Була шундай ир-егеттәр! 14-09-2017, 15:01 / ---

Була шундай ир-егеттәр!

Мәргән уҡсы, ҡурайсы, йырсы, ҡумыҙсы Илназ Үҙәнбаевты быйыл Мәхмүт ауылында үткән Ҡатай йыйынында тәүгә күреүем. Унда ул уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргәйне. Мәргәндең килешле кейеменә һоҡланып, уҡ-һаҙағын тотоп, унан атып ҡараусылар күп булды. Илназ һәр береһенә ентекле яуап ҡайтарып, тыныс ҡына аңлатып, кәңәштәрен биреп торҙо. Илназдың Учалы районында уҙған "Ай, Уралым, Уралым" этнофестивалендә "Урал батыр вариҫтары" конкурсында гран-при, Салауат йыйынында II урынды яулауын, республика төбәк-ара конкурстар лауреаты тип ишетә белә инем. Аҡыллы, бар яҡлап та талантлы, төрлө музыка...
Әҙерлекте бѳгѳндән башлайыҡ 14-09-2017, 14:59 / ---

Әҙерлекте бѳгѳндән башлайыҡ

Йылдар үтә, кешелек донъяһы бер тиҙлек менән үҙ тарихын яҙа ла яҙа. Ваҡыт тигән нәмә Ер шарының Ҡояш тирәләй әйләнеүенән килеп сығыуын һәр кеше аңлайҙыр. Бына алыҫ 1918 йылда, Октябрь социалистик революцияһының еңеүенә бер йыл да тулмағанда, Шығай ауылында тәүге мәктәп асыла. Был ярлы-ябағаға белем алыу мөмкинлеген аса. 1903 йылда Шығайҙа мәҙрәсә асыла. Был турала Шығайҙың беренсе крайҙы өйрәнеүсеһе, заманаһының арҙаҡлы кешеһе, уҡытыусы Әбделмән Мохтар улы Мохтаров яҙып ҡалдырған. Ул үткән быуаттың бѳтә тарихи ваҡиғаларының тере шаһиты, күптәрендә үҙе ҡатнашҡан һәм беҙҙең район тормошона үҙ...
Скайраннинг спортсыларҙы йыйҙы 14-09-2017, 14:58 / ---

Скайраннинг спортсыларҙы йыйҙы

Үткән аҙнала Мәлитәк, Яланғас тауҙарында Волга буйы һәм Урал федераль округтарының альпинизм буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты үтте. Уны Башҡортостан Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, Башҡортостан Альпинизм федерацияһы ойошторҙо. Сараның маҡсаты - Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда альпинизмды үҫтереү, кѳслѳ спортсыларҙы табып, спорт резервын әҙерләү һәм альпинизм, туризм сәйәхәттәренең хәүефһеҙлеген арттырыу. Скайраннинг - йәш спорт төрө. Ярыш өсөн уңайлы булған беҙҙәге матур тәбиғәт, бейек таулы ҡырағай урман, төрлө ҡаршылыҡтар был спорт төрөн үҙ итеүсе 15 төбәктең бик күп...
Эш һөйгәнде ил һөйөр 14-09-2017, 14:57 / ---

Эш һөйгәнде ил һөйөр

Сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә барлыҡ урман хужалығы эшсәндәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ғүмерен илебеҙҙең урман байлыҡтарын һаҡлауға һәм арттырыуға, ағас әҙерләү һәм эшкәртеүгә бағышлаған урмансыларҙың байрамы ул. Был көндә уларҙың эштәре, йәмғиәт файҙаһына килтергән юғары хеҙмәттәре баһалана һәм билдәләнә. Егәҙенән Марат Абдрахман улы Сафуанов та өс тиҫтәнән ашыу ғүмерен урманға бағышлағанына һис тә үкенмәй. Һѳнәр һайларға ваҡыт еткәс, ҡайҙа барыу тигән һорау килеп тыумай, сөнки Марат ағайҙың атаһы - Абдрахман Суфиян улы, ағаһы Тимербулат күп йылдар урман хужалығында хеҙмәт...
Бурысыңды түлә лә, тыныс йоҡла 14-09-2017, 14:54 / ---

Бурысыңды түлә лә, тыныс йоҡла

Ҡалала бурыслыларға ҡаршы рейдтар ойоштороу дауам итә. Һалымдар бурысы буйынса сираттағы сараны һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре суд приставтары менән берлектә уҙғарҙы. Улар суд ҡарарына ярашлы, бурыслыларҙың өйөнә, эш урынына рейд яһаны. Сара барышында айырым иғтибар шәхси эшҡыуарҙарға бирелде, сөнки йыйылған бурыстың иң күбе, 6 миллион һум, нәҡ улар өҫтөндә. Эшҡыуарҙарҙы сауҙа нөктәләре, йәшәгән адрестары буйынса ла эҙләнеләр. Тик рейд хеҙмәткәрҙәре уларҙың күбеһен эш урынында ла, теркәлгән адресы буйынса ла тап итә алманы. Рейд ойоштороусылар бындай күренешкә йыш осрай. Күп ваҡытта тәртип...