Барыһы ла сәләмәт быуын өсөн! 2-11-2017, 16:48 / ---

Барыһы ла сәләмәт быуын өсөн!

Шаршамбы ҡаланың “Металлург” стадионындағы “Дельфин” бассейны һәм грек-рим көрәше секцияһы капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты. Социаль объект, “Республиканың 100 йыллығына - 100 объект” республика программаһына ярашлы, Өфөнөң “Урал компанияһы” көсө менән яңырыу кисерҙе. 2016-2018 йылдарға иҫәпләнгән капиталь төҙөлөшкә республика ҡаҙнаһынан 147 млн. һум бүленгән. Быйылғы ремонтҡа 60 млн. һум киткән, йыл аҙағына тиклем 25 млн. һумға яҡын аҡсаны маҡсатлы сарыф итеү ҡаралған....
Ижады менән бәхетле 2-11-2017, 16:47 / ---

Ижады менән бәхетле

Урал аръяғы ижади көстәренең “Ҡуңыр буға” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, 2 шиғырҙар һәм 1 проза китабы авторы Мәүлит Зиннәт улын ҡотларға муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәрҙәре - “Урал” гәзите мөхәррире Сатура Минһажитдинова, яҙыусы, Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты Фәриха Вәлиуллина, райондың Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зилә Абзалова, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Зөлфиә Ғәлийәнова, композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәррәм Сәлимов,...
Һинһеҙ донъяның йәме юҡ 2-11-2017, 16:46 / ---

Һинһеҙ донъяның йәме юҡ

Бөгөн ниндәй генә шиғырҙар уҡыһаҡ та, матур йырҙар тыңлаһаҡ та, күптәренең йөкмәткеһе тормошҡа, мөхәббәткә барып бәйләнеүен күрәбеҙ. Әҙәм балаһы күңелендәге хис-тойғоларын төрлө әҫәрҙәр аша башҡаларға ла еткерергә, күңелен бушатырға теләй, сөнки һәр кемдең матур донъя ҡороп, парлап ғүмер иткеһе килә. Кемдер үҙ парын ғүмер буйы эҙләй, икенсе береһе йәштән ҡауышып, сәсен сәскә бәйләй. Берәүҙәр уңа, икенселәр туңа, ә өсөнсөләре иһә үҙ парын осрата алмай интегә. Ваҡытында үҙ ишеңде табып, уртаҡ ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүҙән дә оло бәхет юҡтыр. Бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройҙарынан сығып фекер...
Инә бүре 2-11-2017, 16:45 / ---

Инә бүре

Ғәйшә таң һарыһынан торҙо, дүрт һыйырҙы һауғас, быҙауҙарҙы эсерҙе. Аласыҡтағы ҡаҙанға һөттәрҙе бушатып, усаҡҡа ут яҡты. Һөт йылынғансы тип, самауырҙы ҡайнатырға ҡуйҙы. Унан дүрт биҙрә һөттө сепараттан айыртты, уңарсы самауыры ла ҡайнап сыҡты. Ҡатыҡ ойотор өсөн айыртылған һөттө яңынан ҡайнатырға ҡуйҙы. Ҡәйнәһе торғансы, ҡомғанға ла йылы һыу һалып ҡуйырға кәрәк. Әгәр өлгөрмәһә, унан яҡшы һүҙ көтөп булмай. - Һәпрә, бызмыр, ялҡау, эшкә инмәгән бәндәһең, иртәрәк тормай, ятаһың иркәләнеп, беҙ килен саҡта улай булманыҡ, - тип битәрләй. Етмәһә, бер генә айлыҡ бәпесе бар Ғәйшәнең. «Ҡыҙыҡайым уянып...
Хеҙмәттәре халыҡ ѳсѳн 2-11-2017, 16:44 / ---

Хеҙмәттәре халыҡ ѳсѳн

1 ноябрҙә суд приставтары һѳнәри байрамдарын билдәләй. Был хеҙмәттең барлыҡҡа килеүенә быйыл 152 йыл тула. Ошо ваҡыт эсендә уның үҙ тарихы, традициялары һәм геройҙары барлыҡҡа килде. Суд приставтары хеҙмәте граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын һаҡлау, яҡлауҙа мѳһим роль уйнай. Улар суд ҡарарҙарын, башҡа органдарҙың һәм вазифалы кешеләрҙең акттарын үтәй һәм ҡайһы бер енәйәт, тәртип боҙоу осраҡтары буйынса тикшереү үткәрә, суд барышында тәртип һаҡлау өсөн яуап бирә....
Ышаныс күрһәтелде 2-11-2017, 16:42 / ---

Ышаныс күрһәтелде

Муниципаль район хакимиәтенең ҙур залында ҡала Советы депутаттарының өсөнсө ултырышы үтте. Көн тәртибендә ҡаралған төп мәсьәлә - Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәтенә башлыҡ тәғәйенләү булды....
Бына һиңә 2-11-2017, 16:41 / ---

Бына һиңә "гүзәл" зат!

Республиканың Юғары суды аңлы рәүештә кеше үлтереү һәм мѳлкәтен яндырыу ѳсѳн сығарылған хѳкѳм ҡарарын раҫланы. Быға тиклем Белорет район-ара суды Тирлән ауылында йәшәгән 58 йәшлек ҡатынға хѳкѳм ҡарары сығарып, уны ҡаты режимлы холоҡ тѳҙәтеү колонияһына 12 йылға иркенән мәхрүм итә. Былтыр октябрҙә был ҡатын 34 йәшлек танышы менән спиртлы эсемлек эсә. Ир уға енси мѳнәсәбәт тәҡдим итә. Килеп сыҡҡан бәхәс арҡаһында ҡатын балта тѳйҙәһе менән уның башына һуға һәм аңын юғалтҡан кешене күршеләрҙең баҡсаһына сығарып, йѳрәк тәңгәленә бысаҡ менән сәнсә. Алынған травманан ир шунда уҡ үлә. Ҡылған...
Ауылға дарыухана кәрәк 2-11-2017, 16:39 / ---

Ауылға дарыухана кәрәк

Һуңғы йылдарҙа тормошобоҙҙа фармацевтика өлкәһе ҙур үҫеш алып, ҡалала ғына түгел, хатта бик күп кенә ауылдарҙа ла дарыухана селтәрҙәре уңышлы эшләй. Шул арҡала халыҡ та кәрәкле дарыуын ҡайҙандыр эҙләп йөрөмәй, ә үҙенә уңайлы булған, оҡшаған дарыухананан барып ала. Тик бына Тимер юл ауылы халҡы был уңайлыҡтарҙан мәхрүм булыуына зарлана. Улар үҙҙәренең күптәнге проблемаһын хәл итеү буйынса ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Бөгөн өс меңләп халыҡ йәшәгән ауылда дарыухана булмауы барыһында ла тиерлек ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Фельдшер- акушер пункты ауылдың ҡап уртаһында урынлашҡан. Бинаға үткән быуаттың...
Булыр бала биләүҙән 2-11-2017, 16:37 / ---

Булыр бала биләүҙән

Бала саҡтан егәрле, маҡсатына ынтылыусан кешеләр була. Ғәҙәттә, ундайҙар тураһында булыр бала биләүҙән, тип әйтәләр. Ундайҙар ҡаршылыҡтар алдында юғалып ҡалмай, үҙенә кәрәкле тура юлды ла дөрөҫ табыусан. Бөгөн ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге 22-се башҡорт гимназияһында уҡыған Элина ҒӘЛИЕВАны ла нәҡ бына ошондай тырыш, зирәк һәм отҡор балалар иҫәбенә индерергә була....
Таштарҙа йәйғор тѳҫтәре 2-11-2017, 16:27 / ---

Таштарҙа йәйғор тѳҫтәре

Биш кѳн дауамында Белорет тарихи-крайҙы ѳйрәнеү музейында Мәскәү ҡалаһынан килгән “Таш йәйғоро” күргәҙмәһе эшләне. Унда тәбиғи, яһалма, синтетик һәм ярым ҡиммәтле таштарҙан эшләнгән тѳрлѳ биҙәүес, ҡумталар, брелок, талисмандар, коллекцион таштар, гәрәбә ҡулланып эшләнгән картиналар ҡуйылғайны, уларҙы шунда уҡ һатып алырға ла мѳмкин ине. Был күргәҙмә Белоретҡа бына инде 22 рәттән килә. Күргәҙмә етәксеһе Андрей Хохлов әйтеүенсә, урындағы халыҡ һәр нәмәне бик теләп һәм ҡыҙыҡһынып ҡарай. Бигерәк тә Башҡортостанда осраған аҫылташтарҙан эшләнгән әйберҙәрҙе, күҙ тейеүҙән һаҡлаусы таштарҙы күпләп...