Матур ғаилә - ил күрке 7-07-2017, 11:38 / ---

Матур ғаилә - ил күрке

Абҙаҡ ауылында Айгѳл һәм Рәдиф Нәжметдиновтарҙың зауыҡ менән тѳҙѳлгән ҙур йорто һәр кемдә һоҡланыу тыуҙыра. Ҡапҡа алдары таҙа, баҡсалары сәскәгә күмелгән, иркен кәртәләрендә иһә йәшел хәтфә. Ғѳмүмән, һәр нәмә үҙ урынында, уйланып эшләнелгән, бѳтә ерҙән ихласлыҡ бѳркѳлә. Был хужаларҙың уңғанлығы, тырышлығы тураһында һѳйләй. Айгѳл Фәнил ҡыҙы менән Рәдиф Рәфҡәт улы Нәжметдиновтар икеһе лә сығышы менән Абҙаҡ ауылынан. Улар, биш йыл тирәһе дуҫлашып йѳрѳгәндән һуң, 2004 йылда ғаилә ҡора. Хәҙер иһә ныҡлы, татыу, мѳхәббәтле ғаиләлә ѳс бала тәрбиәләнә. VI класта уҡыған Гүзәл, I класты тамам- лаған...
Экобокстар урынлаштырылды 7-07-2017, 11:36 / ---

Экобокстар урынлаштырылды

Башҡортостанда Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы дауам итә. 2017 йылға идара итеүсе компаниялар алдына ҡуйылған мөһим бурыстар ҙа - урындағы халыҡҡа экологик тәрбиә биреү һәм тирә-яҡ мөхитте зарарланыуҙан ҡурсалау. Ошо йәһәттән Белоретта төрлө экологик саралар йыш үткәрелеп тора. Быйыл идара итеүсе компаниялар “Экобокс” исемле федераль проектҡа ҡушылды һәм ҡалала ҡулланыуҙан сыҡҡан терегөмөш лампалар, градусниктар һәм батарейкаларҙы йыйыу өсөн экоконтейнерҙар урынлаштырҙы. 2011 йылдан алып тормошҡа ашырылған “Экобокс” федераль проектҡа Белореттан “Торлаҡ-коммуналь...
Ғәбдөктә – Шәжәрә байрамы 7-07-2017, 11:35 / ---

Ғәбдөктә – Шәжәрә байрамы

Оло йылғалар бәләкәй генә инештән башланған кеүек, башҡорт халҡы ете ҙур ырыуҙан, ваҡ-ваҡ араларҙан, унан ары бер ата, бер олатай балаларынан торған ғаиләләрҙән барлыҡҡа килгән. Шуға ла Шәжәрә байрамдарын ойоштороу бик кәрәкле, сөнки халҡыбыҙҙың рухын күтәреп ебәрерҙәй оло байрам ул. Район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан, бәләкәй ауылдарҙан иҫәпләнгән Ғәбдөк ауылы халҡы ла нәҫел ептәрен өйрәнә, һаҡлай. Йәш быуын да “Шәжәрә” тигән туплаусы тѳшѳнсәнең тәрән мәғәнәһен аңлай, араларын барлай, туған-тыумасалары менән таныша, улар менән ғорурлана, ихтирам итә. Туғандар осрашһын, йәш быуын нәҫелен,...
Халыҡ дәррәү ҡатнашты 7-07-2017, 11:31 / ---

Халыҡ дәррәү ҡатнашты

Октябрьский биҫтәһендәге зыяратты таҙартыу буйынса икенсе өмәгә халыҡ тағы ла күберәк йыйылды. Күбеһе үҙенең эш ҡоралы менән килгәйне. Изге урынды тәртипкә килтереүгә һәр кем күңел күтәренкелеге менән тотондо, сөнки әруахтарыбыҙ ятҡан мәңгелек йорттоң таҙарыныуынан үҙҙәренең дә күңелдәре таҙарынып китеренә инанған кешеләр йыйылғайны бында. Эш башланыр алдынан һәммәһе лә район-ҡала имам-мөхтәсибе Мәүлит Мөхәмәтйәнов Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең “Аллаһы Тәғәлә таҙалыҡ ярата” тигән вәғәзенән өҙөктәр килтерҙе. Зыяратта үҙеңде тотоу тәртиптәре һәм өмәнең бурыстары аңлатылғандан һуң, эш ҡайнай башланы....
Елдереп үтте быуат… 7-07-2017, 11:30 / ---

Елдереп үтте быуат…

Был ғүмерҙәр бер күҙ асып йомған ара ғына, тип әйтеүҙәре хаҡ икән. Ҡалабыҙҙа үҙенең 100 йәшен билдәләгән Мәҙинә Нури ҡыҙы Шәйәхмәтова ла бер быуатлыҡ ғүмер йылдарының үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған. Сөнки ул кескәй саҡтан алып ғүмеренең олпат йәшенә тиклем бары эш, ғаилә, балалар, туғандар хәстәре менән йәшәй. 1917 йылдың 1 июлендә Мәсетле райо- ны Әләгәҙ ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килгән Мәҙинәнең яҙмышы аша тотош халҡыбыҙ, ил яҙмышын һәм тарихын белергә була. Күп балалы ғаиләлә мал, ҡош-ҡорт тотмайынса булмай. Һәр бала бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр замандың үҙ...