Ҡалала ҙур эштәр бара 13-07-2017, 12:53 / ---

Ҡалала ҙур эштәр бара

Ҡалала ихата, йәмәғәт биләмәләре, парктар һәм скверҙарҙы төҙөкләндереү, ремонтлау буйынса ҙур эштәр бара. Уларҙың барышы менән яҡындан танышыу маҡсатында 9-сы биҫтәгә юлландыҡ. - Афарин! Оҙаҡ кѳттѳк, ниһайәт, эш башланды. Яҡшы эшләйҙәр, - тине подъездан сығып килгән ағай. - Иртәндән алып ҡараңғы тѳшкәнсе эшләйҙәр, тырышалар. Беҙ тѳҙѳлѳштѳң тиҙерәк бѳтѳүен түҙемһеҙлек менән кѳтәбеҙ, - тине К. Маркс урамындағы 37-се йортта йәшәгән Зинаида Воробьева. Эйе, тиҙҙән был микрорайон бѳтѳнләй яңы тѳҫ аласаҡ. 9-сы биҫтәгә ҡараған ихаталарҙы тѳҙѳкләндереү эштәрен 8-се тѳҙѳлѳш идаралығы алып бара. ...
Әүҙем булайыҡ! 13-07-2017, 12:52 / ---

Әүҙем булайыҡ!

Ер участкаһы алабыҙ, йорт та күптән төҙөлгән, ҡайһы ваҡытта биләмәнән ситкә сығыбыраҡ та кәртәләп ҡуябыҙ... Әммә уны теркәргә, рәсмиләштерергә ашығып бармайбыҙ, һөҙөмтәлә йылдар буйы һалым түләүҙән ситләшәбеҙ. Шул сәбәпле, дәүләт ҡаҙнаһына йыйыласаҡ табыш та кәмей. Ә бит барыбыҙҙың да яҡты, күркәм йорттарҙа йәшәгеһе, тигеҙ юлдарҙан йөрөгөһө, балаларыбыҙҙы уңайлы, йылы балалар учреждениеһына алып барғыһы, иркен мәктәптә уҡытҡыһы килә. Бындай социаль объекттар, юлдар тупланған һалымдар иҫәбенә төҙөлә һәм һалына. Йылдар дауамында ерҙе бушлай файҙаланабыҙ ҙа бит, тик шулай ҙа һалымдың дәүләт...
Бер кѳндә 8 кеше һәләк булды 13-07-2017, 12:51 / ---

Бер кѳндә 8 кеше һәләк булды

6 июлдә районда ике ҙур авария булды. Уларҙа 8 кешенең ғүмере ѳҙѳлдѳ. Тәүге юл-транспорт ваҡиғаһы иртәнге сәғәт 9-ҙар тирәһендә Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск юлында, 189 километрҙа, теркәлә. ВАЗ-21010 автомобиле менән маршрут автобусы бәрелешә. Республика ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Белорет ҡалаһы яғынан Үрге Әүжәнгә китеп барған еңел автомобиль Аҙнағол ауылы эргәһендә ҡаршы һыҙатҡа сығып, ПАЗ автобусы менән бәрелешә. Автобуста булған пассажирҙар иҫән ҡалған, ә еңел автомобилдәге бер ир һәм ике ҡатын һәләк булған. Икенсе авария ошо уҡ кѳндә кис, ҡараңғы...
Бер ғаилә булып йыйылдыҡ 13-07-2017, 12:50 / ---

Бер ғаилә булып йыйылдыҡ

Шәжәрә - ул ғаилә ныҡлығы, нәҫелдәр бәйләнеше. Шәжәрә байрам үткәреү ѳсѳн генә тѳҙѳлмәй, ә йылдар дауамында быуындар сылбырын ялғап килгән ҡомартҡы булып тора. Ата-бабаларыбыҙҙың: “Һәр кем ете быуын нәҫелен белергә тейеш”, - тигән васыятын тотоп, туғанлыҡ ептәрен нығытыу халҡыбыҙҙа иң күркәм йола булып һаҡланып ҡалған. Бѳгѳнгѳ кѳндә үҙен ихтирам иткән һәр башҡорт нәҫел тамырының ағасын тѳҙѳп, шәхестәрен барлай. Күптән түгел Манышты ауылы мәктәбе эргәһендәге яланда Ҡатай ырыуынан Сисәнбикә ѳләсәйҙең һәм Тәҡиулла олатайҙың нәҫеле осрашты. Тәҡиулла олатай Береш ауылында мулла була. Уларҙан туғыҙ...
Онотмайыҡ әле туған яҡты! 13-07-2017, 12:48 / ---

Онотмайыҡ әле туған яҡты!

Районыбыҙҙың иң боронғо ауылдарының береһе - Мулдаҡайҙа ауылдың 280 йыллығына бағышланған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Ҙур сараға әҙерлек һуң башланһа ла, эш әүҙем барҙы. Ойоштороу комитеты ауылдаштарҙан, бағыусыларҙан аҡса йыйыуҙы ойошторҙо, ә мулдаҡайҙар иһә кәртә-ҡураларҙы ипләргә, буярға тотондо. Сараға әҙерлектә ойоштороу комитеты рәйесе Мәжит Әнүәр улы Талипов ҙур кѳс һәм тырышлыҡ һалды. Әҙерлек ваҡытында “Асы” шифаханаһы директоры, район Советы депутаты Буранбай Ямалов, “Глория” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етәксеһе Фәниә Вәлиева, Береш ауылынан эшҡыуарҙар - Ислам...