Уҫманғәле йондоҙо 2-10-2017, 11:12 / ---

Уҫманғәле йондоҙо

Ауылдарыбыҙҙа тырыш, рухлы, сәмсел егет һәм ҡыҙҙарҙың күбәйгәндән-күбәйә барыуы һөйөндөрә. Уҫманғәлелә тыуып үҫкән Ильяс Исламов та үҙенең үтә тырышлығы, физик яҡтан да, рухи яҡтан да көслө булырға, белемгә ынтылыуы арҡаһында үҫмер сағынан юғары ҡаҙаныштар яулауға иреште. Уның киләсәктә билдәле музыкант булып китеренә шик юҡ....
Уҫманғәле йондоҙо 2-10-2017, 11:12 / ---

Уҫманғәле йондоҙо

Ауылдарыбыҙҙа тырыш, рухлы, сәмсел егет һәм ҡыҙҙарҙың күбәйгәндән-күбәйә барыуы һөйөндөрә. Уҫманғәлелә тыуып үҫкән Ильяс Исламов та үҙенең үтә тырышлығы, физик яҡтан да, рухи яҡтан да көслө булырға, белемгә ынтылыуы арҡаһында үҫмер сағынан юғары ҡаҙаныштар яулауға иреште. Уның киләсәктә билдәле музыкант булып китеренә шик юҡ....
Йылдар, юлдар һәм сифат 2-10-2017, 11:10 / ---

Йылдар, юлдар һәм сифат

Рәсәйҙә юлдар мәсьәләһе элек-электән килгән проблема һанала. XVI - XVII быуатта уҡ Мәскәүгә килгән илселәр, сәйәхәтселәр, сауҙагәрҙәр илдә юлдарҙың бөтөнләй булмауын, юл тип һаналғандарының да үтеп сыҡҡыһыҙ икәнлеген билдәләй. Шулай ҙа улар егеүле транспорттың яҡшы эшләүен дә таный һәм дәүләт структураһы булған ям сабыу хеҙмәтенең уңышлы ойошторолоуын белдерә. Илдә шоссе юлдар һалыу 1817 йылда ғына башлана. Был эш бик яй бара. 1840- 1860 йылдарҙа йыл һайын 266 саҡрым самаһы юл сафҡа индерелһә, 60-сы йылдарҙа был темп ике ярым тапҡырға кәмей. Шул арҡала 1860-1867 йылдарҙа яҡынса 105 саҡрым...
Һай, үҙебеҙҙең мөнәжәтселәр! 2-10-2017, 11:07 / ---

Һай, үҙебеҙҙең мөнәжәтселәр!

Сибай ҡалаһында бишенсе тапҡыр Мөнәжәт, нәсихәт әйтеүселәр конкурсы уҙҙы. Төбәк-ара бәйгелә Ҡөрьән сүрәләрен шиғри юлдарҙа һәм көйләп әйтеү төрҙәре буйынса ла сығыш яһанылар. Республика халыҡ ижады үҙәге, Сибай хакимиәте һәм Сибайҙағы сәсәндәр мәктәбе тырышлығы менән ойошторолған конкурста 18 йәшкә тиклемгеләр һәм 18-ҙән өлкәндәр айырым көс һынашты. Республиканың төрлө райондарынан халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады өлгөһөн үҙ иткән, өләсәй-әсәйҙәренән отоп алған мөнәжәттәрҙе йәш быуынға ишеттерергә ниәтләп килгән оло ағинәйҙәр, был төрҙө яңынан тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуйған ҡатын- ҡыҙҙар ҡатнашты....
Үҙ бәхетен үҙе булдырған 2-10-2017, 11:05 / ---

Үҙ бәхетен үҙе булдырған

Ғүмер юлын үткәндә бер кемгә лә бәхет үҙенән- үҙе килмәй. Тырыш, донъяға ғашиҡ кеше үҙ бәхетен үҙе булдыра. Шундайҙарҙың береһе ул тормошто яратҡан, көслө рухлы, эшһөйәр, быйыл 65 йәшен билдәләүсе, Ғәбдөк ауылында йәшәгән Рәшиҙә Уҫман ҡыҙы Закирова. Хөсәйеновтар ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып донъяға килә. Атаһының йәшлеге Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килә. Һуғыш осоронда тылда хеҙмәт итә - заводта эшләй. Һуғыштан һуң тыуған ауылында төпләнеп, ғүмер буйы Архангел урман-тара заводында алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Бәләкәйҙән шаян, теремек ҡыҙ Ғәбдөктә башланғыс белем алғас, Йөйәктә уҡыуын дауам...
Алға атлай Йәнекәй килене 2-10-2017, 10:59 / ---

Алға атлай Йәнекәй килене

Беҙҙең халыҡта ҡыҙ оҙатҡанда: “Тѳшкән ереңә таш булып бат”, - тип теләйҙәр. Ошо һүҙҙәргә Әбйәлил районы Йәнекәй ауылында йәшәгән Алһыу Тайфур ҡыҙы ИСТАМҒОЛОВА (ХӘЛИТОВА) тоғро ҡала. Инде 43 йыл ул йәнекәйҙәр ѳсѳн алыштырғыһыҙ еңгәй....