Рөстәм Хәмитов XIV Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнашты 10-11-2017, 12:42 / Сәйәсәт

Рөстәм Хәмитов XIV Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнашты

Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Силәбелә XIV Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында ҡатнашты. Форумдың пленар ултырышын Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин һәм Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Нурсолтан Назарбаев асты. Быйыл форумдың темаһы кешелек капиталын үҫтереүгә арналған. Унда Рәсәй Федерацияһы һәм Ҡаҙағстан Республикаһының төп министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, бер төркөм субъект, өлкә башлыҡтары, ике илдең ҙур бизнес вәкилдәре ҡатнашты....
Мәғлүмәт үҙәге бинаһына яңы ҡыйыҡ 10-11-2017, 12:40 / Социаль ѳлкә

Мәғлүмәт үҙәге бинаһына яңы ҡыйыҡ

Белорет мәғлүмәт үҙәгенең ҡыйығын ремонтлау буйынса эштәр, ниһайәт, тамамланды. Контракт ҙур булғанлыҡтан, һатыуҙы БР Иҡтисади үҫеш министрлығы электрон аукцион ысулы менән ойошторҙо. 1994 йылда төҙөлгән дүрт ҡатлы бинаға ҡыйыҡ эшләнде һәм күҙ яуын алып торған йәшел төҫтәге профнастил ябылды. Ремонт эштәрен «Заказсы хеҙмәте» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бригадаһы башҡарҙы. Улар башлаған эштәрен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, октябрь аҙағында, контрактҡа ярашлы, тамамлап та ҡуйҙы....
Паркты төҙөкләндереүгә - 5 миллион! 10-11-2017, 12:37 / Сәйәсәт

Паркты төҙөкләндереүгә - 5 миллион!

Белоретта тантаналы шарттарҙа ҡала паркын асыу сараһы үтте. Был парк «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалаларҙағы парктар» федераль проекты буйынса яңыртылды. Ҡала эсендә тағы ла бер яңы ял итеү зонаһын төҙөкләндереү белореттар өсөн Халыҡтар берҙәмлеге байрамына ҡарата бүләк тә булды. Финанс мѳмкинлеге сикле булыу сәбәпле, ҡала паркы бер нисә йыл рәттән ҡарауһыҙ хәлдә булды. Федераль программа ярҙамында парк бик тиҙ арала төҙөкләндерелеп, яңы төҫ алды....
Байрам менән эш тамамланмай 10-11-2017, 12:35 / Тәртип һағында

Байрам менән эш тамамланмай

Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамдары алдынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлек начальнигы йыл да урындағы киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән осрашып, конференция үткәрә. Быйыл иһә журналистар менән Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары, полиция подполковнигы Вәсил Шаһиев осрашты. Журналистарҙы Белорет эске эштәр бүлеге һөнәри байрамын ниндәй һөҙөмтәләр менән ҡаршылауы ҡыҙыҡһындырҙы. Бүлек начальнигы урынбаҫары, полиция подполковнигы Вәсил Әмир улы әйтеүенсә, быйыл теркәлгән енәйәттәрҙең кәмеүе...
Асылар «Беларус» алып һөйөндө 10-11-2017, 12:33 / Социаль ѳлкә

Асылар «Беларус» алып һөйөндө

«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Урындағы инициативаларға ярҙам итеү» программаһы буйынса башҡарылған эштәрҙе гәзитебеҙ биттәрендә йыш яҡтыртабыҙ. Былтыр «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» проектында ҡатнашыуға бөтә республика буйынса 660 заявка бирелеп, шуларҙың 345-е еңеп сыҡҡайны. Был проект конкурсында райондан 6 ауыл хакимиәтенең еңеп сығыуы һәм республика, урындағы ҡаҙнанан, халыҡтан һәм бағыусыларҙан 6 млн. һумдан ашыу аҡса йыйылыуы тураһында ла яҙғайныҡ инде. Быйыл, конкурс алаптарының ҡәтғиләштерелеүе һөҙөмтәһендә, бирелгән 10 заявканан бары тик Асы менән Туҡан ауыл хакимиәттәре еңеп...
Һынлы сәнғәт йырсыһы 10-11-2017, 12:31 / Мәҙәниәт

Һынлы сәнғәт йырсыһы

Белорет картиналар галереяһында рәссам Резеда ТАҺИРОВА- ҠОЛСОБАЕВАның шәхси күргәҙмәһе асылды. Матур тәбиғәтле Манышты ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ, бала саҡтан маҡсатлы, сәмле, нәзәкәтле һәм хисле була. Күңелендәге хис- тойғоларҙы, үҙен уратып алған хозурлыҡты һүрәттә мәңгеләштереү теләге IX класс уҡыусыһын Ѳфѳ сәнғәт училищеһына алып килә. Бына шунда башлана ла инде уның үҫеш юлы. Бѳгѳн Резеда Шакир ҡыҙы - Башҡортостан һәм Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, ике шәхси күргәҙмәһен ойоштороп, сәнғәт донъяһында үҙен танытып ѳлгѳргән шәхес. Ижад итеү араһында ғаилә ҡороу, Айрат исемле батырға һөйөклө...
Ҡулы оҫта - мең ота 10-11-2017, 12:25 / Ауыл тормошо

Ҡулы оҫта - мең ота

Тыуып үҫкән төйәгендә төпләнеп, атай нигеҙендә донъя көткәндәрҙең тормошо бәрәкәтлерәк була, тиҙәр. Шундай йәш ғаиләләрҙе эҙләп, сираттағы сәфәргә - Берештамаҡ ауылына юлланабыҙ. Асы ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Әлфиә Сәйғәфәрова беҙҙе Шәфиға һәм Нияз Хөсәйеновтарға саҡырҙы. Ауылда тормош арбаһын гөрләтеп алға алып барған Хөсәйеновтар ғаиләһе - ауылдың йәме, тиһәң, һис тә арттырыу булмаҫтыр. Берештамаҡ ауылының йәмле Инйәр буйында, шул һиллекте боҙоп, тегеләй-былай үтеүсе поездарҙы йыраҡтарға илткән тимер юлы эргәһендә урынлашҡан ике ҡатлы йорт әллә ҡайҙан күренеп, үҙенә саҡырып...
Ҡулдары йәйғор балҡыта 10-11-2017, 12:23 / ---

Ҡулдары йәйғор балҡыта

Милли кейем борондан халыҡтың эске булмышын, йәшәү рәүешен сағылдырыусы булып торған. Замана үҙгәреүе милли кейемдәрҙә лә һиҙелә, шулай ҙа халҡыбыҙҙың күңел байлығы һалынған биҙәктәрҙе ҡулланып, тап уларса ғына итеп милли кейем тегеүселәр аҙ түгел. Берештамаҡ ауылында йәшәгән Рәйхана Әминева бына инде оҙаҡ йылдар милли кейемдәр тегә. Оҫта ҡуллы тегенсенең күлдәктәре республиканың тѳрлѳ райондары буйлап таралған....