡын май - йыл уңышҡа бай

Көндәр йонсоу тороуға ҡарамаҫтан, баҫыу-ҡырҙарҙа ҡыҙыу мәл. Беҙҙең районда быйыл сәсеү эштәре 28 апрелдә башланды. Яҙғы сәсеү 3860 гектар майҙанда башҡарылған. Бөртөклө культуралар бөтәһе 1000 гектар ерҙе биләй, шуның 200 гектарын ярауай бойҙай, 100 - арпа һәм 700 гектарын һоло тәшкил итә. «Игенсе» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә сәсеүгә ярашлы төп эштәр тамамланған. Әлеге ваҡытта көҙгөлөккә ерҙе ужым арышы һәм күп йыл- лыҡ үлән сәсеүгә әҙерләү эштәре бара. 28 га һоло, 28 га Ырымбур селекциялы арпаһы, шуларҙың 20 гектары Белорет ҡалаһы фермерҙары кооперацияһы килешеүе буйынса сәселгән. -...
Металлургтар стадионында эштәр гѳрләй 2-06-2017, 10:41 / ---

Металлургтар стадионында эштәр гѳрләй

Ҡаланың Металлургтар стадионында реконструкциялау эштәре башланыуы тураһында гәзитебеҙ битендә яҡтыртҡайныҡ инде. Был маҡсатҡа 150 млн. һум аҡса бүленгәйне. Бѳгѳнгә тиклем бүленгән финанстың яртыһы маҡсатҡа ярашлы тотонолған. Әлеге ваҡытта эштәр бассейн һәм грек-рим кѳрәше залында бара. Бассейндың йылытыу, яҡтыртыу һәм канализация селтәрҙәре алыштырылды, тѳбѳнә яңы махсус плиталар түшәлде. Яңы һыу әҙерләү системаһы барлыҡҡа килде. Әлеге ваҡытта эске тѳҙѳкләндереү эштәре бара, түшәм, иҙәндәр яңыртыла. Был эштәр тамамланғас, яңы йылылыҡ системаһы һәм заманса вентиляция системаһы ҡуйыласаҡ. ...
Үҙҙәре тырышлыҡ һалды 2-06-2017, 10:40 / ---

Үҙҙәре тырышлыҡ һалды

Ҡаланың Карл Маркс урамында урынлашҡан 100-сө йорт алдында ғәҙәти булмаған майҙансыҡ барлыҡҡа килде. Уны ошо йортта йәшәгәндәр өмә ойоштороп, үҙҙәре төҙөнө. Әлбиттә, был инициатива иғтибарһыҙ ҡалманы. Уларға эшҡыуар Олег Челищев менән ошо тирәлә урынлашҡан «Фармленд» дарыуханаһы ярҙамға килде. Барыһы ла кешеләр күпләп йөрөгән ергә йығылырға торған тирәкте бысыуҙан башлана. Ошонда йәшәгән ирҙәр күмәкләп ағасты түмәрҙәргә быса һәм уларҙан ултырғыс, өҫтәлдәр эшләй. Уларҙы балалар тѳрлѳ тѳҫкә буяп сыҡҡас, ял итеү өсөн матур мөйөш барлыҡҡа килә. Ошо өмәне ойоштороп, халыҡты әүҙемләштереп йөрөгән...
Йорттар матурая 2-06-2017, 10:37 / ---

Йорттар матурая

Район-ҡалала күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт эшләү дауам итә. Был маҡсатҡа ярашлы, төбәк бюджетынан 50 млн. һумдан ашыу аҡса бүленгән. Әгәр республиканан тағы ла ѳҫтәмә финанс бирелһә, капиталь ремонт үткәреләсәк йорттар исемлегенең киңәйеүе лә бар. Ҡайһы бер йорттарҙа эш тамамланған да инде, ә ҡайһы берҙәрендә ул башланып ҡына тора. Мәҫәлән, Пушкин урамындағы 47-се йортҡа капиталь ремонтҡа яңы тотонғандар. Бында ҡыйыҡты алыштырасаҡтар һәм фасадты ремонтлаясаҡтар. Подрядсы - Учалы ҡалаһының төҙөлөш фирмаһы. Точисский урамындағы 26-сы йортҡа ремонт эшләү ѳсѳн 3 569 000 һум аҡса...
Күңеле иманлының эше лә ырамлы 2-06-2017, 10:35 / ---

Күңеле иманлының эше лә ырамлы

Бөгөн һәр кем үҙ мәшәҡәте менән янған, үҙ даръяһында ҡайнаған ҡыҙыҡ та, бер аҙ ҡатмарлы ла заманда йәшәйбеҙ. Кешеләр төрлө булғанға тормош ҡатмарлымы, әллә инде тормош ҡатмарлы булғанға кешеләр төрлө буламы, быныһы билдәһеҙ ҡала. Һәр кем хәленән килгәнсә донъя көтә, тормош ҡуласаһына яраҡлаша. Кемдер үҙ донъяһында ҡайнап, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртып йәшәһә, икенселәре башҡалар өсөн дә файҙалы эш башҡарырға, изгелек эшләргә тырыша, күңелен рухи яҡтан байыта, матур аралашыуҙар булдыра. Бына ошоларына, һуңғыларына, бөтә кешеләр кеүек ғаилә ҡорған, ир-егеттәргә тейешле бурысын үтәгән Сәйфулла...
Онлайн фестиваль маkсатына иреште 2-06-2017, 10:34 / ---

Онлайн фестиваль маkсатына иреште

29 майҙа Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында “Урал батыр” эпосын яттан һѳйләү буйынса I Республика асыҡ онлайн фестивале үтте. Сәсәнлек сәнғәтен һаҡлау һәм ҡобайыр башҡарыусылар, сәсәндәр мәктәбен үҫтереү, ЮНЕСКО һәм Башҡортостан Республикаһы араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу йәһәтенән бѳгѳнгѳ заман шарттарында “Урал батыр” эпосын ѳйрәнеү, таратыу маҡсатында ойошторолған сара маҡсатына иреште, сѳнки фестивалдә 100-гә яҡын кеше ҡатнашты. Онлайн фестиваль гимназияның тамаша залында тантаналы шарттарҙа башланды. Һәүәҫкәр композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре...