Батыр яуҙа һынала 21-11-2017, 16:13 / ---

Батыр яуҙа һынала

Маҡсатыңа, теләгеңә ирешәйем тиһәң, бер ҡасан да бер урында тапанырға ярамай. Был тормошта ғына түгел, спортта ла шулай. Тауҙың үренә менеүе ауыр булһа ла, һәр бер аҙым кешенең үҙ-үҙенә ҡарата ышанысын арттыра, дәрт һәм кѳс бирә. Яулаған уңышта туҡталмай, алға барыусы, кѳслѳ, ғәйрәтле һәм тырыш егеттәр - илебеҙ ғорурлығы. Самбо буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, Башҡортостан Республикаһының ҡул һуғышы буйынса спорт мастеры, кикбоксинг буйынса мастерлыҡҡа кандидат Руслан Рим улы МОСТАФИН тап шундайҙарҙың береһе лә инде....
Батырҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ! 21-11-2017, 16:11 / ---

Батырҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

2017 йылдың 30 июне Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индергән һәм халҡыбыҙҙың оло ғорурлығы булған 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының ойошторолоуына һәм һуғышҡа кереүенә 75 йыл тулды. Мин, Вәхитов Замир Мөхтәр улы, 1982 йылдан бирле Липецк өлкәһенең Тербуны районында йәшәйем һәм эшләйем. Башҡортостан, Мәскәү башҡорттары менән һәр саҡ аралашып торам, урындағы эҙәрмәндәр менән фронтта башын һалған яҡташтарымдың исемдәрен асыҡларға һәм мәңгеләштерергә тырышабыҙ. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәктер: ҡаты һуғыштар барған ерҙә йәшәүселәр бөгөн дә һуғыш ҡорбандарын бер минутҡа ла онотмай, һәр һалдаттың исемен...
Мөхәббәттән 21-11-2017, 16:09 / Тәртип һағында

Мөхәббәттән "башын юғалтҡан"

Полиция хеҙмәткәрҙәре йомшаҡ уйынсыҡты фатир тәҙрәһенән күреп таба. Косоротов урамындағы сәскә салоны хужабикәһе полицияға мөрәжәғәт итеп, иртәнсаҡ тәҙрәнең ватыҡ, аҡса һәм йомшаҡ уйынсыҡтың юғалыуы тураһында белдерә. Килтерелгән зыян 10 мең һумдан ашып китә. Күпмелер ваҡыттан һуң ошо территорияла патрулдә йөрөгән полиция хеҙмәткәрҙәре бер фатир тәҙрәһендә ҡыҙыл-һарғылт төҫтәге ҙур йомшаҡ уйынсыҡты күреп ҡала. Магазиндан тап ошондай уйынсыҡ юғалған була. Асыҡланыуынса, уны ошо фатирҙа йәшәгән ҡыҙға егете бүләк иткән икән. Шикле кешене табыу бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, мөхәббәттән башын...
Йүгерек атҡа ял теймәй 21-11-2017, 16:07 / ---

Йүгерек атҡа ял теймәй

Һәр кешенең үткән юлы, яҙмышы башҡаларҙыҡына оҡшаш булмағандай, тормошҡа ла ҡараштар тѳрлѳсә. Кемдер ағым ыңғайына ғына ағырға күнекһә, бәғзе берәүҙәр тормошто, кешеләрҙең йәшәү рәүешен яҡшыртырға, башҡалар ѳсѳн дә нимәлер эшләргә тырыша. Шығай ауылында йәшәгән Фәниә Түлебаеваның ғүмер юлына байҡау яһап, бына тап шундай кешеләр халыҡтың ихтирамына, рәхмәтенә лайыҡ, тип әйтергә була....