Халыҡҡа кәрәкле хеҙмәт 9-10-2017, 12:51 / ---

Халыҡҡа кәрәкле хеҙмәт

Бөгөн, компьютер технологиялары заманында, почтаға барып, туғандарға, дуҫ- иштәребеҙгә хат, открыткалар ебәреүҙе онота барабыҙ... Компьютер-гаджеттарҙы ҡабыҙып, Интернет селтәрҙәренән электрон “сәләмдәр” ебәрәбеҙ. Ә хаттарыбыҙ ҡыҫҡарғандан-ҡыҫҡара барып, смскалар ғына булып ҡалды. Шулай ҙа почта эшләүен дауам итә. Тормош нисек кенә алға бармаһын, уларҙың хеҙмәтенә мохтажбыҙ....
Алдынғылар бүләкләнде 9-10-2017, 12:36 / ---

Алдынғылар бүләкләнде

Ҡаланың 3-сѳ мәктәбендә Уҡытыусылар кѳнѳнә ҡарата тантаналы сара үтте. Унда район һәм ҡала мәктәптәре уҡытыусыларына, тәрбиәселәргә почетлы исемдәр, премиялар тапшырылды....
Тормош мәктәптән башлана 9-10-2017, 12:33 / ---

Тормош мәктәптән башлана

Олойылға мәктәбе 80 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ауылдарҙың үҫеше, яҡты киләсәге бөгөнгө мәктәптәрҙең эшмәкәрлегенә, ниндәй йүнәлештә эшләүенә лә туранан-тура бәйләнгән тиһәк, бер ҙә хата булмаҫ. Мәктәп күмәк балаларҙың шат тауышынан гөрләп тора, ауыл урамдары буйлап бәләкәй ҡыҙҙар һәм малайҙар йүгереп йөрөй икән, был ауылдың киләсәге өмөтлө тип, һис икеләнмәй, әйтергә була. Ә инде ошо ауылдың төрлө структураларының, халыҡтың мәктәпте һаҡлап ҡалыу өсөн тырышлыҡ һалыуын, был йәһәттән әүҙемлек күрһәтеүен барыһына ла өлгө итеп ҡуйырға була....
Үҙгәрештәр тик ыңғай яҡҡа 9-10-2017, 12:31 / ---

Үҙгәрештәр тик ыңғай яҡҡа

Һуңғы йылдарҙа районыбыҙҙың һаулыҡ һаҡлау ѳлкәһендә бик күп ыңғай үҙгәрештәр булды. Бер йыл эсендә ике поликлиникала «Ихтирамлы регистратура» булдырыу ҙа был өлкәлә алға китеште күрһәтә....
Дәүләт символдарын белеү кәрәк 9-10-2017, 12:30 / ---

Дәүләт символдарын белеү кәрәк

Ҡаланың музыка мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең рәсми символдарын теркәүгә ҡуйыуға 10 йыл тулыуға арналған сара үтте. Ул Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы тулыуға ҡарата ойошторолған....
Башҡорттарым, райондаштарым, һеҙгә өндәшәм! 9-10-2017, 12:29 / ---

Башҡорттарым, райондаштарым, һеҙгә өндәшәм!

Почта бүлексәһендә булған саҡта почтальондарҙың үҙ-ара һөйләшкәндәрен ишетеп, аптыраным да, борсолдом да. Баҡтиһәң, беҙҙең «Урал» гәзитенә бик әҙ кеше яҙыла икән. Ғүмер буйы мәктәптә эшләп, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә булып өйрәнгән кеше булараҡ, был хәлгә битараф ҡала алманым, беҙҙең ауылдаштарҙың ошо хәлгә төшөүе мине хайран ҡалдырҙы һәм ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итте....
Бренд булдырыуға бөтә шарттар ҙа бар, 9-10-2017, 12:27 / ---

Бренд булдырыуға бөтә шарттар ҙа бар,

Белорет ауыл хужалығы районы булмаһа ла, был тармаҡтың төрлө йүнәлештәрен үҙ итеүселәр, ошо өлкәлә уңышҡа ирешеп, танылыу алыусылар ҙа етерлек арабыҙҙа. Мәҫәлән, беҙҙең районда онотолоп барған боронғо кәсептәрҙең береһе - солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр ҙә бар әле....
Елмәрҙәк һыртында 10 йыл 9-10-2017, 12:01 / ---

Елмәрҙәк һыртында 10 йыл

Инйәр мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Елмәрҙәк” башҡорт халыҡ театрының 10 йыллыҡ юбилей кисәһе тап ошо исем аҫтында үтте....