Таш сығарыу - еңел эш түгел 30-10-2017, 15:12 / ---

Таш сығарыу - еңел эш түгел

Инйәр-Өфө автотрассаһының юл ситтәрендә тәртип менән һалынған таш өйөмдәре барыһының да иғтибарын үҙенә йәлеп итәлер. Урындағы йүнселдәр тауарын һатыу өсөн оло юлға шулай сығарып ҡуя. Таулы-ташлы төпкөлдә табылған таш ошо юлдар буйлап оҙатылып, төбәкте илебеҙҙең төрлө тарафтары, мөйөштәре менән тоташтыра. Элек- электән таш аҡтарыуҙы иң ауыр хеҙмәттәрҙең береһенә тиңләһәләр, әлеге көндә райондың Инйәр төбәгендә таш сығарыу ярайһы уҡ таралған кәсеп. Береш, Асы, Мулдаҡай, Исҡушты, Арышпар ауылдарында ла бындай йүнселдәр бар. Был кәсептә инде ярайһы уҡ тәжрибә туплаған һәм эше ырамлы ғына барған...
Тәртип һәм милек һағында 30-10-2017, 15:10 / ---

Тәртип һәм милек һағында

Ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте 65 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Был хеҙмәт бынан 300 йыл тирәһе элек барлыҡҡа килгән. Ошо ваҡыт эсендә барған үҙгәрештәр, реформаларҙың Белоретта нисек үтеүе тураһында Ведомствонан тыш һаҡ бүлегенә 2009 йылдан алып етәкселек иткән Илдус КӘШБИЕВ менән әңгәмәләштек....
Уңған ҡатын ҡарҙа ҡаҙан ҡайнатыр 30-10-2017, 15:09 / ---

Уңған ҡатын ҡарҙа ҡаҙан ҡайнатыр

Бөгөн һарыҡ аҫрау табышлымы тигән һорауға, был эшкә тотоноп, уның ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған кеше генә аныҡ яуап бирә алалыр. Береш фермеры Венера Камалова өсөн әлеге ваҡытта һарыҡсылыҡ - төп кәсеп, улай ғына ла түгел, йәшәү рәүеше. Венера Мирсаяп ҡыҙының ауыл хужалығы өлкәһендә махсус белеме булмаһа ла, бәләкәйҙән мал араһында үҫкәнгәмелер, был тармаҡ уға яҡшы таныш һәм яҡын. Яҙмыш елдәре уны Саҡмағош яҡтарына илтә, ялан яҡтарына килен булып төшә. “Ялан яҡтары булғас, унда мал тотоуы ла еңелгә төшә ине. Крәҫтиән хужалығы булдырыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған тиерлек. Күп өлөшө урман...
Балалы йорт - нурлы йорт 30-10-2017, 15:08 / ---

Балалы йорт - нурлы йорт

Күп балалы ғаиләләр демографик кѳрсѳк ваҡытында яҡлауға һәм иғтибарға лайыҡ. Бала күрмәгән ѳй - ҡош һайрауын ишетмәгән моңһоу урман, тигән бер яҙыусы. Береш ауылында йәшәгән Зинзиә һәм Сәлим Ямғурсиндарҙың ѳйѳ балалар тауышынан шау-гѳр килеп тора, был йорт һәр ағас ботағында береһенән- бере моңло ҡоштар һайраған ҡуйы урманды хәтерләтә....
Матур йәшәйҙәр һәм эшләйҙәр 30-10-2017, 15:07 / ---

Матур йәшәйҙәр һәм эшләйҙәр

Балалар баҡсаһының 5-7 йәшлек тәрбиәләнеүселәре “Инйәр хазиналары” район конкурсында ҡатнаша. Матур, сағыу кейемдәрҙә яңғыҙ һәм парлашып башҡорт бейеүҙәрен бейейҙәр. Тәүге тапҡыр жюри ағзалары, тамашасы алдында сығыш яһаусы кескәйҙәр юғалып ҡалманы. Тик ҡаршыларында, бейеү хәрәкәттәрен күрһәтеп тороусы апайҙарына ғына ҡарап-ҡарап алалар. Свердловск өлкәһендә тыуып үҫкән, күберәген башҡа милләттәр тәшкил иткән мөхиттә тәрбиәләнгәнгә, башҡорт телен әллә ни белмәгән Эльвира Байтулла ҡыҙы яҙмыш елдәре үҙен Берештамаҡ ауылына килтерер ҙә, балаларға милли бейеүҙәр өйрәтермен, тип уйламағандыр ҙа....
Юлдағылар юлда булhындар 30-10-2017, 15:06 / ---

Юлдағылар юлда булhындар

Һәр кѳн тиерлек, таң менән тороп, “тимер ат”ының тѳҙѳклѳгѳн ҡарап алғандан һуң, Денис ѳйҙән-ѳйгә йѳрѳп пассажирҙар йыя. Кемдер Ѳфѳгә дауаханаға, кемелер уҡыуға, йә бүтән эштәре буйынса бара. Һәр ҡайһыһын урын еренә ваҡытында алып барып еткереп, имен-һау кире әйләнеп ҡайтаһы бар....
Күңелегеҙ - белем баҡсаһы 30-10-2017, 15:02 / ---

Күңелегеҙ - белем баҡсаһы

Сермән урта мәктәбе коллективы илебеҙгә лайыҡлы граждандар тәрбиәләү менән берҙәм шөғөлләнә. Беҙ, ата- әсәләр, шундай татыу коллектив эшләгән мәктәбебеҙ менән ғорурланабыҙ. Белем усағыбыҙҙан күпме кеше уҡып сығып, дан ҡаҙанған. Ә бөгөнгө һүҙебеҙ ошо көндәрҙә алтын юбилейын билдәләгән башланғыс кластар уҡытыусыһы Люциә Жәмил ҡыҙы ШАҺИМОРАТОВА хаҡында....
Комбинаттың техник базаһы яңыртыла 30-10-2017, 15:00 / ---

Комбинаттың техник базаһы яңыртыла

Белорет металлургия комбинаты матди-техник базаһын нығытыуҙан туҡтамай, шул арҡала сит илдән дә заманса техника йыш ҡайтартыла. Яңыраҡ ҡына комбинат етәкселеге «Тойота» фирмаһынан ике автотейәгес һатып алды. Бындай техника комбинаттың төр- лө маневрҙар яһай алған транспортын яңыртыу һәм күбәйтеү маҡсатында һатып алынды, сөнки һуңғы йылдарҙа автотейәгестәр иҫкереп, хеҙмәтләндереү сифаты күпкә кәмегәйне. Әлеге ваҡытта икенсе йылға комбинаттың яңы канат ҡорамалын сафҡа ебәреү ҙә планлаштырыла. Был иһә етештерелгән продукцияны ташыу күләмен күпкә арттырыр тигән ышаныс бирә. Ҡайтарылған яңы япон...
Алдынғы сыр етештереүсе Башҡортостанда үҙ продукцияһын сығара 26-10-2017, 16:04 / ---

Алдынғы сыр етештереүсе Башҡортостанда үҙ продукцияһын сығара

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Savencia (Франция) компаниялар төркөмө президенты Алекс Бонгрэн менән осрашты. Осрашыу барышында Бәләбәй һөт комбинатын үҫтереү перспективалары һәм уның аҙыҡ-түлек төрлөлөгөн киңәйтеү, шул иҫәптән йомшаҡ сырҙар етештереүҙе ойоштороу мөмкинлеге тикшерелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо көндәрҙә Алекс Бонгрэн һәм «Нерал» компаниялар төркөмөнөң күҙәтеү советы рәйесе Эрнст Исаев ниәттәр хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы Француз компанияһы «Нерал» компаниялар төркөмөнән Бәләбәй предприятиеһының акциялар пакетын һатып алырға күҙаллай. Федераль монополияға...
2021 йылға тиклем газ үткәреүгә 3,6 млрд һум инвестиция һалынасаҡ 26-10-2017, 16:02 / ---

2021 йылға тиклем газ үткәреүгә 3,6 млрд һум инвестиция һалынасаҡ

Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер менән осрашты. Республика Башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҡтар хеҙмәттәшлектең мөһим мәсьәләләрен ҡараны. Атап әйткәндә, һүҙ төбәктә газ үткәреү хаҡында барҙы. 2005–2016 йылдарҙа «Газпром»дың республикала газ һуҙыуға 3,8 миллиард һум инвестиция һалыуы, дөйөм оҙонлоғо 483 саҡрым булған 25 ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөлөүе билдәләнде. Ошо осорҙа Башҡортостанда «зәңгәр яғыулыҡ» үткәреү кимәле 78,5 проценттан 91 процентҡа тиклем артҡан (Рәсәй буйынса – 67,2 процент)....