Датчиктарҙың эше тикшерелә 8-09-2017, 09:06 / ---

Датчиктарҙың эше тикшерелә

2016 йылда район һәм ҡаланың ауыр тормош шарттарына эләккән һәм күп балалы ғаиләләр йәшәгән утыҙ йорто янғынды белдереүсе автоном ҡоролма менән тәьмин ителгәйне. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү арҡылы янғын осраҡта- ры арта барыу сәбәпле, быйыл был эш дауам итә. Ошо кѳндәрҙә янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия вәкилдәре менән берлектә датчиктарҙың эш сифатын тикшереү йәһәтенән былтыр янғынға ҡаршы махсус ҡорамалдар менән тәьмин ителгән йорттар буйлап рейд яһаны....
Тырышҡандар таш яра 8-09-2017, 09:05 / ---

Тырышҡандар таш яра

Ишле ғаилә, уңған фермерҙар йәшәй Сермәндә Тормошта һәр кемдең үҙ кәсебе, зауығы, яратҡан шөғөлө була. Шунан сығып, тормош юлын да әҙәм балаһы нисегерәк атлап үтеүҙе үҙе хәл итә һәм бары тик үҙенә генә хас булған йәшәү рәүешен һайлай. Берәүҙәр күктәге йондоҙҙарға ҡыҙығып, уны ҡулына төшөрөргә хыялланып йәшәһә, икенселәре иһә үҙ йондоҙон балҡыта, ҡоро тупраҡҡа сыбыҡ төртөп, гөл үҫтерә. Ундайҙарҙың йондоҙо башҡаларға ла нур өҫтәй, гөлдәре иһә тирә-яҡҡа йәм бирә. Был һүҙҙәрҙе теҙгәндә ошондай кешеләрҙең эргәбеҙҙә генә йәшәүен һөйләге, уларҙы барыһына ла ѳлгѳ итеп ҡуйғы килә. Бөгөнгѳ мәҡәләбеҙ ҙә...
Мәхмүттә - иман йорто 8-09-2017, 09:03 / ---

Мәхмүттә - иман йорто

Ҡорбан ғәйете алдынан районыбыҙҙың Мәхмүт ауылы халҡы мәсетле булып һөйөндө. Изге йома көндәренең береһендә иман йорто - " Тайфа" мәсетен асыу тантанаһында район-ҡала мәсеттәренең имам-мөхтәсибе Мәүлит хәҙрәт Мөхәмәтйәнов, Николаевка ауыл хакимиәте башлығы Надир Ҡәйүм улы Нәбиуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Азамат ҡыҙы Фархшатова, Сосновка ауылы ағинәйҙәре, башҡа ауылдарҙан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Мәүлит хәҙрәт мәсетте төҙөгән эшҡыуарҙар Розалия Сахияр ҡыҙы һәм Фәнил Айрат улы Ҡорманаевтарға, шулай уҡ төҙөлөштә ярҙамлашҡан ауылдаштарға рәхмәт белдерҙе. "Иншалла,...
Аҡ мәсет - нурлы мәсет 8-09-2017, 09:01 / ---

Аҡ мәсет - нурлы мәсет

Республикабыҙҙың баш ҡалаһын, ҡала-район үҙәктәрен, ауылдарыбыҙҙы заман талаптарына ярашлы итеп, зауыҡ менән төҙөлгән мәсеттәр биҙәй. Манаралары күккә ҡараған иман йорттары әллә ҡайҙан күҙгә ташланып, күңелгә йылылыҡ, нур өҫтәп, балҡып тора. Хатта ауылдар эргәһенән үтеп киткәндә лә, ниңәлер иғтибарҙы иң алда мәсет тарта. Эйе, мосолман халҡы йәшәгән ерҙә элек-электән мәсет булған. Тарихта ла ауылдарҙың дәрәжәһе уның мәсет-мәҙрәсәһе булыуы менән билдәләнгән. Традицион ислам ҡанундары ауылдарҙа бер ҡасан да бөтмәне, ололар динде онотманы. Һәр саҡ ураҙа тотто, никах уҡыны, һуңғы юлға йола буйынса...
Акцияға йомғаҡ яһалды 8-09-2017, 08:57 / ---

Акцияға йомғаҡ яһалды

Көнсығыш район-ара ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге быйыл етенсе тапҡыр "Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит" республика акцияһында ҡатнашты. Уҙған йылдар менән сағыштырғанда, быйыл был сарала ҡатнашыусылар тағы ла күберәк булды. Унда ябай халыҡтан тыш, бөтәһе 17 предприятие, ойошма ҡатнашты. Эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалманы. Улар ярҙамы менән канцелярия тауарҙары, мәктәп һәм спорт формаһы, портфель һалынған йөҙҙән ашыу пакет әҙерләнде. Ярҙам ҡалала йәшәгән мохтаж һәм күп балалы ғаиләләргә генә түгел, райондыҡыларға ла берҙәй күрһәтелде. Ауыл хакимиәте башлыҡтары аша заявка биргән 24...
Мәктәп бар икән, ауыл да йәшәйәсәк 8-09-2017, 08:56 / ---

Мәктәп бар икән, ауыл да йәшәйәсәк

Бынан теүәл 10 йыл элек райондың Исмаҡай ауылында социаль-мәҙәни комплекс асылғайны. Бѳгѳн был бинала ауыл мәктәбе һәм клубы, фельдшер-акушер пункты, балалар өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы төркөм, йәғни балалар баҡсаһы эшләй. Быйылғы уҡыу йылын Исмаҡай балалары һәм комплекс хеҙмәткәрҙәре шатлыҡлы ваҡиға менән башлап ебәрә. Урындағы инициативаларға ярҙам итеү программаһына ярашлы, бинаның йылытыу системаһына капиталь ремонт яһалды. Исмаҡай мәктәбен бар яҡлап та өлгөлө мәктәптәр иҫәбенә индерергә була. Хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығы менән бинаның тирә-яғы сәскәгә күмелгән, уртаҡ милеккә һаҡсыл ҡараш...