Әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәр түбәнәйә 9-06-2017, 11:18 / ---

Әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәр түбәнәйә

Демографик хәл буйынса эш төркөмөнөң киңәйтелгән ултырышынан ҡайтып килгәндә, ҡаршыма күптән эсеүҙән һәм тартыуҙан таушалып, шешенеп бөткән, тағы ла ҡайҙан бер шешәлек табырға икән, тип кәңәш ҡорған урта йәштәрҙәге һәм унан да йәшерәк 3 парға ҡарап, ирекһеҙҙән, йәмғиәтебеҙҙе күберәк ошондай “ауырыу” кешеләр тәшкил итһә, демографик хәл яҡшырырмы, тигән һорау тыуҙы. Һуңғы йылдарҙа демография күрһәткестәре, ысынлап та, кәмеүгә табан бара. Халыҡ һанын ишәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған проекттар тормошҡа ашырыла башланы ла ул... Тик уларҙы бойомға ашырып ҡына, алға китеш булырмы икән? “Әсәлек...
Белорет каратистары иң шәбе 9-06-2017, 11:17 / ---

Белорет каратистары иң шәбе

Белорет каратистары баш ҡалала каратэ буйынса үткән XVI халыҡ-ара турнирҙан 4 алтын, 3 көмөш, 7 бронза миҙал алып ҡайтты. Ярышта Рәсәйҙең 30 төбәгенән, Ҡырғыҙстандан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан спортсылар ҡатнашты. Турнирҙа Донецк Халыҡ Республикаһының йыйылма командаһы иң күп һанлы командаларҙың береһе булып һаналды. Ярышта 600-ҙән ашыу тәжрибәле, көслө спортсы үҙ көсөн һынаны. Финалистар араһында Азия чемпиондары, Донъя чемпионаты призерҙары, Лига- премьераһы этаптарының еңеүселәре булды. Ошонан сығып ҡына ла еңеү яулау өсөн Белорет каратистарына ниндәй тырышлыҡ һалырға тура килгәнлеген...
Йәш артистар гран-при яуланы 9-06-2017, 11:16 / ---

Йәш артистар гран-при яуланы

“Дефицит” театр-студияһының “Дефицит ѳмѳтѳ” тип аталған йәштәр составы «Ҡыңғырауҙар сыңы» республика театр фестивалендә гран-при яуланы. Беҙҙең артистар “Бэмбиның бала сағы” тип аталған сағыу музыкаль спектакль күрһәтте. Был балалар ҡасандыр театрға ғашиҡ була һәм кѳндәлек тормошон сәхнә менән бәйләй. Бындағы дуҫлыҡ, кәрәк ваҡытта бер-береңә ярҙамға килеү театрҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Нәҡ ошо арҡала еңеү яулауы ла еңелерәк була. “Дефицит ѳмѳтѳ” балалар студияһының режиссеры - Юлия Жерякова. Әлеге ваҡытта балалар тағы бер ҙур сараға әҙерләнә. Улар бер ҡуйылышта тѳрлѳ спектаклдәрҙән айырым...
Башҡорт милләте мәңге йәшәр 9-06-2017, 11:15 / ---

Башҡорт милләте мәңге йәшәр

Кинйәкәйем Азаматтың: “Эх, ҡасан ял үтә инде, тиҙерәк садикка барғы килә!” - тип дүшәмбене дүрт күҙ менән көткәненә көлөп тә, аптырап та ҡуя торғайным тәүҙә. Сөнки өлкән улым ул яҡҡа ауыр булды. Балалар баҡсаһына барырға атлығып тормағас, мәктәптә нисек кенә уҡыр инде тип, хафаланыуҙарым бушҡа булған. Аллаға шөкөр, Айтуған улым Белорет башҡорт гимназияһының III класында уңышлы ғына уҡып йөрөй. Хәҙер инде Азаматым балалар баҡсаһы менән хушлаша. Уның ҡыуана-ҡыуана сығарылыш кисәһенә нисек әҙерләнеүҙәре, иптәштәре, тәрбиәселәре тураһында һөйләүен тыңлап ултырам да, ирекһеҙҙән кесе улым менән...
Бар шундай һөнәр... 9-06-2017, 11:14 / ---

Бар шундай һөнәр...

Социаль хеҙмәт күрһәтеү боронғо һөнәрҙәрҙең береһе булып иҫәпләнә, уның тамырҙары Петр I дәүеренә барып тоташа. Элгәре ярҙамға мохтаждарҙы монастырь послушниктары ҡараһа, беҙҙең көндәрҙә “Шәфҡәт туташы” курстарын үткән квалификациялы социаль хеҙмәткәрҙәр шөғөлләнә. Социаль хеҙмәткәр - оло йәштәге кешеләр өсөн ярҙамсы ғына түгел, бында һәр кем менән аралаша белеүе, уртаҡ тел табыуы ла мөһим. Беҙҙең социаль хеҙмәткәрҙәр үҙ бурыстарын намыҫ менән атҡара. Ихтирамлы, иғтибарлы, түҙемле булыу, үҙ эшеңде яҡшы башҡарыу - тәрбиәгә алғандар менән уртаҡ тел табырға ярҙам иткән мөһим си- фаттар. ...
Изге эш ҡылығыҙ - “Урал”ға яҙылығыҙ! 9-06-2017, 11:13 / ---

Изге эш ҡылығыҙ - “Урал”ға яҙылығыҙ!

Гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһының ҡыҙыу мәле. Кемдәр яҙылып ѳлгѳргән һәм яҙыла, “Бүләк от!” акцияһында ҡатнашып, бүләк ота. Үткән аҙнала Әзекәй ауылынан әүҙем гәзит уҡыусыбыҙ - Таңһылыу Мәһәҙей ҡыҙы БАСАРИЕВАға бүләк отоу бәхете йылмайҙы. Әйткәндәй, Таңһылыу апай мѳхәрририәткә килеп, гәзиткә үҙе яҙылғайны. - Бала саҡтан гәзитте уҡып үҫтек. 17 йыл Магнитогорск ҡалаһында йәшәп, 1989 йылда Белоретҡа ҡайтҡас, “Урал” гәзитен алдыра башланым. Гәзитте ҡулға алыу менән, бѳтә эшемде ташлап, уҡырға ултырам. Ауыл яңылыҡтары, ололарҙың элекке тормошо, һуғыш һәм тыл ветерандары тураһында мәҡәләләр...
7-06-2017, 11:54 / ---

"Хыялым тормошҡа ашты"

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау кѳнѳндә муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов ҡаланың Шайморатов урамында яңы тѳҙѳлгән күп фатирлы йорттан 15 етем балаға фатир асҡыстары тапшырҙы. - 2012-16 йылдарҙа Белорет районы һәм ҡалаһында ата- әсә ҡарауынан ҡалған 108 балаға торлаҡ бирелде. Был эш бѳгѳнгѳ кѳндә лә дауам итә. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау кѳнѳндә яңы фатирҙарҙың асҡыстарын тапшырабыҙ. Был, ысынлап та, беҙҙең ѳсѳн дә, һеҙҙең ѳсѳн дә иҫтәлекле кѳн, икеләтә байрам. Фатирҙар йәшәү ѳсѳн тулыһынса әҙер, сантехника һәм тейешле коммуникациялар менән йыһазландырылған. Йортло булыу тормошоғоҙҙоң...
Һәр кем өлөш индерһен 7-06-2017, 11:52 / ---

Һәр кем өлөш индерһен

Ҡалабыҙҙағы Сабыйҙар йорто - иң боронғо учреждениеларҙың береһе. Ул 1942 йылдың 16 июнендә ата-әсәләре һуғышта үлеп ҡалған йәки репрессия ҡорбаны булған, эвакуацияланған балалар өсөн асыла. Ул ваҡытта бөтәһе 46 бала тәрбиәләнә. Бында ете йәшкә тиклем тәрбиәләнгәс, уларҙы балалар йортона күсерәләр. 24 хеҙмәткәр үҙ өҫтөнә ҡарауһыҙ ҡалған кескәйҙәрҙе тәрбиәләү бурысын ала. Бында тупланған берҙәм, ныҡлы коллектив балаларҙың үҫеше, сәләмәтлеге, бәхетле бала сағы өсөн ҙур өлөш индерә. 1956 йылда Сабыйҙар йортондағы тәрбиәләнеүселәр иҫәбе ҡырҡа арта төшә. Үҙәк нервы системаһы зарарланған сирле...
Бәхетле бала саҡ - ололар бүләге 7-06-2017, 11:51 / ---

Бәхетле бала саҡ - ололар бүләге

Байрам иртүк ҡала Мәҙәниәт һарайында театрлаштырылған тамаша менән башланып китте. Ҡала мәктәптәренең башланғыс класс уҡыусылары һәм балалар баҡсаларының тәрбиәләнеүселәренә Мәҙәниәт һарайы коллективтары ҡыҙыҡ тамаша күрһәтте. Төшкә ҡарай Металлургтар майҙанында кескәйҙәр “Фунтик балалар илендә” театрлаштырылған тамашаһында рәхәтләнеп ял итте. Сағыу тамашаны Йәштәрҙең ял итеү үҙәге ойошторҙо. Йәйҙең тәүге көнө йылы, ҡояшлы булыуы байрамға айырым йәм, матур кәйеф өҫтәне....
“Кәкүк сәйе” этнофестивале емешле булды 7-06-2017, 11:50 / ---

“Кәкүк сәйе” этнофестивале емешле булды

Кәкүк сәйе - быуаттар төпкөлөнән килгән матур байрам. Ул йәйҙе ҡаршылауға арналған һәм “кәкүк айы” тип йөрөтөлгән майға тура килә. Халҡыбыҙҙың Кәкүк сәйе байрамы йолаларыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалыуҙа, йәш быуынға еткереүҙә мөһим роль уйнай. Йәмле Ҡариҙел йылғаһы буйында урынлашҡан Павловка паркында “Кәкүк сәйе” III республика этнофестивале үтте. Унда республикабыҙҙың 25 районынан фольклор коллективтар ҡатнашты. Быйылғы йола байрамында олоһо ла, кесеһе лә берҙәй ихлас ҡатнашты, ярыш та сәмле барҙы. “Кәкүк сәйе” байрамында шау- шыулы “Кәкүк карнавалы”, сувенирҙар күргәҙмә-йәрминкәһе, үләндәр...