Рөстәм Хәмитов Төркиәнең  Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе  менән осрашты 17-11-2017, 11:29 / Сәйәсәт

Рөстәм Хәмитов Төркиәнең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе менән осрашты

15 ноябрҙә республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Төркиә Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Хөсәйен Дириоз менән осрашты. Өфөлә ул «Ҡунаҡсыллыҡ һәм туриндустрия форумы» XIII махсуслаштырылған күргәҙмәлә ҡатнаша. Осрашыу барышында яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, ғилми һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерҙе. «Төркиә – күптәнге һәм мөһим партнёрыбыҙ. Беҙҙең баҙарҙа Төркиә капиталы ҡатнашылығында предприятиелар эшләй. Илегеҙ компаниялары республикала бик күп объект төҙөнө. Артабан да бындай эш дауам итер тип ышанабыҙ»,...
Тәүге рельслы автобус маршрутҡа сыҡты 17-11-2017, 11:26 / Иҡтисад

Тәүге рельслы автобус маршрутҡа сыҡты

Бөгөн, 17 ноябрҙә, тәүге “Урал легендаһы” рельслы автобусына рәсми старт бирелде. Өфө-Белорет-Өфө йүнәлешендәге юғары тиҙлекле туристик поезы пассажирҙар менән үҙенең тәүге рейсына сыҡты. Тәүҙә тимер юл транспорты яңы маршрут буйынса 9 ноябрҙә юлға сыҡты һәм ул һынауҙы уңышлы үтте. Юғары тиҙлекле поезд мөмкинлектәрен тәүгеләрҙән булып республика баҫмалары, телевидение журналистары, блогерҙар, Рәсәй тимер юлы һәм Туризм буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре һынап ҡараны....
Һуңғы көнгә ҡалдырмағыҙ! 17-11-2017, 11:24 / ---

Һуңғы көнгә ҡалдырмағыҙ!

Күсемһеҙ милек, ер һәм транспорт саралары хужаларына 2016 йыл өсөн һалымды түләү өсөн ике аҙна ғына ваҡыт ҡалды. Милеккә, ергә һәм транспортҡа 2016 йыл өсөн һалым түләү ҡағыҙҙары ебәрелеп бөтөлдө. Шәхси кабинет менән ҡулланыусы һалым түләүселәргә, ҡағыҙ ярҙамында түләргә теләүселәрҙән тыш, һалым түләү ҡағыҙҙары бары тик электрон формала ебәрелде. Һалым түләүгә квитанцияларҙы һалым инспекцияһында алырға мөмкин. Физик шәхестәрҙең һалым түләү ҡағыҙҙары буйынса күпләп мөрәжәғәт итеүҙәре арҡаһында, һалым инспекцияһында һалым түләүселәрҙе ҡабул итеү һәм хеҙмәтләндереү ваҡыты 2017 йылдың 16...
Тел сәйәсәтендә ҡануниәттең үтәлеше 17-11-2017, 11:20 / Сәйәсәт

Тел сәйәсәтендә ҡануниәттең үтәлеше

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан мәктәптәрҙә туған телдәрҙе балаларҙың теләге, ата-әсәләрҙең ғаризаһы буйынса өйрәнеү аҙ һанлы милләттәр халҡында шау- шыу тыуҙырҙы. Был етди мәсьәлә бөтөн йәмәғәтселекте борсоған темаға әйләнде. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың “Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында” Указы сыҡты. Республикала тура бәйләнештәр, конференциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, фекер алышыуҙар, телде яҡлап Өфө, Сибай ҡалаларында митингылар үтте....
Сермәндәге завод үҫеш юлында 17-11-2017, 11:19 / ---

Сермәндәге завод үҫеш юлында

Күп ерҙәрҙә иҡтисади ауырлыҡтар арҡаһында предприятиелар ябылып, эш урындары ҡыҫҡартылып ятҡан заманда Азат Риф улы Вилдановтың 2014 йылда Сермән ауылында Урал спорт инвентары заводына нигеҙ һалыуы был тѳбәк тормошонда ҙур ваҡиға булды. Эйе, күптәр был заводтың эшләп китеренә әллә ни ышанманы. Әммә маҡсатлы, ҙур хыялдар менән янып торған йәш етәксе, юлда осраған ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, бѳгѳн дә үҙенең амбициоз пландарын тормошҡа ашырыуын дауам итә. Яңыраҡ Азат Риф улы менән осрашҡан саҡта ул: “Хәҙер заводты күрһәгеҙ, танымаҫһығыҙ ҙа”, - тине. Был һүҙҙәрҙән һуң, ҡыҙыҡһыныуҙы еңә алмайынса,...
Һуғыш осоро балаларына – миҙалдар 17-11-2017, 11:17 / ---

Һуғыш осоро балаларына – миҙалдар

Һуғыш осоро балаларының ғүмер юлдарының иң матур йылдарында илебеҙгә төшкән михнәттәрҙе, ҡыйырһытыуҙарҙы, ғазаптарҙы үҙ иңдәрендә күреүе бик аяныслы. Һуғыш һәм бала саҡ. Ике ҡапма- ҡаршы һүҙҙәр. Эйе, Бөйөк Ватан һуғышы бала-саға, үҫмерҙәр иңенә лә ир-егеттәр яуаплылығы һалған. Улар - утлы йылдар балалары. Аслы-туҡлы килеш, аяктарына сабата кейеп, ауыр эштәрҙә бил бөккәндәр. Урман ҡырҡҡан, торф сығарған, баҫыуҙарҙа эшләгән, завод- фабрикаларҙа станоктар артына баҫҡан, һыҡранмайынса, Еңеү көнөн яҡынайтҡандар. Хәҙер ул ауыр йылдар артта ҡалды. Бөйөк Ватан һуғышы, тыл ветерандарына, һуғыш осоро...
Рөстәм Хәмитов Өфө дәүләт авиация техник университетын юбилейы менән ҡотланы 17-11-2017, 11:15 / Йәмғиәт

Рөстәм Хәмитов Өфө дәүләт авиация техник университетын юбилейы менән ҡотланы

Кисә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө дәүләт авиация техник университеты коллективын һәм студенттарын юғары уҡыу йортоноң 85 йыллығы менән ҡотланы. Өфө дәүләт авиация техник университетының юбилейына арналған кисә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. - Бөгөнгө көнгә Өфө дәүләт авиация техник университеты - илебеҙҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһе. Ошо йылдарҙа университетты 100 меңдән ашыу кеше тамамланы, - тине Рөстәм Хәмитов. – Был күп тиҫтә йылдар илебеҙҙең оборона һәләтен күтәргән, яңы машиналар, механизмдар, двигателдәр уйлап сығарған, техник фәндәр үҫешенә тос өлөш...
«Дарыу үләндәре» байрамы 17-11-2017, 11:11 / ---

«Дарыу үләндәре» байрамы

Ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында башланғыс кластар араһында Экология йылына арналған “Дарыу үләндәре” байрамы үткәрелде. Был фәһемле сараға өләсәйҙәр ҙә саҡырылғайны. Һәр класс ниндәйҙер бер дарыу үләне тураһында мәғлүмәт бирҙе. Өләсәйҙәр был үләндәрҙе күрһәтеп, уларҙың ҡулланылышы, шифаһы хаҡында һөйләне. Беренселәр - һары мәтрүшкә, II А класы - гөлйемеш, II Б - аҡ сәскә, III класс - мәтрүшкә, IV А - бәпембә, IV Б - меңьяпраҡ үләнен төрлө яҡлап өйрәнгәндәр. Өләсәйҙәр - Асия Зиннәт ҡыҙы Кәбирова, Рәйфә Шәйдулла ҡыҙы Ғәлимова, милли кейемдә килгән Фәүриә Мөхәмәтйән...