15-09-2017, 10:58 / Әсәм теле - сәсән теле
Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында Указға ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 68-се статьяһына ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының республикала йәшәгән халыҡтарҙың туған телен һаҡлап ҡалыуға тиң хоҡуҡты гарантиялаған 54-се статьяһын тормошҡа ашырыу, Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен ирекле өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыу, башҡорт телен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен өйрәнеү системаһының һөҙөмтәлелеген...