Маҡсатым ҙур - шәхес булыу 27-06-2017, 17:17 / ---

Маҡсатым ҙур - шәхес булыу

Олораҡ быуын вәкилдәренән бөгөнгө йәштәргә ҡарата төрлө фекерҙәр ишетергә була. Берәүҙәр уларҙы ғәмһеҙлектә, рухһыҙлыҡта, әҙерҙе генә көтөп ултырыуҙа ғәйепләһә, икенселәре иһә заман йәштәренең ҡыйыу, белемле, маҡсатлы һәм сәмле булыуын юғары баһалай. Шулай ҙа, нимә генә тиһәләр ҙә, һуңғыларының фекере менән күптәр килешер ине, моғайын. Заман башҡа - заң башҡа тигәндәй, һәр замандың нәҡ шул осорға ғына бар яҡлап та тура килгән йәштәре була. Ата-бабаларыбыҙ дәүерендәге ҡыйыу йәштәр үҙ илен яҡлап ихтилалға күтәрелһә, икенсе берәүҙәре дәррәү килеп кол- хоз төҙөгән, ә өсөнсөләре иһә фашист...
Яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл асылды 27-06-2017, 17:15 / ---

Яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл асылды

Инйәр ауыл советының Айыс ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамы уҙҙы. Байрамға ошо ауылда тыуып үҫеп, бѳгѳн ситтә йәшәгән һәм эшләгән ауылдаштар йыйылды. Бѳгѳн Айыста ни бары 9 йортта 20 кеше донъя кѳтә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, урындағы халыҡ төҙөкләндереү эштәре менән дә булыша. Шул арҡала ауыл да кѳндән-кѳн матурая, ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Ауыл байрамы уңайынан һәм 22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө алдынан Айыста Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтар иҫтәлегенә һәйкәл асылды. Был идеяны урындағы халыҡ күтәреп сыҡты. Яңы башланғысты сығышы менән ошо ауылдан булып, әлеге ваҡытта...
Оҙайлы конкурсҡа йомғаҡ яһалды 27-06-2017, 17:15 / ---

Оҙайлы конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Йыл башында муниципаль райондың мәҙәниәт идаралығы, мәғариф идаралығы исеменән Йәш натуралистар станцияһы, Башҡортостан Республикаһы Экология министрлығының Белорет территориаль комитеты, ҡаланың «БелЭко» тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте Экология йылына арнап, «Атай, әсәй, мин - экологик ғаилә!» конкурсын иғлан иткәйне. Сара халыҡта, йәш быуында экологик мәҙәниәт, илһөйәрлек тойғолары, тәбиғәт ресурстарына ҡарата һаҡсыл ҡараш, һөйөү һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, яҡлау менән шөғөлләнгән ыңғай кеше образы тәрбиәләү йәһәтенән уҙғарылды....
Мәсетлелә - “Һомай” фестивале 27-06-2017, 17:14 / ---

Мәсетлелә - “Һомай” фестивале

“Һомай” республика башҡорт кейемдәре конкурс-фестивале “Берҙәмлек” халыҡ-а- ра милли мәҙәниәт фестивале сиктәрендә быйыл Мәсетле районы Оло-Ыҡтамаҡ ауылында үтте. Был мәртәбәле сарала “Шығайҙан “Өлкәр” башҡорт мәҙәни үҙәге сығыш яһаны. Улар бер юлы 3 номинацияла ҡатнашты. “Талир тәңкә” этно-костюмдар номинацияһында XIX быуат аҙағы, XX быуатҡа ҡараған Башҡортостан Үҙәк райондарында таралған көндәлек һәм байрам костюмдары үҙгәрешһеҙ, әммә яңыртылып күрһәтелде. Бында иһә, хәҙер инде иҫке фоторәсемдәрҙә йә булмаһа музейҙарҙа ғына һаҡланған, үҙ ерлектәге көнкүреште һүрәтләгән орнаменттар менән...