Алдынғы сыр етештереүсе Башҡортостанда үҙ продукцияһын сығара 26-10-2017, 16:04 / ---

Алдынғы сыр етештереүсе Башҡортостанда үҙ продукцияһын сығара

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Savencia (Франция) компаниялар төркөмө президенты Алекс Бонгрэн менән осрашты. Осрашыу барышында Бәләбәй һөт комбинатын үҫтереү перспективалары һәм уның аҙыҡ-түлек төрлөлөгөн киңәйтеү, шул иҫәптән йомшаҡ сырҙар етештереүҙе ойоштороу мөмкинлеге тикшерелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо көндәрҙә Алекс Бонгрэн һәм «Нерал» компаниялар төркөмөнөң күҙәтеү советы рәйесе Эрнст Исаев ниәттәр хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы Француз компанияһы «Нерал» компаниялар төркөмөнән Бәләбәй предприятиеһының акциялар пакетын һатып алырға күҙаллай. Федераль монополияға...
2021 йылға тиклем газ үткәреүгә 3,6 млрд һум инвестиция һалынасаҡ 26-10-2017, 16:02 / ---

2021 йылға тиклем газ үткәреүгә 3,6 млрд һум инвестиция һалынасаҡ

Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер менән осрашты. Республика Башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҡтар хеҙмәттәшлектең мөһим мәсьәләләрен ҡараны. Атап әйткәндә, һүҙ төбәктә газ үткәреү хаҡында барҙы. 2005–2016 йылдарҙа «Газпром»дың республикала газ һуҙыуға 3,8 миллиард һум инвестиция һалыуы, дөйөм оҙонлоғо 483 саҡрым булған 25 ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөлөүе билдәләнде. Ошо осорҙа Башҡортостанда «зәңгәр яғыулыҡ» үткәреү кимәле 78,5 проценттан 91 процентҡа тиклем артҡан (Рәсәй буйынса – 67,2 процент)....
Чемпион булып тыумайҙар... 26-10-2017, 10:50 / ---

Чемпион булып тыумайҙар...

2014 йылда Рима Баталованың “Милләт йәшлеге” фонды “Мегафон” компанияһы менән берлектә “Чемпион тәрбиәләү” мәрхәмәтлек программаһы ойоштора. Программа инвалид балаларҙы социаль адаптациялауға һәм балалар-үҫмерҙәр спорты үҫешенә йүнәлтелгән. Уға ярашлы, республиканың 22 коррекцион мәктәп-интернаты махсуслаштырылған тренажерҙар һәм спорт инвентары алды ла инде. Бөгөн “Милләт йәшлеге” фонды һәм “Мегафон” компанияһы бүләк иткән ҡорамалдар менән 3 меңгә яҡын инвалид бала актив файҙалана. Кисә “Милләт йәшлеге” фонды идаралығы рәйесе Рима Баталова һәм “Мегафон” компанияһының Башҡортостан...
Мал ѳсѳн яуап биреү кәрәк 26-10-2017, 10:48 / ---

Мал ѳсѳн яуап биреү кәрәк

Ҡарауһыҙ мал, автомобиль һәм тимер юлы буйлап йөрөп, хужаларына етди проблемалар килтерә. Хәрәкәт тиҙлегенең, транспорт ағымының артыуы һөҙөмтәһендә хайуандарҙың автомашиналар һәм тимер юл локомотивтарына бәрелеп үлеү осраҡтары йыш ҡына булып тора. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.В. Пинящуктың был турала халыҡҡа мөрәжәғәт итеүенә үткән аҙнала Олойылға һәм Аҙналы тирәһендә тимер юл составы аҫтына мал эләгеүе сәбәпсе булып торҙо....
Күргәҙмә асылды 26-10-2017, 10:47 / ---

Күргәҙмә асылды

Картиналар галереяһының бәләкәй залында ҡаланың үҙенсәлекле рәссамы Анатолий Беляковтың шәхси күргәҙмәһе асылды. Рәссам үҙ ғүмерендә бик күп һөнәр алыштырған, йыш сәйәхәт иткән. Ул шулай уҡ шахмат менән мауыҡҡан һәм гитарала оҫта уйнаған. Бына шундай үҙенсәлекле, һәләтле рәссам була Анатолий Беляков. Үҙенең тәүге картинаһын ул 1957 йылда яҙа башлай. Ул барыһына ла һәм, тәү сиратта, үҙенә ижад итеү өсөн йәш айырмаһы ҡамасаулыҡ тыуҙырмауын иҫбатлай. Үкенескә ҡаршы, күптәр яратып өлгөргән рәссам ике ай элек мәрхүм булды. Уның картиналар галереяһының бәләкәй залына ҡуйылған әҫәрҙәре төрлө темаға...
Хәрби иҫәп - тәртиптә 26-10-2017, 10:46 / ---

Хәрби иҫәп - тәртиптә

Муниципаль район хакимиәтенең ҙур залында ойошмаларҙа хәрби иҫәп һәм граждандарҙы бронләү эшен алып барыуға яуаплы шәхестәр менән 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса йомғаҡлау йыйылышы үткәрелде. Сара наградлауҙан башланды. Ойошмаларҙа хәрби иҫәп алып барыу эше хеҙмәткәрҙәр тарафынан хәрби бурысты үтәү тураһында документтарҙы йыйыу, системаға һалыу һәм уларҙы яңыртып тороуға ҡайтып ҡала. Һәр бер эштәге кеүек үк бында ла ауырлыҡтар күп осрай. Шул арҡала, хәрби иҫәпкә ҡуйыу һәм бронләү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән тѳрлѳ мѳһим саралар ҙа күрелә. Сара барышында ойошмаларҙа хәрби иҫәп һәм бронләү эшен...
26-10-2017, 10:39 / ---

"Шүрәле тештәрен" таҙарттыҡ

Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре һәм баш ҡалабыҙҙан килгән бер тѳркѳм ирекмәндәр Ҡараташ һыртында оло ѳмә үткәрҙе. Кѳньяҡ Урал ҡурсаулығы Инйәр лесхозы биләмәһендә урынлашҡан Ҡараташ һыртында ирекмәндәр менән йыл да экологик ѳмәләр ойоштора. Быйыл беҙҙең командаға БСТ каналы журналистары, Ѳфѳ һәм Магнитогорск ҡалаһынан килгән туристар, Айғыр ауылында урынлашҡан тау турбазаһы хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡушылды....
Һоҡланырлыҡ инәйҙәр бар... 26-10-2017, 10:35 / ---

Һоҡланырлыҡ инәйҙәр бар...

Һеҙ һүрәттә күргән Раҡыя Ғәли ҡыҙы ФӘЙЗУЛЛИНА Көмбә ауылында тыуған. - Инйәрҙә йәшәүемә 42 йыл булып китте инде. Тимер юлында эшләнем. Белорет-Шишмә тимер юлын төҙөүҙә ҡатнаштым. Тормош иптәшем Сәлимйән Мөхәррәм улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Өсөһөнә лә юғары белем алырға ярҙам иттек. Илебеҙгә кәрәкле, илһөйәр, аҡыллы, белемле, тәүфиҡлы балалар булып үҫтеләр. Хәҙер хаҡлы ялдамын....