Оноторға хаҡыбыҙ юҡ! 22-09-2017, 15:33 / ---

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

Сеү, туҡта! Кемдер туғандар ҡәберлеге янында һөйләшкән кеүек... "Һаумы, ҡәҙерлебеҙ! Бына 74 йылдан һуң, һуңғы төйәгеңде табып, яныңда баҫып торабыҙ. Яңғыҙым түгел, фотоһүрәттә генә булһа ла, ҡустың менән килдем. Их, атайым ғына иҫән түгел шул! Һинең ҡайҙа ерләнгәнеңде бер нисә йыл элек белһәк, ул да һинең яныңда торор ине. Юҡ, шул. Булманы... Бик тә теләгәйне. Бөгөн мин, ҡустыңдың улы, яныңда баҫып торам. Тыныс йоҡла, апа! Һинең изге нәҫелең дә йәшәүен дауам итә. Улар ишәйгәндән-ишәйә генә. Һин һуғышҡа киткәндә, бер нисә айлыҡ ҡына булып ҡалған улыңдың да хәҙер бүләләре үҫә..." Ҡәҙерлеләре,...
Беҙҙекеләр беренсе 22-09-2017, 15:31 / ---

Беҙҙекеләр беренсе

“Арский ташы” ял базаһында балалар ижадының “Тауҙар. Ҡарағайҙар. Фестиваль” тип аталған V асыҡ фестивале үтте. Художестволы образдар булдырыу аша балаларҙа республиканың киләсәге хаҡында ыңғай тойғолар, тәбиғәткә, мәҙәни мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү - ѳс кѳн барған фестивалдең тѳп маҡсаты булды. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы ике I урын, бер II урын алды. Ҡайһы бер балалар был фестивалдә бер нисә йыл ҡатнаша. Улар сараның бишенсе йыл рәттән Белорет ерендә ойошторолоуына ҡыуанысын, бындағы тәби- ғәттең матурлығына һоҡланыуын белдерә....
Пенсияңды бѳгѳндән хәстәрлә 22-09-2017, 15:29 / ---

Пенсияңды бѳгѳндән хәстәрлә

Республикала уҡыусылар һәм йәштәр араһында пенсия белемен арттырыу кампанияһы старт алды. Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре “Буласаҡ пенсия хаҡында” исемле уҡыу пособиеһын ҡулланып, йәштәр араһында аңлатыу эштәре алып бара, осрашыуҙар үткәрә. Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетының Белорет филиалында район-ҡала Пенсия фонды идаралығы начальнигы урынбаҫары О. В. Трифонова ҡала халҡы, студенттар менән осрашты. Ольга Владимировна пенсия системаһының ҡоролошо, тарихы, пенсия хоҡуғы, СНИЛС картаһы, ни ѳсѳн пенсия хаҡында йәштән ҡайғыртырға, “аҡ” эш хаҡы алыу кәрәклеге тураһында...
Неравнодушные и конструктивно настроенные граждане могут прислать свои идеи и предложения по сохранению и развитию башкирского языка 22-09-2017, 13:10 / ---

Неравнодушные и конструктивно настроенные граждане могут прислать свои идеи и предложения по сохранению и развитию башкирского языка

Неравнодушные и конструктивно настроенные граждане могут прислать свои идеи и предложения по сохранению и развитию башкирского языка на адрес: kurultay-ufa@mail.ru...
Шиғырҙарға күҙәтеү яһалды 20-09-2017, 12:25 / ---

Шиғырҙарға күҙәтеү яһалды

Белорет яҙыусыларының "Иҙел башы" ойошмаһында сираттағы ултырыш уҙҙы. Йыйылыш башҡорт телен яҡлау, һаҡлау, уның киләсәге хаҡында фекер алышыу менән асылды. Сараның икенсе өлөшөндә Инйәр ауылында йәшәгән уҡытыусы- шағирә Фәйрүзә Кинйәбаеваның бер шәлкем шиғырҙарына күҙәтеү яһалды. М.Һиҙиәтов, З.Үтәғолова, З.Сөләймәнова, С.Шәрәфетдинова, В.Сәлихов, Н.Ғайсина һәм башҡалар үҙ фекерҙәрен, теләктәрен белдерҙе. Гѳлнар Асҡарова яңы ижад емештәре - шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ф.Кинйәбаеваның шиғырҙарын Яҙыу- сылар союзының шиғриәт секцияһына тикшереүгә ҡуйырға тәҡдим итергә, Ә.Ғәзизованың...
Яҙыусы - халҡынан, халыҡ теленән яҙмаһын! 20-09-2017, 12:24 / ---

Яҙыусы - халҡынан, халыҡ теленән яҙмаһын!

Бер яҙыусы, шағир ҙа үҙ теленән, халҡынан башҡа йәшәй һәм ижад итә алмай. Уның рухландырыусыһы ла, алға әйҙәүсеһе лә, ижади бейеклектәргә күтәреүсеһе лә - халҡы һәм теле. Һәр милләттең төп байлығы һаналған, ҙур әһәмиәткә эйә булған был мәңгелек төшөнсәләр һәр замандың алтын ҡаҙығы булып ҡала. Ижад менән шөғөлләнгән бер кешене лә тел мәсьәләһенә ҡағылған ыңғай һәм кире яңылыҡтар битараф ҡалдыра алмай. Уҙған шаршамбы республикабыҙҙа ижад итеүсе яҙыусылар һәм шағирҙар, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға ҡағылышлы һорауҙарға яуап табыу маҡсатында, Башҡортостан Яҙыусылар союзы бинаһына...
Халыҡтың үлемһеҙлеге - уның телендә 20-09-2017, 12:22 / ---

Халыҡтың үлемһеҙлеге - уның телендә

Төрөк профессоры, Стамбул университеты докторы Исмет Бинер Төркиәлә, Америка Ҡушма Штаттарында башҡорт теле буйынса ғилми хеҙмәттәр баҫтыра. Германияла төрки телдәр белгесе Маргарет Эрсен-Раш Берлиндың Ирекле университетында башҡорт телен уҡытыуҙы ойошторған, Майнц һәм Франкфурт университеттарында башҡорт теле һәм этнография буйынса ғилми хеҙмәттәр баҫтыра. Ә Великобританияла, бер университет базаһында, башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм этнографияһын өйрәнеү буйынса курстар ойоштороу планлаштырылған. Япония кешеһе Юто Хишияма башҡорт телен һыу кеүек “эсә”. Ә Башҡортостанға килеп,...
Батырҙар эргәбеҙҙә 20-09-2017, 12:16 / ---

Батырҙар эргәбеҙҙә

Сосновка ауылы эргәһендә кискеһен бер ҡатын ҡыҙы менән Ағиҙел йылғаһы аша аҫмалы күперҙән сығып барғанда, баланың аяғы тайып, һыуға ҡолап төшә. Ҡыҙын ҡотҡарыр өсөн әсәһе артынан һикерә. Йылға тәрән булмаһа ла, көслө ағым баланы ағыҙып алып китә. Бәхеттәренә күрә, ошо ваҡытта эргәләрендә Артем Николаевич Степанов менән Александр Геннадьевич Коткин булмаһа, был хәл фажиғәле тамамланыр ине. Күп уйлап тормай, улар ярҙамға ташлана һәм батып барыусыларҙы ҡотҡара. Егеттәр зыян күреүселәргә ҡоро кейем биреп, өйҙәренә оҙатып ҡуя....
Йәрминкәләр башланды 20-09-2017, 12:12 / ---

Йәрминкәләр башланды

Уҙған ял көндәрендә Белорет ҡалаһының Киров урамында урынлашҡан автовокзал эргәһендәге майҙансыҡта ауыл хужалығы йәрминкәләре асылды. Район һәм күрше-тирә ауылдарҙан килгән шәхси хужалыҡтар, баҡсасылар ҡала халҡына сифатлы ит, балыҡ, бал, һөт ризыҡтары, йәшелсә-емеш, үҫентеләр һәм башҡа тауарҙар тәҡдим итте. Хаҡтарға килгәндә, тауыҡ итенең килоһын 220 һум менән, һыйыр итен 250-300 һумға, йүкә балының өс литрын 2000 һумға һатып алырға була. Әбйәлил районының Байым ауылынан килгән Мәүлиҙә Әбсәҙиева был йәрминкәне йыл да көтөп ала. Асылғандан алып ҡала халҡына ит, һөт ризыҡтарын, бал алып килеп...
Яңы күргәҙмә асылды 20-09-2017, 12:11 / ---

Яңы күргәҙмә асылды

Белорет картиналар галереяһында шәхси фондтан алынған уникаль күргәҙмә асылды. “Эксклюзив” күргәҙмәгә баш ҡаланың һәм урындағы рәссамдарҙың эше ҡуйылды. Күргәҙмәгә реалистик сәнғәт оҫталарының һәм рәссам-авангардистарҙың йѳҙҙән ашыу эше ҡуйылды. Эксклюзив күргәҙмәлә картиналар галереяһының шәхси фондында 30 йыл элек үк булдырылып, бѳгѳн бер меңгә еткән киндергә тѳшѳрѳлгән эштәр тәҡдим ителә. Авторҙар араһында исемдәре республикала һәм ҡалала танылыу алған билдәле рәссамдар ҙа бар. Ѳфѳлә йәшәгән Башҡортостандың халыҡ рәссамы Владислав Миостың эштәренең күбеһе нәҡ беҙҙең ҡалаға арналған. Ул...