Әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәр түбәнәйә 9-06-2017, 11:18 / ---

Әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәр түбәнәйә

Демографик хәл буйынса эш төркөмөнөң киңәйтелгән ултырышынан ҡайтып килгәндә, ҡаршыма күптән эсеүҙән һәм тартыуҙан таушалып, шешенеп бөткән, тағы ла ҡайҙан бер шешәлек табырға икән, тип кәңәш ҡорған урта йәштәрҙәге һәм унан да йәшерәк 3 парға ҡарап, ирекһеҙҙән, йәмғиәтебеҙҙе күберәк ошондай “ауырыу” кешеләр тәшкил итһә, демографик хәл яҡшырырмы, тигән һорау тыуҙы. Һуңғы йылдарҙа демография күрһәткестәре, ысынлап та, кәмеүгә табан бара. Халыҡ һанын ишәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған проекттар тормошҡа ашырыла башланы ла ул... Тик уларҙы бойомға ашырып ҡына, алға китеш булырмы икән? “Әсәлек...
Белорет каратистары иң шәбе 9-06-2017, 11:17 / ---

Белорет каратистары иң шәбе

Белорет каратистары баш ҡалала каратэ буйынса үткән XVI халыҡ-ара турнирҙан 4 алтын, 3 көмөш, 7 бронза миҙал алып ҡайтты. Ярышта Рәсәйҙең 30 төбәгенән, Ҡырғыҙстандан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан спортсылар ҡатнашты. Турнирҙа Донецк Халыҡ Республикаһының йыйылма командаһы иң күп һанлы командаларҙың береһе булып һаналды. Ярышта 600-ҙән ашыу тәжрибәле, көслө спортсы үҙ көсөн һынаны. Финалистар араһында Азия чемпиондары, Донъя чемпионаты призерҙары, Лига- премьераһы этаптарының еңеүселәре булды. Ошонан сығып ҡына ла еңеү яулау өсөн Белорет каратистарына ниндәй тырышлыҡ һалырға тура килгәнлеген...
Йәш артистар гран-при яуланы 9-06-2017, 11:16 / ---

Йәш артистар гран-при яуланы

“Дефицит” театр-студияһының “Дефицит ѳмѳтѳ” тип аталған йәштәр составы «Ҡыңғырауҙар сыңы» республика театр фестивалендә гран-при яуланы. Беҙҙең артистар “Бэмбиның бала сағы” тип аталған сағыу музыкаль спектакль күрһәтте. Был балалар ҡасандыр театрға ғашиҡ була һәм кѳндәлек тормошон сәхнә менән бәйләй. Бындағы дуҫлыҡ, кәрәк ваҡытта бер-береңә ярҙамға килеү театрҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Нәҡ ошо арҡала еңеү яулауы ла еңелерәк була. “Дефицит ѳмѳтѳ” балалар студияһының режиссеры - Юлия Жерякова. Әлеге ваҡытта балалар тағы бер ҙур сараға әҙерләнә. Улар бер ҡуйылышта тѳрлѳ спектаклдәрҙән айырым...
Башҡорт милләте мәңге йәшәр 9-06-2017, 11:15 / ---

Башҡорт милләте мәңге йәшәр

Кинйәкәйем Азаматтың: “Эх, ҡасан ял үтә инде, тиҙерәк садикка барғы килә!” - тип дүшәмбене дүрт күҙ менән көткәненә көлөп тә, аптырап та ҡуя торғайным тәүҙә. Сөнки өлкән улым ул яҡҡа ауыр булды. Балалар баҡсаһына барырға атлығып тормағас, мәктәптә нисек кенә уҡыр инде тип, хафаланыуҙарым бушҡа булған. Аллаға шөкөр, Айтуған улым Белорет башҡорт гимназияһының III класында уңышлы ғына уҡып йөрөй. Хәҙер инде Азаматым балалар баҡсаһы менән хушлаша. Уның ҡыуана-ҡыуана сығарылыш кисәһенә нисек әҙерләнеүҙәре, иптәштәре, тәрбиәселәре тураһында һөйләүен тыңлап ултырам да, ирекһеҙҙән кесе улым менән...
Бар шундай һөнәр... 9-06-2017, 11:14 / ---

Бар шундай һөнәр...

Социаль хеҙмәт күрһәтеү боронғо һөнәрҙәрҙең береһе булып иҫәпләнә, уның тамырҙары Петр I дәүеренә барып тоташа. Элгәре ярҙамға мохтаждарҙы монастырь послушниктары ҡараһа, беҙҙең көндәрҙә “Шәфҡәт туташы” курстарын үткән квалификациялы социаль хеҙмәткәрҙәр шөғөлләнә. Социаль хеҙмәткәр - оло йәштәге кешеләр өсөн ярҙамсы ғына түгел, бында һәр кем менән аралаша белеүе, уртаҡ тел табыуы ла мөһим. Беҙҙең социаль хеҙмәткәрҙәр үҙ бурыстарын намыҫ менән атҡара. Ихтирамлы, иғтибарлы, түҙемле булыу, үҙ эшеңде яҡшы башҡарыу - тәрбиәгә алғандар менән уртаҡ тел табырға ярҙам иткән мөһим си- фаттар. ...
Изге эш ҡылығыҙ - “Урал”ға яҙылығыҙ! 9-06-2017, 11:13 / ---

Изге эш ҡылығыҙ - “Урал”ға яҙылығыҙ!

Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһының ҡыҙыу мәле. Кемдәр яҙылып ѳлгѳргән һәм яҙыла, “Бүләк от!” акцияһында ҡатнашып, бүләк ота. Үткән аҙнала Әзекәй ауылынан әүҙем гәзит уҡыусыбыҙ - Таңһылыу Мәһәҙей ҡыҙы БАСАРИЕВАға бүләк отоу бәхете йылмайҙы. Әйткәндәй, Таңһылыу апай мѳхәрририәткә килеп, гәзиткә үҙе яҙылғайны. - Бала саҡтан гәзитте уҡып үҫтек. 17 йыл Магнитогорск ҡалаһында йәшәп, 1989 йылда Белоретҡа ҡайтҡас, “Урал” гәзитен алдыра башланым. Гәзитте ҡулға алыу менән, бѳтә эшемде ташлап, уҡырға ултырам. Ауыл яңылыҡтары, ололарҙың элекке тормошо, һуғыш һәм тыл ветерандары тураһында мәҡәләләр...