“Урындағы инициатива” уңышлы эшләй 23-06-2017, 10:48 / ---

“Урындағы инициатива” уңышлы эшләй

Тимер юл ауылында резина ҡатламы түшәлгән яңы спорт майҙансығы төҙөлә башланы. "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Урындағы инициативаларға ярҙам итеү" проектына ярашлы, ауылдаштар үҙҙәре спорт майҙансығы булдырырға тип хәл итте. Был майҙансыҡ “Комета” физкультура-һауыҡтырыу комплексы янында төҙөлә. Майҙансыҡҡа яңы технологиялар буйынса резина ҡатламы түшәләсәк. Әлеге ваҡытта әҙерлек эштәре бара һәм буласаҡ майҙандың нигеҙе булдырыла, майҙанға асфальт түшәлеп бѳткән дә инде (һүрәттә). Ә инде резина ҡатламын түшәү ѳсѳн мотлаҡ ҡоро көн кәрәк, шуға күрә эштәр бер аҙ тотҡарланып тора. Бында волейбол һәм...
Мәшәҡәттәрҙән арынып, байрам иттек бергәләп 23-06-2017, 10:46 / ---

Мәшәҡәттәрҙән арынып, байрам иттек бергәләп

Йәй асыҡ һауала төрлө байрамдар, мәҙәни саралар һәм осрашыуҙар үткәреү өсөн иң уңайлы осор. Нәҡ ошо ваҡытта милли традицияларыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә лә ҙур өлөш индерелә һәм йәш быуын менән ололар араһында матур сылбыр, быуындар бәйләнеше булдырыла. Ошондай матур сараларҙың береһен Сосновка ағинәйҙәре ойошторҙо. Улар Кәкүк сәйе байрамын үткәреп, ҡунаҡҡа Инйәр һәм күрше Әбйәлил районы Ташбулат ауылының ағинәйҙәрен саҡырҙы. Байрамдың рәсми өлөшө мәҙәниәт йортонда үтте. Ҡунаҡтарҙы, йола буйынса, йыр-бейеү, милли аш-һыу менән ҡаршы алғас, музейҙы, ағинәйҙәр...
Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын! 23-06-2017, 10:44 / ---

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

Ураҙа байрамы - мосолмандарҙың ике төп байрамдарының береһе. Был байрамды билдәләү Мөхәммәт пәйғәмбәр заманынан, 624 йылдан алып башлана. Быйыл ул 25 июнгә тура килә. Диндарҙар бер-береһен: “Ғәйет мөбәрәк булһын!” - тип сәләмләй. Байрам көнө алдынан һәм шул көндө мотлаҡ рәүештә саҙаҡа - Зәҡәт әл-фитр йыйыла. Йыйылған саҙаҡа мохтаждарға таратыла. Байрам көнөндә мосолмандар ғәйет (байрам) намаҙын ҡыла, иң яҡшы кейемен кейә, тѳрлѳ аш-һыу әҙерләп, табынға күршеләрен, туғандарын, дуҫтарын ҡунаҡҡа саҡыра. Был көндө шулай уҡ ярлыларға саҙаҡа биреү, бүләк тапшырыу һәм бер-береһенән ғәфү үтенеү ҡабул...
Яңы ҡарарҙар ҡабул ителде 23-06-2017, 10:41 / ---

Яңы ҡарарҙар ҡабул ителде

Муниципаль район хакимиәтендә ҡала Советының сираттағы ултырышы уҙҙы. Унда муниципаль район хакимиәте, ҡала Советы, төрлө ойошма, предприятие вәкилдәре һәм депутаттар ҡатнашты. Көн тәртибендә биш мәсьәлә ҡаралды. Сара, ғәҙәттәгесә, гимн менән башланып китте һәм, тәү сиратта, ултырыштың секретары, иҫәп һәм персональ-редакцион комиссиялары һайланды. Артабан ултырышта ҡатнашыусылар киләһе бишенсе саҡырылышҡа ҡала биләмәһе Советына депутаттар һайлауын билдәләп, был бурыстың ҡағиҙәләре менән танышты....
23-06-2017, 10:40 / ---

"Тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ",

- ти быйыл үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләгән Хәкимә Шаһивәли ҡыҙы ЯЛАЛЕТДИНОВА. - Донъя ауыр- лыҡтарын, аслыҡ-яланғаслыҡты күп күрҙем, шуға ла бөгөнгө тормош ожмах кеүек күренә. Аллаға шөкөр, 90-ға еткәндә лә гәзит уҡыйым, бәйләм бәйләйем. Бына гәзиткә яҙылып, бүләк оттом. Ошондай бәхет кемгә эләгә әле! Хәкимә Шаһивәли ҡыҙының яҙмышы тураһында китап яҙырға булыр ине. Уның һөйләгәндәрен тыныс күңел менән тыңлап булмай. Тап үҙенең уңғанлығы, оҫта ҡуллы, кешелекле һәм кеселекле, изге йөрәкле, киң күңелле булыуы арҡаһында бөгөнгө көндә бәхетле ҡартлыҡ кисерә ул. Сермәндә тыуып үҫкән ҡыҙ Шығай...
Результаты мониторинга предпринимательского климата в муниципальных образованиях республики за 2016 год 23-06-2017, 10:39 / ---

Результаты мониторинга предпринимательского климата в муниципальных образованиях республики за 2016 год

Республика Башкортостан два года подряд по показателям Национального рейтинга состояния инвестиционного климата в субъектах Российской Федерации существенно улучшает свои позиции. Так, по итогам 2015 года республика сделала прорывной скачок с 40-го на 20-е место, а по итогам 2016 года еще поднялась на 7 позиций и заняла 13-е место. Учитывая, что в Национальном рейтинге блок показателей развития предпринимательства достаточно весомый, в 2015 году было принято решение проводить оценку данного раздела с помощью нового инструмента, разработанного Госкомитетом РБ по предпринимательству и туризму –...