Рустэм Хамитов сформировал новый состав Центризбиркома Башкирии 16-06-2017, 13:32 / ---

Рустэм Хамитов сформировал новый состав Центризбиркома Башкирии

Глава Башкортостана своим указом назначил шесть членов Центральной избирательной комиссии. Таким образом, Рустэм Хамитов завершил формирование ЦИК Башкирии. Глава региона назначил: - действующего председателя ЦИК РБ Хайдара Валеева (предложен ЦИК России), - Марата Гадилова (предложен райсоветом Кушнаренковского района), - Ляйсан Гарипову (предложена партией ЛДПР), Ильдара Каримова (предложен райсоветом Благовещенского района), - Геннадия Шабаева (предложен партией «Патриоты России»), - Руслана Ямалетдинова (предложен партией «Единая Россия»). Сегодня же депутаты Госсобрания Башкирии...
Бысҡы виртуоздары 16-06-2017, 13:07 / ---

Бысҡы виртуоздары

Урман йығыусылар араһында “Урман ҡырҡыусы-2017” III асыҡ республика чемпионаты ғәҙәти булмаған шарттарҙа - майҙанының 85 процентын урман тәшкил иткән Белорет районында һабантуй менән бер көндә үтте. Сара, ысын мәғәнәһендә, байрамға әүерелде. Концерт, ярыш-конкурстар, бәйге, республиканың төрлө төбәктәренән килгән урман оҫталарының чемпионаты тамаша ҡылырға теләүселәрҙең барыһын да бер һабантуй яланына йыйҙы. 2013 йылдан бирле үткәрелеп килгән ярыш быйыл икенсе форматта ойошторолдо. "Урман ҡырҡыусының эшен береһе лә күрмәй. Ә беҙ уларҙың виртуоз оҫталығын халыҡҡа күрһәткебеҙ килә. Был бигерәк...
Һабантуйға йыйылдыҡ, йылға етер дәрт алдыҡ! 16-06-2017, 13:06 / ---

Һабантуйға йыйылдыҡ, йылға етер дәрт алдыҡ!

Байрам ауыл хакимиәттәренең вәкилдәре һәм хеҙмәт коллективтарының парады менән башланды. Артабан тантаналы асыу сараһын ҡала Мәҙәниәт һарайының иң яҡшы ижади коллективтарының театрлаштырылған ижади сығышы дауам итте. Төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашҡан һәм байрамға айырыуса йәм өҫтәгән сағыу тамаша тамамланғас, һабантуйҙың тантаналы өлөшө башланды. Иң тәүҙә Һабантуй байрағы күтәрелде. Уны күтәреү хоҡуғы шәхси эшҡыуар, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Биктимер Ғәлинға, Белорет май-сыр комбинатының май етештереү аппаратсыһы Надежда Комзаловаға һәм Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының шәфҡәт...
Байрам йәме – тирмәләр 16-06-2017, 13:05 / ---

Байрам йәме – тирмәләр

Тирмәләр конкурсы Рәсәйҙә иғлан ителгән Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡылары йылына, ҡаланың 255 йыллыҡ юбилейына һәм Рәсәй кѳнѳнә арналды. Конкурсҡа 24 тирмә ҡуйылды. Һабантуйға Белорет педагогия колледжының, мәғариф идаралығының да айырым тирмәләр ҡуйыуы байрамға йәм ѳҫтәне. Комиссия ағзалары конкурста ҡатнашыусыларҙы тирмәләрҙе биҙәү, милли аш-һыу тѳрлѳлѳгѳ, боронғо йола, ғѳрѳф-ғәҙәттәрҙе күрһәтеү, ҡул эштәре күргәҙмәһе буйынса баһаланы. Асыларҙың тирмәһе янынан кеше ѳҙѳлмәүе хәҙер инде матур традицияға әйләнеп бара. Боронғолоҡто бар ысынбарлығында күрһәткән тирмә янында...
Бәйгеләрҙә елгән етеҙ аттар... 16-06-2017, 13:04 / ---

Бәйгеләрҙә елгән етеҙ аттар...

Һабантуй байрамына халыҡ күбеһенсә ат сабышын, милли көрәште ҡарарға килә. Быйылғы ат сабышы һуңлап ҡына башланһа ла, халыҡ матур тамашаны тыныс ҡына көттө. Йәше-ҡарты, олоһо-кесеһе ат сабыштары уҙғарыу урынын биләп алды. Кемдәрҙер туғаны өсөн янып-көйөргә, икенселәре оҡшаған малҡайҙарын ҡарарға килгән. Тәүҙә сабышҡа ҡунаҡтар - Учалы районы һыбайлылары сыҡты. Уларҙың бер төрлө формаһы әллә ҡайҙан күҙгә ташланып торҙо. Ҡунаҡтар дистанцияны ла бергә үтте. Һуңғы йылдарҙа күрше район сабышсылары үҙҙәрен башҡа райондарҙа һынап ҡарау ғәҙәти күренешкә әйләнде. Беҙҙең район бәйгеселәре лә, бигерәк тә...
Рәсәйле булыу - ҙур яуаплылыҡ 13-06-2017, 16:42 / ---

Рәсәйле булыу - ҙур яуаплылыҡ

Бөгөн илебеҙҙең ысын гражданины булыуҙы раҫлаған паспорт алыу - һәр үҫмер баланың ғүмерендә иң тулҡынландырғыс мәлдәрҙең береһе. Был көн йәш быуындың ололар тормошон башлауын, үҙаллылығын аңлатҡан тантаналы ваҡиға. Илебеҙҙең төп байрамы - Рәсәй көнөнә ҡарата һәм “Беҙ - Рәсәй граждандары” Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлегендә 14 йәше тулған үҫмерҙәргә паспорт тапшырыу тантанаһы үтте. Илебеҙҙә йыл һайын миллионлаған үҫмер ошондай тантаналы сарала ҡатнаша. Ҡулдарына тәүге төп документ алыусыларҙы...
Студенттар менән осраштылар 13-06-2017, 16:41 / ---

Студенттар менән осраштылар

Ҡаланың үҫмерҙәр китапханаһында ҡала Советы депутаттары һәм территориаль һайлау комиссияһы вәкилдәре студенттар менән осрашты. Был сараның девизы - “Йәшлек - әүҙем тормош алып барыу осоро” тип аталды. Ҡасандыр барыһы ла һайлауҙы көтөп алды һәм уға байрамға барғандай йөрөнө. Бөгөнгө заман йәштәре был мөһим ваҡиғаға ғәҙәти эш кеүек, тыныс ҡарай. Медицина колледжы студенттары менән ойошторолған осрашыуҙың маҡсаты ла ошо гражданлыҡ бурысын үтәүҙә йәштәрҙә битарафлыҡ булдырмау, яуаплылыҡ уятыу ине. Осрашыуға әле эшләп йөрөгән депутаттар килде. Сара барышында китапхана хеҙмәткәрҙәре илһөйәрлек...
Журналистарҙың бар төрлөһө 13-06-2017, 16:40 / ---

Журналистарҙың бар төрлөһө

Башҡортостан журналистары һѳнәри байрамын билдәләй. Бѳгѳнгѳ журналистика ѳлкәһе, уның йәшәйеше, киләсәге тураһында республикабыҙҙағы билдәле яҙыусы, шағирә, публицист, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты Гүзәл Рамазан ҡыҙы СИТДИҠОВА менән әңгәмәләштек. ► Гүзәл апай, бѳгѳн Һеҙҙе халыҡ араһында билдәле итеп күрһәткән эштәрегеҙ бик күп. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә, тәржемәсе лә, шағирә лә, публицист та Һеҙ, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә бер нисә тѳркѳм алып бараһығыҙ, Башҡорт Википедияһын үҫтереүгә ҙур ѳлѳш индерәһегеҙ. Ә шулай ҙа Һеҙҙе, тәү сиратта, журналист тип...
Янғынға ҡаршы бергәләп 13-06-2017, 16:38 / ---

Янғынға ҡаршы бергәләп

Мәктәп һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 1 майҙа янғын хәүефһеҙлеге айлығы старт алғайны. Белорет район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге хеҙмәткәрҙәре янғын часы коллективы менән берлектә уҡыусылар һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре өсөн төрлө саралар үткәрҙе. Уларҙың береһе Белорет компьютер мәктәбендә уҙҙы. Белорет район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге хеҙмәткәрҙәре компьютер мәктәбенә йыш ҡунаҡҡа килә. Уҡыу йылы әйләнәһенә улар янғын хәүефһеҙлегенә ҡаршы балалар менән бер нисә сара ойоштора. Был юлы ла мәктәп коллективы ҡунаҡтарға шат булды. Ә инде уҡыу...
Профилактик эштәр дауам итә 13-06-2017, 16:37 / ---

Профилактик эштәр дауам итә

Йыл башынан бөгөнгә тиклем муниципаль районда 74 янғын сыҡҡан, шул сәбәпле 8 кеше һәләк булған, 3-әүһе тән йәрәхәте алған. Район-ҡалала балалар араһында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә ҙур иғтибар бүленә. Был маҡсаттан төрлө учреждениеларҙа әленән-әле профилактик саралар ойошторола. Ошондай сараларҙың береһе Үҙәк баҙарҙың “Бэби-бум” уйын комплексында үтте. Был көндө уйын комплексына килгән балалар күңел асып ҡына ҡалманы, ә үҙ ғүмерен һаҡлау өсөн кәрәк булған мөһим мәғлүмәткә лә эйә булды. Балаларға янғын булдырмау сәбәптәре аңлатылды, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре яҙылған буклеттар...