33-сө йортта йәшәүселәрҙең ҡыуанысы 19-10-2017, 16:20 / ---

33-сө йортта йәшәүселәрҙең ҡыуанысы

Яңыраҡ ҡалала “Ҡала мөхите” проекты сиктәрендә йорт алды төҙөкләндерелеп, файҙаланыуға тапшырылды. Ленин урамының 33-сө һәм эргә-тирәләге йорттарҙа йәшәгәндәр төҙөкләндереү эштәре тамамланыуын тантаналы ҡаршы алды. Был көндө йорт ихатаһы алдында күрше-тирә йорттарҙа йәшәгәндәр, территориаль үҙидаралыҡ активистары, йәштәр һәм, иң мөһиме, балалар йыйылды. Белореттарҙың ҡыуаныстары менән уртаҡлашырға муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляков та килде....
Тәүге бүләк уйнатылды 19-10-2017, 16:19 / ---

Тәүге бүләк уйнатылды

Киләһе йылдың тәүге ярты йыллығына "Урал" гәзитенә яҙылып, квитанцияларын мѳхәрририәткә ебәреүселәр араһында тәүге лотерея уйыны үткәрелде. Бүләкте Белоретта йәшәгән, бына- бына 85 йәшен тултырырға торған Нәфисә Рәжәп ҡыҙы Баймѳхәмәтова отто. Ул оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан “Урал”ға яҙылмай ҡалмай....
Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 инвестицион проект 19-10-2017, 16:18 / ---

Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 инвестицион проект

ПЕЛЛЕТТАРҘЫ КЕМ УЙЛАП СЫҒАРҒАН? Бөгөн йәшәү шарттарын еңеләйтеү өсөн нимә генә уйлап сығармайҙар. Бер туҡтауһыҙ хаҡтар үҫеп торған, тотороҡһоҙ иҡтисади шарттарҙа йәшәүебеҙ ҙә әҙәм балаһын төрлө яҡлап баш ватырға, эҙләнергә этәрә. Юғары үҫешкән технологиялар заманында йәшәүебеҙ был йәһәттән әллә ни ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай. Кеҫәнән әҙерәк аҡса сығарыу өсөн берәүҙәр транспортына бензинын, икенсе берҙәре крандан аҡҡан һыуын һаҡсыл тотоноу юлдарын уйлап таба. Һуңғы йылдарҙа газ менән электрға хаҡтарҙың аҡрынлап үҫеп тороуы ла күптәрҙе борсоған мәсьәләләрҙең береһе. Кемдер өйөн төрлө төҙөлөш...
19-10-2017, 16:16 / ---

"Беҙҙә ҡасан заманса туризм булыр?"

ТЕЛӘК ҺӘМ СӘМ - УҢЫШҠА ЮЛ Районыбыҙҙың Ҡолмас ауылын һәр кем яҡшы белә, сөнки ошондағы юл буйында урынлашҡан кафеларҙа күптәр туҡтап ял итә, шешлек менән һыйлана. Ауыл эргәһенән үткән һайын, әлдә оло юл буйында ята, шулай булмаһа, күптән юҡҡа сығыр ине, тип уйлап үтәм. Эйе, бөтөр ине, сөнки унда әлегә тиклем хатта электр уты үтмәгән! Бары оло юл буйында урынлашыуы урындағы халыҡ өсөн йәшәү сығанағы булып тора. Ауылдың йүнселдәре генератор ярҙамында тәүлек әйләнәһенә юлсыларҙы хеҙмәтләндерә. Ә инде бында кафеларҙың йылдан-йыл артыуы ҡолмастарҙың дөрөҫ йүнәлештә булыуы тураһында һөйләй. Тимәк,...
Йәшәй белеү - үҙе матурлыҡ 19-10-2017, 16:15 / ---

Йәшәй белеү - үҙе матурлыҡ

Заман ауырлығына бирешмәй, юҡтан бар яһай белгән, тырыш ғаиләләр ауыл киләсәге. Тормоштан йәм табып, дәртләнеп, сәмле, ғәмле итеп йәшәгән Зилә һәм Рушан Шәғәлиндар, Үткәл ауылының күркәм ғаиләһе булып тора....
Рустэм Хамитов предложил создать в Башкортостане нейрохирургический центр Поволжья 19-10-2017, 09:24 / ---

Рустэм Хамитов предложил создать в Башкортостане нейрохирургический центр Поволжья

В Башкортостане может появиться нейрохирургический центр Приволжского федерального округа. С такой инициативой выступил Глава республики Рустэм Хамитов на Первом Российско-Китайском конгрессе нейрохирургов. Руководитель региона отметил, что сегодня федеральные нейрохирургические центры есть лишь в нескольких российских городах – Москве, Санкт-Петербурге, Екатеринбурге, Новосибирске и Тюмени. При этом в Приволжском федеральном округе проживает почти 30 млн человек – пятая часть населения страны....