“Мин яратам hине, тормош!” 13-10-2017, 10:04 / ---

“Мин яратам hине, тормош!”

Оло быуындың йәмәғәт һәм мәҙәни әүҙемлеген һаҡлау, ололарҙың проблемаларына халыҡтың иғтибарын йәлеп итеү, талантлы башҡарыусыларҙы асыҡлау маҡсатында йыл һайын “Мин яратам һине, тормош!” республика фестивале ойошторола. Төбәк этаптарында асыҡланған талантлылар яңыраҡ үҙҙәренең һәләтен Өфөлә үткән республика фестивалендә һынаны....
Иң кѳслѳ ҡотҡарыусылар ҡайҙан? 13-10-2017, 10:02 / ---

Иң кѳслѳ ҡотҡарыусылар ҡайҙан?

Ҡалала эҙләү-ҡотҡарыу формированиелары отрядтарының күпбәйге буйынса 15-се республика ярышы тамамланды. Ҡотҡарыусыларҙың ниндәй этаптарҙа көс һынашыуы һәм ҡайһы команданың иң көслөһө булыуы хаҡында ҡыҙыҡһындыҡ. Күпбәйгенең төп этаптары Шушпа ауылында ҡотҡарыусылар базаһы территорияһында үтте. Иң көслөләр исеменә 5 кешенән торған 8 команда дәғүә итте. Улар һәр бурысты тиҙ арала дѳрѳҫ итеп башҡара белеүе менән айырылып торҙо, сөнки ысын тормошта бының ни тиклем мөһим булыуын ҡотҡарыусылар яҡшы аңлай. Мәҫәлән, техноген катастрофа этабында улар 3 автомобилдең ҡурҡыныс юл фажиғәһе осрағында үҙ...
«Почта менән бергә уҡыйбыҙ!» 13-10-2017, 10:00 / ---

«Почта менән бергә уҡыйбыҙ!»

2017 йылдың 30 ноябренә тиклем Рәсәй почтаһы бөтә бүлексәләрендә лә, ваҡытлы матбуғатҡа ярҙам итеү йәһәтенән, “Почта менән бергә уҡыйбыҙ!” акцияһы үткәрә. Клиент почта элемтәһе бүлексәһендә 100 һумлыҡ гәзит-журнал продукцияһын һатып алһа, уға бүләккә кроссвордтар йыйылмаһы, 500 һумға әйбер һатып алһа, Рәсәй почтаһы бүлексәһендәге теләгән китабын алыу мөмкинлеге бирелә. Күпселек почта бүлексәләре гәзит киоскылары һәм китап магазиндары булмаған ерҙә урынлашҡан. Акция кешеләрҙе сифатлы әҙәбиәткә ылыҡтырыу, уҡыуҙы популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә. - Рәсәй почтаһы баҫма берләшмәһе менән...
Сквер асылды 13-10-2017, 09:57 / ---

Сквер асылды

Быйылғы йыл белореттар һәм район халҡы өсөн төҙөкләндереү йәһәтенән бик емешле булды. Ҡала һәм район муниципаль биләмәләре төрлө программаларҙа, проекттарҙа ҡатнашып, ярҙам алды. Ҡала урамдары, парк-скверҙар төҙөкләндерелде, майҙансыҡтар төҙөлдө һәм башҡа бик күп эштәр эшләнде. Ошондай шатлыҡлы ваҡиғаны белореттар Республика көнө алдынан кисерҙе. Улар өсөн тағы ла бер ял итеү урыны - Ленин исемендәге сквер асылды....
Һәр кем өсөн шатлыҡлы ваҡиға 13-10-2017, 09:55 / ---

Һәр кем өсөн шатлыҡлы ваҡиға

Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияһы ҡабул ителеүгә 27 йыл тула. Уны, һәр ваҡыттағыса, халҡыбыҙ киң билдәләй, ҡала-районда төрлө саралар ойошторола. Республика көнөнә арналған байрам тантанаһы ҡала Мәҙәниәт һарайында ла үтте. Тантаналы йыйылышта Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министры урынбаҫары Салауат Бәхтийәров, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Юрий Щевелев, район Советы рәйесе урынбаҫары Евгений Карепанов, муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, Белорет металлургия комбинатының Директорҙар советы рәйесе Олег Тертычный, Дан орденының...
БУРЫС - халыҡ именлеген һаҡлау 13-10-2017, 09:54 / ---

БУРЫС - халыҡ именлеген һаҡлау

Рәсәйҙә Граждандар оборонаһы ойошторолоуға 85 йыл тулды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы системаһында 2017 йыл Граждандар оборонаһы йылы тип иғлан ителде. Район-ҡала кешеләренең иғтибарын төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡланыу мәсьәләләренә йүнәлтеү маҡсатында, 4 октябрҙән 4 ноябргә тиклем Граждандар оборонаһы айлығы үтә. Айлыҡ сиктәрендә күп саралар уҙғарыу планлаштырылған. Халыҡты хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса уҡытыуға ҙур иғтибар биреләсәк. Граждандар оборонаһы объекттарында Асыҡ ишектәр көнө, әңгәмәләр, күнекмәләр, экскурсиялар ойошторола, сөнки граждандар оборонаһы тураһында һәр кем...