Берҙәмлек һѳҙѳмтәһе - балаларға майҙансыҡ 18-07-2017, 10:47 / ---

Берҙәмлек һѳҙѳмтәһе - балаларға майҙансыҡ

Муниципаль районда, Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Бөтә донъя банкы менән берлектә “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһын тормошҡа ашырыу буйынса эштәр уңышлы дауам итә. Программаға ярашлы, көнүҙәк мәсьәләләрҙе халыҡ үҙе билдәләй һәм юлдарҙы төҙөкләндереү, ауылдарҙы эсәр һыу менән тәьмин итеү, уйын һәм спорт майҙансыҡтары төҙөү, урамдарҙы яҡтыртыу, трактор һатып алыу кеүек проблемаларын хәл итә. Ә бына Инйәр ауыл хакимиәтенә ҡараған Манышты ауылы халҡы, балалар мәнфәғәтен тәүге урынға ҡуйып, спорт һәм уйын майҙансығы урынлаштырҙы....
Тантана итте ҡалам, беҙҙә булды ҙур байрам 18-07-2017, 10:46 / ---

Тантана итте ҡалам, беҙҙә булды ҙур байрам

Ҡаланың 255 йыллыҡ юбилейы һәм Металлургтар кѳнѳнә бәйле ҙур байрамға әҙерлек күптәнән барҙы. Июлдә ҡала ихаталарында, скверҙарҙа капиталь ремонт башланды, урамдарҙа асфальт яңыртылды, күп фатирлы йорттарҙың ҡыйыҡтары алыштырылды. Бына шундай ыңғай ваҡиғалар, ҙур тѳҙѳлѳштәр, яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр менән ҡаршы алды оло юбилейын Иҙел башы. Синоптиктар байрам үтәсәк кѳндә Белоретта ҡойма ямғырҙар вәғәҙә итһә лә, тәбиғәт мәрхәмәтле булды һәм ҡаланың үҙәгендә ямғыр саҡ ҡына һибәләп үтте. Тѳп байрам саралары Металлургтар майҙанында халыҡ тынлы оркестры сығышы менән асылды. Һуңынан сәхнәгә...