Рәсәйле булыу - ҙур яуаплылыҡ 13-06-2017, 16:42 / ---

Рәсәйле булыу - ҙур яуаплылыҡ

Бөгөн илебеҙҙең ысын гражданины булыуҙы раҫлаған паспорт алыу - һәр үҫмер баланың ғүмерендә иң тулҡынландырғыс мәлдәрҙең береһе. Был көн йәш быуындың ололар тормошон башлауын, үҙаллылығын аңлатҡан тантаналы ваҡиға. Илебеҙҙең төп байрамы - Рәсәй көнөнә ҡарата һәм “Беҙ - Рәсәй граждандары” Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлегендә 14 йәше тулған үҫмерҙәргә паспорт тапшырыу тантанаһы үтте. Илебеҙҙә йыл һайын миллионлаған үҫмер ошондай тантаналы сарала ҡатнаша. Ҡулдарына тәүге төп документ алыусыларҙы...
Студенттар менән осраштылар 13-06-2017, 16:41 / ---

Студенттар менән осраштылар

Ҡаланың үҫмерҙәр китапханаһында ҡала Советы депутаттары һәм территориаль һайлау комиссияһы вәкилдәре студенттар менән осрашты. Был сараның девизы - “Йәшлек - әүҙем тормош алып барыу осоро” тип аталды. Ҡасандыр барыһы ла һайлауҙы көтөп алды һәм уға байрамға барғандай йөрөнө. Бөгөнгө заман йәштәре был мөһим ваҡиғаға ғәҙәти эш кеүек, тыныс ҡарай. Медицина колледжы студенттары менән ойошторолған осрашыуҙың маҡсаты ла ошо гражданлыҡ бурысын үтәүҙә йәштәрҙә битарафлыҡ булдырмау, яуаплылыҡ уятыу ине. Осрашыуға әле эшләп йөрөгән депутаттар килде. Сара барышында китапхана хеҙмәткәрҙәре илһөйәрлек...
Журналистарҙың бар төрлөһө 13-06-2017, 16:40 / ---

Журналистарҙың бар төрлөһө

Башҡортостан журналистары һѳнәри байрамын билдәләй. Бѳгѳнгѳ журналистика ѳлкәһе, уның йәшәйеше, киләсәге тураһында республикабыҙҙағы билдәле яҙыусы, шағирә, публицист, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты Гүзәл Рамазан ҡыҙы СИТДИҠОВА менән әңгәмәләштек. ► Гүзәл апай, бѳгѳн Һеҙҙе халыҡ араһында билдәле итеп күрһәткән эштәрегеҙ бик күп. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә, тәржемәсе лә, шағирә лә, публицист та Һеҙ, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә бер нисә тѳркѳм алып бараһығыҙ, Башҡорт Википедияһын үҫтереүгә ҙур ѳлѳш индерәһегеҙ. Ә шулай ҙа Һеҙҙе, тәү сиратта, журналист тип...
Янғынға ҡаршы бергәләп 13-06-2017, 16:38 / ---

Янғынға ҡаршы бергәләп

Мәктәп һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 1 майҙа янғын хәүефһеҙлеге айлығы старт алғайны. Белорет район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге хеҙмәткәрҙәре янғын часы коллективы менән берлектә уҡыусылар һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре өсөн төрлө саралар үткәрҙе. Уларҙың береһе Белорет компьютер мәктәбендә уҙҙы. Белорет район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге хеҙмәткәрҙәре компьютер мәктәбенә йыш ҡунаҡҡа килә. Уҡыу йылы әйләнәһенә улар янғын хәүефһеҙлегенә ҡаршы балалар менән бер нисә сара ойоштора. Был юлы ла мәктәп коллективы ҡунаҡтарға шат булды. Ә инде уҡыу...
Профилактик эштәр дауам итә 13-06-2017, 16:37 / ---

Профилактик эштәр дауам итә

Йыл башынан бөгөнгә тиклем муниципаль районда 74 янғын сыҡҡан, шул сәбәпле 8 кеше һәләк булған, 3-әүһе тән йәрәхәте алған. Район-ҡалала балалар араһында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә ҙур иғтибар бүленә. Был маҡсаттан төрлө учреждениеларҙа әленән-әле профилактик саралар ойошторола. Ошондай сараларҙың береһе Үҙәк баҙарҙың “Бэби-бум” уйын комплексында үтте. Был көндө уйын комплексына килгән балалар күңел асып ҡына ҡалманы, ә үҙ ғүмерен һаҡлау өсөн кәрәк булған мөһим мәғлүмәткә лә эйә булды. Балаларға янғын булдырмау сәбәптәре аңлатылды, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре яҙылған буклеттар...