Гәзитебеҙгә яҙылығыҙ, бүләк отоғоҙ! 12-09-2017, 12:30 / ---

Гәзитебеҙгә яҙылығыҙ, бүләк отоғоҙ!

Хѳрмәтле дуҫтар, 2018 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыу башланды. Гәзиткә яҙылыусылар араһында ойошторолоп килгән реклама акциялары (конкурстар һәм бүләктәр оттороу) дауам итә. Сарала “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто гәзит- журналдарына яҙылған һәр кем ҡатнаша ала. Конкурс бер нисә этаптан тора. “Үҙ баҫмаңа яҙыл” акцияһына ярашлы үткәрелгән марафон 2018 йылдың беренсе ярты йыллығында «Суперприз от!», «Сәләмәт булығыҙ!», «Аҙна бүләге», «Бәхетле авто» конкурстарын берләштерә. «АҘНА БҮЛӘГЕ»...
Белореттар тауыш бирҙе 12-09-2017, 12:27 / ---

Белореттар тауыш бирҙе

10 сентябрҙә Берҙәм һайлау көнөндә Белорет муниципаль районы халҡы ҡала Советына, Абҙаҡ ауыл Советына депутаттар һайланы. Һайлауға 59 кеше үҙ кандидатураһын ҡуйғайны. Улар араһында 7 сәйәси партия вәкиле лә булды. Сәйәси сараға әҙерлек бер нисә ай элек башланды. Быйыл участка һайлау комиссиялары протоколдарын тултырғанда һәм һайлау йомғаҡтары сығарғанда тәү башлап яңы технологиялар - машина тарафынан уҡыла торған QR код файҙаланылды....
Халыҡҡа - сифатлы хеҙмәтләндереү 12-09-2017, 12:25 / ---

Халыҡҡа - сифатлы хеҙмәтләндереү

Быйыл ҡаланың күп кенә һаулыҡ һаҡлау учреждениелары ҙур ыңғай үҙгәрештәр кисерҙе. Яҙғыһын балалар поликлиникаһында «Ихтирамлы регистратура» эш башлап, халыҡты ҡыуандырғайны. Яңыраҡ Октябрҙең 50 йыллығы урамында урынлашҡан стоматология поликлиникаһы хеҙмәткәрҙәре һәм пациенттары ла һөйөнөслө ваҡиға кисерҙе. Бында ла заманса йыһазландырылған регистратура сафҡа индерелде....
Бѳтә ғаилә менән – мәктәпкә 12-09-2017, 12:23 / ---

Бѳтә ғаилә менән – мәктәпкә

Муниципаль районда уникаль проект старт алды. «Мәктәп ишектәрен аса» проекты «Мәктәпкә бѳтә ғаилә менән» лозунгыһы аҫтында үтә. Был байрам уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн генә ойошторолмай. Унда мәктәпте күптән тамамлаған, ошо мәктәп янында йәшәгән бар теләүселәр ҙә ҡатнаша. Улар бала саҡ йылдарына кире әйләнеп ҡайта, мәктәп менән танышып, яңынан парта артына ултырып ҡарай ала....