“Йырла, уйна, гармун!” 30-06-2017, 10:42 / ---

“Йырла, уйна, гармун!”

Яңыраҡ Тирлән ауылында гармунсыларҙың “Йырла, уйна, гармун!” II район конкурсы булып үтте. Урындағы тарихсы Борис Оглоблин инициативаһы буйынса 2014 йылда тәүге тапҡыр үткәрелгән конкурстың даирәһе лә йылдан-йыл киңәйә бара. Күләмле сарала 7 йәштән алып 65 йәшкә тиклемге 60-лаған гармунсы ҡатнашты. Гармунсыларҙы барлап, милли көйҙәребеҙҙе халыҡ күңеленә еткереү, башҡарыу традицияларын, гармунда уйнау сәнғәтен пропагандалау һәм үҫтереү, ижади ҡарашлы йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуын арттырыу маҡсатында уҙғарылған мәҙәни сара моң һөйөүселәр өсөн дә оло байрамға әүерелде, ысын мәғәнәһендә йыр-моңға...
Йәмәғәт советы – Туҡанда 30-06-2017, 10:40 / ---

Йәмәғәт советы – Туҡанда

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге ҡарамағындағы Йәмәғәт советы Туҡанда күсмә ултырыш үткәрҙе һәм граждандарҙы ҡабул итте. Ҡаланан 80 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Туҡан ауылына Йәмәғәт советы рәйесе Иван Лавренов, урынбаҫары Анатолий Кузнецов һәм совет ағзаһы Людмила Денисова барҙы. Ҡабул итеүҙә шулай уҡ полицияның участка уполномоченныйҙары хеҙмәте начальнигы Руслан Абдуллин һәм ауылдың өлкән участка уполномоченныйы Хафиз Исҡаҡов ҡатнашты. Ауылдаштарын тыңларға Туҡан ауыл хакимиәте башлығы Әлфиә Сәмиғуллина ла килде. Йәмәғәтселәргә 7 кеше ярҙам һорап мөрәжәғәт итте....
«Урманда эшләүе еңел түгел» 30-06-2017, 10:37 / ---

«Урманда эшләүе еңел түгел»

Быйыл район Һабантуйында Башҡортостан Республикаһы “Урмансылыҡтар менән идара итеү” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Белорет урмансылығы буйынса бүлеге етәксеһе Олег Таһир улы МУЛЛОДЖАНОВ “Урман хужалығының иң яҡшы хеҙмәткәре” тип билдәләнде. Ошо айҡанлы йәш етәксе менән әңгәмә ҡорҙоҡ. ► Олег Таһир улы, кабинетығыҙ алдында бер кем дә юҡ. Әллә бѳгѳн ҡабул итеү кѳнѳ түгелме? – Сираттың булмауы - халыҡҡа ағас бүлеүҙе тәртипкә һалыуҙың һѳҙѳмтәһе. Былтыр “Башҡортостан Республикаһында урман мѳнәсәбәттәрен кѳйләү тураһында”ғы законға үҙгәрештәр индерелде. Ошоға бәйле, элек һәр бер гражданға, ғаилә...
Берҙәмлеккә ни етә! 30-06-2017, 10:29 / ---

Берҙәмлеккә ни етә!

Аҙнағолда баҫма проблемаһы йылдан-йыл ҙурайғандан-ҙурая килә. Ике ярҙы тоташтырған күпер ҙур әһәмиәткә эйә. Бөтә ауылға бер баҫма аша йәйәүлеһе лә, атлыһы ла йөрөй, еңел машина менән дә үтәләр. Көнө-төнө геүләп тора баҫма. Әлеге ваҡытта баҫма бик насар хәлдә. Шуға күрә ауыл старостаһы Альберт Сибәғәтов етәкселегендә баҫма ремонтлау буйынса эштәр алып барыла. Ауыл халҡы ла битарафлыҡ күрһәтмәй, быйыл яҙ һәр бер өйҙән баҫманы төҙөкләндереүгә аҡса тапшырҙылар. Ауыл ир-егеттәре ҙурынан алып бәләкәсенә тиклем иртәнән кискә ҡәҙәр баҫма ремонтлау менән мәж килде. Иҫке таҡталарын алып ташлап,...
“Рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ” 30-06-2017, 10:27 / ---

“Рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ”

- Шулай баһалы, матур ҡартайыуығыҙҙың сере нимәлә? - Ныҡ булыуҙа, ауыр булһа ла, һыр бирмәүҙә, һәр нәмәлә сама белеүҙә... Әңгәмәсем Ғәтифә Иҙрис ҡыҙы БҮЛӘКБАЕВА- СУФЬЯНОВАның шулай тип яуап бирергә хаҡы бар. Ғәтифә апайҙы тәүгә күреүем. Әммә күптәнге яҡын таныштар кеүек тиҙ аралашып киттек. Йән тартмаһа ла, ҡан тарта, тигәндәй, әсәйем менән бер ауылдан - Абҙаҡтан булыуҙары ла үҙенекен иткәндер, бәлки. Үткер, һынамсыл ҡарашы, ашыҡмай, баһаһын белеп кенә һѳйләшеүе, шул уҡ ваҡытта урынлы ғына һүҙ әйтеп, “бында кемдең кем икәнлеген” белгертеп ҡуйыуы менән ниндәйҙер ҡурҡыу ҡатыш ихтирам уятты...