Халыҡ дәррәү ҡатнашты 7-07-2017, 11:31 / ---

Халыҡ дәррәү ҡатнашты

Октябрьский биҫтәһендәге зыяратты таҙартыу буйынса икенсе өмәгә халыҡ тағы ла күберәк йыйылды. Күбеһе үҙенең эш ҡоралы менән килгәйне. Изге урынды тәртипкә килтереүгә һәр кем күңел күтәренкелеге менән тотондо, сөнки әруахтарыбыҙ ятҡан мәңгелек йорттоң таҙарыныуынан үҙҙәренең дә күңелдәре таҙарынып китеренә инанған кешеләр йыйылғайны бында. Эш башланыр алдынан һәммәһе лә район-ҡала имам-мөхтәсибе Мәүлит Мөхәмәтйәнов Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең “Аллаһы Тәғәлә таҙалыҡ ярата” тигән вәғәзенән өҙөктәр килтерҙе. Зыяратта үҙеңде тотоу тәртиптәре һәм өмәнең бурыстары аңлатылғандан һуң, эш ҡайнай башланы....
Елдереп үтте быуат… 7-07-2017, 11:30 / ---

Елдереп үтте быуат…

Был ғүмерҙәр бер күҙ асып йомған ара ғына, тип әйтеүҙәре хаҡ икән. Ҡалабыҙҙа үҙенең 100 йәшен билдәләгән Мәҙинә Нури ҡыҙы Шәйәхмәтова ла бер быуатлыҡ ғүмер йылдарының үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған. Сөнки ул кескәй саҡтан алып ғүмеренең олпат йәшенә тиклем бары эш, ғаилә, балалар, туғандар хәстәре менән йәшәй. 1917 йылдың 1 июлендә Мәсетле райо- ны Әләгәҙ ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килгән Мәҙинәнең яҙмышы аша тотош халҡыбыҙ, ил яҙмышын һәм тарихын белергә була. Күп балалы ғаиләлә мал, ҡош-ҡорт тотмайынса булмай. Һәр бала бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр замандың үҙ...
Айыста - “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” 4-07-2017, 15:33 / ---

Айыста - “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”

Районыбыҙҙың боронғо ауылдарының береһе - Айыста “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Сараға әҙерлек ҡыш уҡ башланды. Айыстар ҙур осрашыуға әҙерлекте ата-бабалары, туған-тыумасалары рухына бағышлап, ауыл зыяратын кәртәләргә ҡарар итә. Мөнирә Сәлимйәнова һәм Азамат Мосабировтар башланғысы менән төҙөлгән инициатив төркөм изге эште тормошҡа ашырыуҙы үҙ өҫтөнә ала, ер ҡарҙан әрселеү менән уны урын- еренә еткереп, үтәп тә ҡуя. Айыстар Бөйөк Ватан һуғышында яу яландарында ятып ҡалған һәм еңеү менән ҡайтҡан яугирҙар иҫтәлегенә ауылда мәрмәрҙән стела ҡуйырға ҡарар итә. Әйткәндәй, бәләкәй генә...
Юлдар имен булһын 4-07-2017, 15:32 / ---

Юлдар имен булһын

Транспорт һаны кѳндән-кѳн арта. Был, берҙән, кешеләргә уңайлыҡтар тыуҙырһа, икенсе яҡтан, юлдарҙа хәлдең киҫкенләшеүенә, хәүеф артыуына килтерә. “Хәҙер ҡеүәтле двигателле автомобилдәрҙең тиҙлеге шәп, юлдар ҙа һәйбәт. Кеше ошо уңайлыҡтарға алданып, ҙур тиҙлектә ҡыуып, күп осраҡта аварияға осрай. Бындай юл хәл-ваҡиғалары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күңелһеҙ тамамлана”, - ти Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенең Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы инспекторы, полицияның ѳлкән лейтенанты Алмирад Рауил улы Ғилманов. Тәжрибәле, хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанған...
«Бригантина»ла – күнекмә 4-07-2017, 15:30 / ---

«Бригантина»ла – күнекмә

Йәйге осорҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү бигерәк тә балалар өсөн мөһим һанала. Ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә баланың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыуҙан һаҡлай һәм ял ваҡытын бәлә- ҡазаһыҙ үткәрергә ярҙам итә. Шуға күрә район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге хеҙмәткәрҙәре йәйге һауыҡтырыу лагерҙарына етди иғтибар бүлә. Ошо көндәрҙә улар “Бригантина” лагеры коллективы менән күнекмәләр үткәрҙе. “Бригантина” лагеры корпустарының береһендә урынлашҡан ял бүлмәһендә, йәнәһе лә, янғын сыға. Ололар шунда уҡ балаларҙы хәүефле урындан эвакуациялау эшенә тотона. Яуаплы кеше янғын...
Маҡсатың булһа яҡты 4-07-2017, 15:30 / ---

Маҡсатың булһа яҡты

“Шул хәтлем дә китап уҡырға яратаһың да инде!”- тигән атаһы тауышына һиҫкәнеп китә ҡапыл Клара. Эйе, әсәһе иҙән йыуырға ҡушҡан арала ла ул ҡулына “Анна Каренина”ны эләктереп алғайны. V класс уҡыусыһы ниндәй китапҡа юлыға, шунда уҡ йотлоғоп уҡырға тотона. Мәктәп, клуб китапханаһындағы бар әҙәби китаптар уҡылып, бала күңелен әҫәрләндерә килә. Бер саҡ ҡайҙалыр киткән уҡытыусылары әсәһенә йортон ҡарарға ҡалдырып китә. Ана шунда ҡыҙға тағы бер бәхет татый: төнө буйына шәм яҡтыһында гәзит-журнал, китаптар уҡып сыға....