Военный прокурор разъясняет о замене военной службы по призыву на альтернативную гражданскую службу 27-09-2017, 16:58 / ---

Военный прокурор разъясняет о замене военной службы по призыву на альтернативную гражданскую службу

Вопрос: «Скоро начнется весенний призыв, и скорее всего мне предстоит отправиться служить своей родине. Не то что бы я не хотел идти в армию, наоборот, я был бы рад отдать свой гражданский долг, но мои личные религиозные убеждения не позволяют мне брать оружие в руки. По телевизору я слышал о том, что можно заменить военную службу на альтернативную. Поясните, пожалуйста, действительно ли это возможно? Имею ли я на это право?» Александр Ф....
Боғанаҡта яңы спорт майҙансығы 27-09-2017, 16:24 / ---

Боғанаҡта яңы спорт майҙансығы

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Урындағы инициативаларға ярҙам итеү» проектына ярашлы, райондағы ҡайһы бер ауылдар халҡы күп кенә социаль проблемаларын хәл итеүгә иреште. Әзекәй ауыл хакимиәтенә ҡараған Боғанаҡ халҡы ла ошо проект буйынса үҙ ауылында спорт майҙансығы булдырҙы....
Патриотик тәрбиә - иң мѳһиме 27-09-2017, 16:23 / ---

Патриотик тәрбиә - иң мѳһиме

Рәсәй ДОСААФ-ының Белорет автомобиль мәктәбендә республика уҡыу-методик сараһы ойошторолдо. Унда ДОСААФ системаһына ингән белем биреү учреждениеларының етәкселәре һәм преподава- телдәре ҡатнашты. Сараның маҡ- саты - Рәсәй Ҡораллы Көстәренә водителдәр әҙерләүҙең сифатын күтәреү. Белорет автомобиль мәктәбе ҡалала хәрби-патриотик тәрбиә биреү үҙәге булып һанала һәм йәш быуынға тәрбиә биреүҙә мәктәптең өлөшө ҙур. Белгестәр әҙерләү системаһына алдынғы алымдар индереү ҙә сара барышында тикшерелгән төп мәсьәләләрҙең береһе булды. Фекер алышыуҙар хәрби комиссариат йүнәлтеүе буйынса курсанттар...
27-09-2017, 16:22 / ---

"Урындағы мәҙәниәт йорто" проекты уңышлы эшләй

2016 йылда Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Урындағы мәҙәниәт йорто» һәм «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» яңы проекттары әҙерләнеп, 2017 йылдан эшләй ҙә башланы. Йылдың тап ошондай партия башланғысы менән башланып китеүе муниципалитеттарға мәҙәниәт йорттарын тәртипкә килтереү мөмкинлеге бирҙе, сөнки ауыл биләмәләрендә улар - ижтимағи тормош үҙәге һәм уларға, һис шикһеҙ, ярҙам итергә кәрәк. Проект өс йыл дауамында эшләйәсәк. «Берҙәм Рәсәй» партияһы проектына ярашлы, ауыл клубтарын төҙөкләндереүгә, сәхнә кейемдәре, музыка ҡоралдары һатып алыуға 46 миллион һум аҡса бүленә. Республика...
Электричка менән Өфөнән 4 сәғәттә 27-09-2017, 16:21 / ---

Электричка менән Өфөнән 4 сәғәттә

Өфө һәм Яңы Абҙаҡ араһында тиҙ йөрөшлө электричка йөрөйәсәк. Электричка ике араны дүрт сәғәттә үтәсәк, тип күҙаллана. Ә ғәмәлдәгеһе юлды иң кәмендә 8 сәғәттә үтә. Әлбиттә, яңы тиҙ йөрөшлө поездар түгел, шул уҡ электричкалар йөрөйәсәк. Ә бына туҡталыштарҙың кәметелеүе электричканың юлға киткән ваҡытын 4 сәғәткә тиклем ҡыҫҡартасаҡ. Өфө-Инйәр араһында йөрөгән электричка республикала популяр бәйләнеш тиергә лә була. Һәйбәт автомобиль юлы булмаған ауылдарҙан сығыу өсөн берҙән-бер транспорт булһа, икенсенән, туристар районыбыҙҙың мәғрүр тауҙарына артылырға, йылғаларында һалда ағырға тап ошо...
Бала йәнле тәрбиәсе 27-09-2017, 16:19 / ---

Бала йәнле тәрбиәсе

Ниндәй генә һѳнәрҙе алып ҡарама, һәр ҡайһыһының үҙ ауырлығы, үҙ нескәлеге бар. Бѳтә кѳсѳн, белемен, ваҡытын балалар тәрбәләүгә биргән тәрбиәселәрҙең түҙемлегенә, ныҡышмалылығына хайран ҡалырлыҡ. Белорет лицей-интернатында тәрбиәсе булып эшләүсе Зәйтүнә Сәғәҙей ҡыҙы Аллаярова - тап шундай- ҙарҙың береһе. 1961 йылда, тирә-яғын урмандар уратып алған Мѳхәмәт ауылында ишле ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә ул. Ауылда мәктәп дүрт йыллыҡ ҡына булғанлыҡтан, ѳлкән ағай-апайҙары күрше Абҙаҡ мәктәбенә уҡырға китә. Ѳйҙә атай-әсәйгә ярҙам итешеп, барлыҡ йорт эштәренә ѳйрәнеп, ныҡышмал, тырыш...
Әсә булыу – ғорурлыҡ 22-09-2017, 15:47 / ---

Әсә булыу – ғорурлыҡ

Береһенән-береһе матур, мөләйем, йөҙҙәренән нур һәм ихласлыҡ урғылып торған 47 әсә үҙҙәренең был донъялағы төп бурысын үтәгәне өсөн лайыҡлы баһа алып, түштәренә “Әсәлек даны” миҙалын таҡты. Был тантана иһә республика Хөкүмәте йортонда 133-сө тапҡыр үтә һәм унда 7404 әсә ҡатнашыу бәхетен татыған да инде....
Порталда - уңайлы һәм тиҙ 22-09-2017, 15:46 / ---

Порталда - уңайлы һәм тиҙ

2017 йылдың июленән транспорт средстволарын һәм тағылмаларын теркәү буйынса административ регламентта үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде. ► ОСАГО полисын күрһәтеү кәрәкмәй, хәҙер тикшереү электрон базаларҙы файҙаланып үткәрелә; ► транспорт хужаһы gosuslugi.ru порталы аша ғариза биргәндә, ҡабул итеүсе хеҙмәткәргә тәүҙә документтарын тапшырмайынса ла, автомобилде ҡарау процедураһын үтә ала; ► идентификациялау номерҙары үҙгәргән (уларҙың иҫкереүе, тутығыуы асыҡланған осраҡта) транспортты иҫәпкә ҡуйырға була; ► страховкалау осрағы буйынса ғәмәлдән сыҡҡан транспортты теркәүҙе туҡтатыу тураһында...
Конкурс оҫталыҡты һынай 22-09-2017, 15:37 / ---

Конкурс оҫталыҡты һынай

Белорет рессора һәм пружиналар заводында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсы үтә. Был сара йыл да Машина эшләүселәр көнөнә ҡарата уҙғарыла. Бында эшләгән автомат линияһы операторҙарының эше яуаплы һәм етди. Кәрәкле параметрҙарҙы компьютерға индергәндә бәләкәй генә яңылышлыҡ та ебәрергә ярамай. Баһалау критерийҙары - эште тиҙ ваҡытта башҡарыу һәм пружиналарҙың күрһәткестәргә ярашлы булыуы. Ошо көндәрҙә Белорет рессора һәм пружиналар заводында конкурстың сираттағы этабы ойошторолдо. Унда 5-се цех эшселәре ҡатнашты. Иң тәжрибәлеләре - Азамат Фазылов, Олег Окороков. Азамат һөнәри оҫталыҡҡа...
Тәүге медицина ярҙамы 22-09-2017, 15:34 / ---

Тәүге медицина ярҙамы

Ҡалала Бөтә донъя тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү көнөн билдәләнеләр. Ошо көн айҡанлы, Сәләмәтлек үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡаланың электр селтәрҙәре предприятиеһы эшселәренә травма осраҡтары буйынса лекция уҡыны. Әлбиттә, тәүге медицина ярҙамын, тәү сиратта, медицина хеҙмәткәрҙәре күрһәтә. Әммә бынан тыш, полиция һәм ҡотҡарыу хеҙмәте лә бындай оҫталыҡҡа мотлаҡ эйә булырға тейеш, сөнки тормошта табип ярҙамы талап ителгән осраҡтар йыш сығып тора. Медицина хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡытта ла эргәлә булмай. Шуның өсөн дөрөҫ ярҙам күрһәтә белеү һәр кем өсөн мөһим. Электр селтәрҙәре предприятиеһы...