Италия компанияһының һимертеү майҙансыҡтарын төҙөү буйынса инвестиция проекты күҙаллана 14-11-2017, 17:10 / ---

Италия компанияһының һимертеү майҙансыҡтарын төҙөү буйынса инвестиция проекты күҙаллана

Киләһе йылда республиканың өс районында Италияның Cremonini компанияһы һимертеү майҙансыҡтарын (фидлоттар) төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра башлай. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта белдерҙе....
Республикала «Баллы ауыл» буласаҡ 14-11-2017, 17:08 / ---

Республикала «Баллы ауыл» буласаҡ

Әлеге ваҡытта республикала 2021 йылда «Апимондия» Бөтә донъя умартасылар конгресын уҙғарыу уңайынан «Баллы ауыл» проекты әҙерләнә. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған йыйылышта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо хаҡта һөйләне....
Марат Шәрәфетдинов - Урман хужалығы министры 14-11-2017, 17:07 / ---

Марат Шәрәфетдинов - Урман хужалығы министры

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың указы менән Марат Шәрәфетдинов Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры итеп тәғәйенләнде....
14-11-2017, 17:05 / ---

"Суперприз" отоп, планшетлы булды

«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто 2017 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһында төрлө конкурстар ойоштороуын дауам итә. Яңыраҡ, 2 һәм 3 ноябрҙә, район гәзитенә һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, квитанция күсермәләрен «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортона ебәргәндәр араһында үткәрелгән “Суперприз от!” уйынына ла йомғаҡ яһалды. Лотерея Башҡортостан юлдаш телеканалының иртәнге “Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙа уйнатылды. Унда республика һәм район баҫмаларына яҙылған 21 кеше еңеүсе тип табылды. Улар телевизор, спутник телевиде- ниеһы комплекттары, төрлө...
Яңы документтар ғәмәлгә инә 14-11-2017, 17:04 / ---

Яңы документтар ғәмәлгә инә

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ҡарарына ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарынан ветеринар контроль талап иткән тауарҙарға документтар электрон формала ғына буласаҡ. Был йәһәттән электрон төрҙәге документтар тултырыу эше башланған да инде. Хәҙер быға тиклем ҡулланылған, бөтәһе лә өйрәнгән ҡағыҙ бланкылар файҙаланылмаясаҡ. Ветеринария документтары бары тик «Меркурий» федераль дәүләт системаһын файҙаланып, электрон рәүештә тултырыласаҡ. Был күҙәтеү аҫтында булған продукцияны тулыһынса контролдә тоторға ярҙам итәсәк. Мәҫәлән, электрон документтар буйынса малдың ҡайҙа үҫеүенән һәм уның нисек салыныуынан...
Өлгөлө хеҙмәттәре өсөн 14-11-2017, 17:03 / ---

Өлгөлө хеҙмәттәре өсөн

Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һѳнәри байрамын билдәләне. Был кѳндѳ Белорет районы буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары полицияның яңы бинаһы янында шыршы үҫентеләре ултыртты. Унан һуң Металлургтар майҙанында тантаналы митинг булды. Сараға район хакимиәте, күҙәтеү органдары етәкселәре, эске эштәр бүлеге ветерандары, кадеттар, хәрби бурысын үтәгән ваҡытта һәләк булғандарҙың туғандары саҡырылған ине....
Ғүмер юлын лайыҡлы үтәләр 14-11-2017, 17:01 / ---

Ғүмер юлын лайыҡлы үтәләр

Район-ҡала ветерандар ойошмалары рәйестәренең сираттағы кәңәшмәһе “Абҙаҡ” тау саңғыһы үҙәге базаһында үтте. Ҡаланан ветерандар уңайлы ГАЗелдәрҙә килде. Ял йортонда иртәнге сәйҙе эсеп алғандан һуң, ветерандарҙы экскурсияға саҡырҙылар. Ололар, ике төркөмгә бүленеп, тау саңғыһы үҙәген ҡараны, һаулыҡты һаҡлау һәм сәләмәтләндереү буйынса лекция тыңланы, физик күнегеүҙәр яһау ҡорамалдары менән танышты, фитобарҙа шифалы үләндәрҙән төнәтелгән сәй эсте....
“Һин минең әсәйем бул...” 14-11-2017, 16:59 / ---

“Һин минең әсәйем бул...”

Ғаиләлә яңы ағза барлыҡҡа килгән көн календарҙа ҡыҙыл төҫкә буялмаһа ла, байрам һанала. Тап ошо көндө ҡауҙы кемделер атай-әсәй иткән, йә кемдер ҡусты-һеңлеле булған. Үҙән балалар йортонда үткән “Ҡауҙы көнө” ғаиләләргә тағы бер байрам көнө өҫтәү ниәтенән ойошторолдо ла инде. Унда Үҙән, Әбйәлил районының Асҡар һәм Учалы балалар йорттары ҡатнашты....