Тәмле бәлештәр – Сермәндә 21-07-2017, 11:45 / ---

Тәмле бәлештәр – Сермәндә

Үҙ ғүмерен тик сауҙа ѳлкәһенә арнағандар бар. Сермән ауылындағы элекке универсам бинаһында урынлашҡан “Ѳмѳт” магазины һәм кафеһы хужабикәһе Роза Борисовна ХАМАТКОЕВА ла улар рәтен тулыландыра. Роза Борисовна мәктәпте тамамлағас, һатыусы һәм ашнаҡсы һѳнәренә уҡый. Был һѳнәрҙәр уға тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, үҙ эшен асырға ярҙам итә. Үзбәкстанда йәшәгәндә лә, бында ла яратҡан эшенән айырылмай, ә инде 2000 йылда ныҡлап эшҡыуарлыҡҡа тотона һәм магазин аса. Баҙарҙа һәр саҡ кѳнәркәшлек кѳслѳ, шуға ла, магазинға ярҙам булһын тип, йәмәғәт туҡланыуы менән дә шөғөлләнә башлай. Бѳгѳн иһә “Ѳмѳт”...
Илдең иң яҡшы мәктәптәре иҫәбендә 21-07-2017, 11:44 / ---

Илдең иң яҡшы мәктәптәре иҫәбендә

Белорет балалар музыка мәктәбе Дөйөм Рәсәй конкурсында еңеп, илдең иң яҡшы 50 сәнғәт мәктәбе иҫәбенә инде. Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы ойошторған конкурс 2017 йылдың март айында старт алғайны. Конкурс балаларҙы сәнғәт төрҙәре буйынса уҡытыу өлкәһендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән мәктәптәр араһында үткәрелеп, Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү системаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Мәртәбәле конкурста Рәсәйҙең бөтә субъект вәкилдәре лә ҡатнашты. Дөйөм Рәсәй конкурсы һөҙөмтәләре буйынса, Белорет ҡалаһының балалар музыка мәктәбе (директоры И.Р. Иҫәнғужин)...
Хѳкүмәт премияһына лайыҡ булдылар 21-07-2017, 11:44 / ---

Хѳкүмәт премияһына лайыҡ булдылар

Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәтенең 2017 йылдың 14 июлендәге ҡарары менән 50 рус һәм башҡорт теле уҡытыусыһы 50 мең һум күләмендәге премияға лайыҡ булды. Улар араһында ҡаланың 21-се мәктәбенән рус теле уҡытыусыһы Ирина Александровна Абакумова ла бар. Әйткәндәй, яҡташыбыҙ - сығышы менән Манышты ауылынан булған Миләүшә Нурулла ҡыҙы Моратшина ла ошо уҡ премияға лайыҡ булды. Ул оҙаҡ йылдар Ҡаһарман мәктәбендә уҡытты, әлеге ваҡытта Ѳфѳләге 117-се сит телдәрҙе тәрән ѳйрәнеү мәктәбендә башҡорт теленән уҡыта....
Йәйҙең йәме – еләктә 21-07-2017, 11:43 / ---

Йәйҙең йәме – еләктә

Былтырғы йәй үҙенең ҡоро килеүе, емеш-еләкте ваҡытынан алда көйҙѳрѳп бөтөүе, ә быйылғыһының артыҡ ямғырлы булыуы менән үҙенсәлекле. Оҙайлы ямғырҙар күп мәшәҡәттәр ҙә тыуҙырҙы. Сәселгән уңыштың юғары дымлылыҡтан зыян күреүе сәбәпле, республиканың 13 районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Республикала 22 мең гектар сәсеүлектең һәләк булыуы теркәлде. Яҡынса юғалтыуҙар 426 миллион һум тәшкил итте. Ҡыштың - ҡарлы, йәйҙең ямғырлы булыуы ауыл кешеләрен, баҡсасыларҙы ла борсоуға һалды. Ҡала халҡына был әллә ни уңайһыҙлыҡ тыуҙырмаһа ла, ауылдағыларҙың кәйефен ярайһы уҡ ҡырҙы, әлбиттә. Күптәрҙең...
“Ялан сәскәләрен яратам” 21-07-2017, 11:41 / ---

“Ялан сәскәләрен яратам”

Тәбиғәттең емеш-еләккә бай мәлендә, ялан-туғайҙарҙа меңәрләгән сәскәләр июль айының талғын еленә бәүелгәндә донъяға килгән Гүзәл Фаил ҡыҙы Нәбиуллина. - Мин тыуғанда уттай ҡыҙыу эш мәле була, - тип өләсәһе Миңсафа Әхмәт ҡыҙының һөйләгәндәрен иҫенә ала Гүзәл Фаил ҡыҙы. - Элек бесәнде иң алда колхозға эшләгәндәр, һуңынан, эштән бушаған арала, үҙ малыңа әҙерләгәнһең. Бына шулай бесән мәлендә әсәйем миңә ауырып китә. Саҡ ҡайтып өлгөрҙөк ауылға, тип һөйләгәндәре һаман иҫемдә. Атайым Фаил Нурулла улы, әсәйем Гөлнур Кәшфулла ҡыҙы икеһе лә колхозда эшләне. Ул мәлдә колхоздың көслө сағы, эш күп....
Ғаилә нигеҙе - мөхәббәт! 21-07-2017, 11:40 / ---

Ғаилә нигеҙе - мөхәббәт!

8 июлдә илебеҙ 8-се тапҡыр Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләне. Ул Рәсәйҙә Дәүләт Думаһы депутаттары инициативаһы менән булдырылып, тәүге тапҡыр 2008 йылда үткәрелгәне. Ошо көн айҡанлы, Инйәр ауыл хакимиәте лә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә байрам ойошторҙо. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләү өсөн Инйәр ауыл Советы биләмәһенә ҡараған ауыл халҡы матур яланға йыйылды. Байрамдың рәсми өлөшөндә Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Ғәбделхаҡ улы Мөфтәхетдинов 50 һәм 60 йыл бергә йәшәгән ғаилә парҙарын, ошо байрамды биҙәргә килгән райондың иң яҡшы ижади коллективтарын...
Йылан изгеме, әллә яуызмы? 21-07-2017, 11:39 / ---

Йылан изгеме, әллә яуызмы?

Климат үҙгәрә, тәбиғәттә баланс боҙола, янғындар, тирә- яҡтың бысраныуы, яңы майҙандар эшкәртеү... Былар барыһы ла йәнлектәрҙең үҙҙәренә яңы йәшәү урыны эҙләп, кеше территорияһына килеп сығыуына килтерә. Бында йыландар өсөн урын күп һәм ризыҡ та етәрлек. Тәү сиратта йыуынты һыу һәм сүп-сар соҡорҙары, сөнки еүешлек һәм йылылыҡ - һөйрәлеүселәр өсөн иң яҡшы шарттар. Әлбиттә, үҙеңдең кәртәңдә йылан менән осрашыу күңелле күренеш түгел. Күп осраҡта ҡурҡыу тойғоһо кисерәһең, ҡотоң оса....