Юбилейға әҙерлек дауам итә 20-06-2017, 12:29 / ---

Юбилейға әҙерлек дауам итә

Тиҙҙән ҡаланың 255 йыллыҡ оло юбилейын билдәләйәсәкбеҙ. Әлеге ваҡытта юбилейға әҙерлек йәһәтенән төрлө төҙөкләндереү эштәре бара. Эштәр, тәү сиратта, юлдарҙы тәртипкә килтереүгә, урамдарҙы яҡтыртыуға һәм төҙөкләндереүгә ҡағыла. Бигерәк тә ҡалаға ингән ерҙәргә айырым иғтибар бирелә. Блюхер, Маяковский урамдарына, Тимер юл ауылына ингән ергә яңы асфальт түшәлә башлауы ла байрамға әҙерлек эштәренең береһе. Асфальт ике ҡат итеп түшәлә. Әлеге ваҡытта ҡайһы бер участкаларҙа юл һалыу эше тамамланған, икенсе урындарҙа дауам итә. Эштәр ҡыҙыу бара, уны муниципаль район хакимиәте контролдә тота. Тимер...
Матурлыҡ күңелдә ярала 20-06-2017, 12:28 / ---

Матурлыҡ күңелдә ярала

Йәйҙең тәүге айы башланыу менән ҡаланың Үҙәк баҙары урамы шау сәскәгә, йәшелсә-емеш үҫентеләренә күмелә. Бәләкәй генә орлоҡтарҙан донъяны йәмләрҙәй иҫ киткес гүзәллек тыуҙырыусылар урын алған унда. Кешеләрҙе һоҡландырған, күҙҙәрҙе ҡамаштырған сәскәләрҙе үҫтереү үҙе бер ҙур хеҙмәт талап итә, шуға ла уның менән сабырҙар ғына шөғөлләнәлер һәм уңышҡа өлгәшәлер. Матурлыҡ өләшеүселәр быйыл һатып алыусыларын, бер миҙгелгә генә булһа ла, ниндәй сәскәләр, үҫентеләрҙең яңы төрҙәре менән ҡыуандыра икән? Сәскә "сире" менән ауырығас, йыш ҡына сәскә баҙары янынан үтергә тырышам. Сәскә һатыусылар менән...
Ялан дуҫтарын йыйҙы 20-06-2017, 12:25 / ---

Ялан дуҫтарын йыйҙы

Азапкин яланы, һәр йылдағыса, йәйге каникулға сыҡҡан балаларҙы үҙенә йыйҙы. Район һәм ҡала мәктәбе уҡыусылары физик әҙерлеген, етеҙлеген һәм белемен һынау ѳсѳн 13 июндә старт алған туристик слетҡа килде. Турслет быйыл 63-сѳ тапҡыр уҙғарылды, унда 24 команда ҡатнашты. Этаптар, ғәҙәттәгесә, А һәм Б кластары буйынса үтте. Тәүгеһендә - 8, икенсеһендә 16 команда ярышты. Командалар эҙләү- ҡотҡарыу эштәрендә, крайҙы белеү, визит карточкаһы, турист тормошон булдырыу, ижади һәм башҡа тѳрлѳ конкурстарҙа ҡатнашты. А класы ҡатмарлыраҡ этап булғанлыҡтан, унда башлыса ѳлкән кластан тәжрибәлерәк уҡыусылар...
Батырлыҡ бер ҡасан да онотолмай 20-06-2017, 12:23 / ---

Батырлыҡ бер ҡасан да онотолмай

1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышының совет халҡының еңеүе менән тамамланыуына 72 йыл да үтеп китте. Ошо оло Еңеүҙе байрам иткән көндәрҙә беҙҙең туғаныбыҙ аспирант Илдар Вәкиф улы Канафин Интернеттан атайыбыҙ Хәсән Әҙелмырҙа улы Канафиндың һуғыш яланында күрһәткән батырлығы өсөн хәрби миҙалға лайыҡ булыуы тураһында Наградлау ҡағыҙы табып алған. Беҙҙең атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡарт атайыбыҙ Хәсән Әҙелмырҙа улы 1918 йылда Аҙналы (Мышы) ауылында балта оҫтаһы ғаиләһендә донъяға килә. Тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағас, Сермән педагогия училищеһына уҡырға инеп, 1939 йылда уны уңышлы тамамлай....
Спорт ярышы  Рәсәй көнөнә арналды 20-06-2017, 12:22 / ---

Спорт ярышы Рәсәй көнөнә арналды

Илебеҙҙең төп дәүләт байрамын белореттар матур билдәлә- не. Был датаға арнап, алдан уҡ төрлө мәҙәни һәм спорт саралары ойошторолдо. Байрам көндө лә Металлургтар майҙанына бик күп халыҡ йыйылды. Традицияға ярашлы, байрамды спортсылар асты һәм илебеҙҙең дәүләт байрамы велоспортсыларҙың ярышы менән башланып китте. Белоретта Рәсәй көнөнә арналған был ярышты ойоштороу матур традицияға әйләнгән, быйыл ул дүртенсе тапҡыр уҙҙы. Ярыш 50-нән ашыу спортсыны йыйҙы. Ҡатнашыусылар, һәр йылдағыса, күрше Магнитогорск ҡалаһынан да булды. Спортсылар араһында тәжрибәлеләр ҙә, тәү башлап ҡына ярышҡа килеүселәр...