Байрамды - күтәренке кәйеф менән 14-07-2017, 12:44 / ---

Байрамды - күтәренке кәйеф менән

Руслан Рәшит улы МӘҠСҮТОВ һөнәр һайлауҙа әллә ни күп уйлап тормай - бейек торбалары, ылыҡтырғыс гудогы, бөтә илгә таралған даны булған металлургия комбинатына эшкә килә һәм яңылышмай. Хәҙер инде 10 йылдан ашыу «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 16-сы цехында сым һуҙыусы булып эшләй. Шул арала ул үҙен яҡшы эшсе итеп күрһәтеп өлгөрә. Бергә эшләгән иптәштәре, етәкселек эшен юғары баһалай. Уңған сым һуҙыусы һөнәри байрамын һәм ҡала юбилейын ҙур шатлыҡ менән ҡаршылай: ошо көндәрҙә комбинатта үткән тантаналы сарала ул Рәсәй Федерацияһы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының...
Хеҙмәтенә күрә хѳрмәте 14-07-2017, 12:42 / ---

Хеҙмәтенә күрә хѳрмәте

Белорет металлургия комбинаты Металлургтар кѳнѳн һәм ҡаланың 255 йыллығына арналған байрам сараларын кисә үк башланы - комбинаттың тамаша залында 129 металлургты тәбрикләнеләр. Хеҙмәт алдынғыларына маҡтаулы исемдәр, федераль һәм республика, тармаҡ һәм муниципаль ведомстволар, корпоратив һәм профсоюз наградаларын тапшырҙылар. Тәүҙә тәбрикләү һүҙе менән “Белорет металлургия комбинаты” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Виктор Камелин 11 металлургҡа “Мечел” йәмғиәтенең Почет грамоталарын, Рәхмәт хаттарын, шулай уҡ металл ҡойоу-механик цехы начальнигы Сергей ГРИДНЕВСКИЙға, автотранспорт...
Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары... 14-07-2017, 12:41 / ---

Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары...

- Һау ғынаһығыҙмы, класташтар! Нисек килеп еттегеҙ? Күптәнән күрешкән юҡ. - Уҡытыусыларыбыҙ ҙа килгән икән. Ни хәлдәһегеҙ? Һеҙҙең дәрестәрегеҙҙе әле булһа ла иҫләйбеҙ. - Күпме йылдар үтһә лә, үҙгәрмәй, матур килеш ҡалғанһығыҙ, ҡыҙҙар! - Класташтар, уҡытыусылар менән осраштырған сараны ойоштороусыларға рәхмәт инде. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне, мәктәп йылдарына, йәшлеккә әйләнеп ҡайтҡандай булдыҡ. Ҡосаҡлашыу, күрешеү, уҡытыусылар, класташтар менән осрашыу, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәү, мәктәп йылдарын йылы хәтирәләрҙә иҫкә төшөрөү... Барыһы ла булды Арышпар ауылында үткән “Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары”...
Күңел сымдары тоташҡан 14-07-2017, 12:40 / ---

Күңел сымдары тоташҡан

- Һайт! Һайт!.. Китегеҙ юлымдан! - тип һөрән һала ауыл урамына килеп ингән һыбайлы ҡыҙ. Ноҡатта был дыуамал ҡыҙҙы һәр кем танып тора. - Хәбибулланың Әлиәһе “Орлиг”ында ҡайһылай елдерә! - Әйтмә лә инде, - тип осраған ололар уға һоҡланып ҡарап ҡала. Эйе, ошо тәүәккәллеге ҡыҙға тормош һынауҙары алдында ебеп ҡалмаҫҡа этәргес көс бирә лә инде! Бәләкәйҙән был бала күңеленә ҡанатлы ат инеп оялағанын атаһы - Хәбибулла ла һиҙмәй ҡалмағандыр. Уйнағанда ла гел малайҙар араһында була. “Атаман” титулын гел ул яулай, велосипедта оҫта йөрөргә лә йәһәт өйрәнә. Үҫә төшкәс, атаһына һиҙҙермәйенсә генә, ишек...
«Йәйләү»ҙә ял иттек 14-07-2017, 12:39 / ---

«Йәйләү»ҙә ял иттек

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы 2003 йылда тәүге тапҡыр балаларҙы халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, йолалары менән таныштырыу, милли үҙаң, телгә һөйөү, башҡорт телендә аралашыу, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү, балаларҙың сәләмәтлеген нығытыу маҡсатында Ғафүри районында балалар өсөн башҡорт йәйләүе ойоштора. Унда республикала ғына түгел, ә башҡа республика, өлкәләрҙән дә башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаларында еңгән, йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан балаларға йүнәлтмә бирелә. Бына инде нисәмә йыл “Йәйләү” балаларҙың яратҡан ял итеү урыны булып һанала һәм бик уңышлы эшләп килә. Бындай...