Дәүләт Думаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ квитанцияларында рекламаны тыйҙы 29-11-2017, 12:08 / ---

Дәүләт Думаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ квитанцияларында рекламаны тыйҙы

Дәүләт Думаһы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү квитанцияларында реламаны тыйыу тураһында закон ҡабул итте. Хәҙер коммерция ғына түгел, социаль реклама ла тыйылған, тип хәбәр ителә. Документҡа аңлатмала билдәләнеүенсә, түләү документтарында реклама мәғлүмәтенең күп булыуы тураһында халыҡтан байтаҡ ялыуҙар килгән. Депутаттар фекеренсә, квитанциялағы реклама граждандарға приборҙарҙың күрһәтмәһен һәм түләү суммаһын ҡарағанда ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Хәҙер түләү ҡағыҙында реклама булырға тейеш түгел. Өҫтәүенә ундағы мәғлүмәт йыш ҡына дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәй. Шуға күрә түләү документында тарифтар...
Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы алдында Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ 29-11-2017, 12:07 / ---

Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы алдында Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 30 ноябрҙә республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Киләһе йылға республиканың төп документы закондар сығарыу йыйылышының пленар ултырышы сиктәрендә уҡып ишеттереләсәк. Республика Башлығының йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе - ил масштабында һәм халыҡ-ара даирәлә сәйәси һәм иҡтисади реаль нәмәләрҙе иҫәпкә алыу менән яҡын киләсәккә төп үҫеш йүнәлештәрен билдәләгән мөһим документ. Башҡортостан Башлығы республиканың социаль-иҡтисади торошон, социаль йөкләмәләрҙең үтәлешен баһалаясаҡ. Мөрәжәғәтнамә төбәк тормошоноң бөтә яҡтарын – закондар...
Өфөлә шиғри һүҙ оҫталары билдәләнде 29-11-2017, 12:06 / ---

Өфөлә шиғри һүҙ оҫталары билдәләнде

Өфөлә башҡорт телен яҡлап ойошторолған үҙенсәлекле һәм сағыу «Йөрәк һүҙе» проекты тамамланды. Шиғри алыш финалында 12 пар ҡатнашты, улар араһында башҡорт телендә иң яҡшы шиғыр һөйләүселәр билдәләнде. Көсөргәнешле шиғри алыштың йомғаҡтары буйынса танылған башҡорт шағирәһе Зөлфиә Ханнанова һәм уның ҡыҙы Гүзәл Әлибаева иң яҡшы һүҙ оҫталары тип танылды. Үҙ поэмаһынан бер өҙөктө уҡып. Зөлфиә Ханнанова һәм уның ҡыҙы төп бүләкте - «Лада Гранта» автомобилен отто....
Башҡортостан өс балалы ғаиләләргә ярҙамға аҡса ала 29-11-2017, 12:05 / ---

Башҡортостан өс балалы ғаиләләргә ярҙамға аҡса ала

Башҡортостан демографик хәлде яҡшыртыу өсөн федераль ҡаҙнанан аҡса аласаҡ төбәктәр исемлегенә инде. Дмитрий Медведев тейешле бойороҡҡа ул ҡуйҙы. Финанс саралар демографик хәле насар булған төбәктәргә 2018 йылда өсөнсө йәки унан һуңғы бала тыуған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итергә мөмкинлек бирәсәк, тиелә Министрҙар кабинеты сайтында. 2013-2017 йылдарҙа Программала дөйөм тыуым коэффициенты Рәсәй буйынса уртаса мәғәнәнән түбәнерәк булған (2016 йылда - 1,762) төбәктәр ҡатнашты, ә 2018 йылдан Программала был күрһәткес мәғәнәһе 2-нән артмаған Федерация субъекттары ҡатнаша ала....
Владимир Путин ғаиләлә беренсе бала тыуғанда  айлыҡ түләү билдәләне 29-11-2017, 12:04 / ---

Владимир Путин ғаиләлә беренсе бала тыуғанда айлыҡ түләү билдәләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин беренсе бала тыуғанда йәш ярымға тиклем айлыҡ түләү булдырылыуын белдерҙе. Киләһе йыл ул уртаса 10,5 мең һум тәшкил итәсәк, тип хәбәр итә РИА Яңылыҡтар. «Тыуымға булышлыҡ итеү өсөн етеп килгән 2018 йылдың ғинуар айынан уҡ Рәсәй ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса бер төркөм яңы саралар тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итәм. Иң тәүҙә - беренсе бала тыуғанда һәм уға йәш ярым тулғансы айлыҡ аҡсалата түләү билдәләү», - тине Владимир Путин балалар мәнфәғәтендә милли стратегияларҙы тормошҡа ашырыу буйынса координация советы ултырышында. Түләүҙәр күләме Федерация субъектында...
Тоғролоҡҡа ант бирҙеләр 29-11-2017, 12:03 / ---

Тоғролоҡҡа ант бирҙеләр

Ҡаланың хәрби иҫәп һѳнәрҙәре буйынса уҡыусылар әҙерләгән өлгөлө ДОСААФ автомәктәбендә буласаҡ хәрби шоферҙар тантаналы ант бирҙе. Сараны асып, мәктәп директоры Зәбир Шакир улы Ахибзянов курсанттарға яңы уҡыу йылында уңыштар теләне, алда рухи ныҡлыҡ, ихтыяр кѳсѳ, тѳплѳ белем, яҡшы физик әҙерлек талап иткән бик күп һынауҙар кѳтѳүе, уларҙы үтәргә әҙер булырға саҡырҙы. Унан һуң 30 курсанттан торған тәүге уҡыу взводы Ватанға намыҫлы хеҙмәт итергә, һайлаған һөнәрҙәренә тоғро булырға, курсант исемен лайыҡлы йөрөтөргә, командирҙарҙың, етәкселәрҙең һүҙен тыңларға, автомәктәп ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә,...
Иҫке бинаға яңы тѳҫ 29-11-2017, 12:02 / ---

Иҫке бинаға яңы тѳҫ

Райондың һаулыҡ һаҡлау учреждениелары ыңғай үҙгәрештәр кисереүен дауам итә. Яңыраҡ Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының ҡала поликлиникаһында ла ремонт эштәре башланды. Был маҡсаттан республика бюджетынан 20 млн. һум аҡса бүленде. Реконструкция эштәренә ярашлы, бинаның беренсе ҡаты һәм уның тышҡы яғы тулыһынса үҙгәрәсәк. Эштәр бер нисә айға планлаштырылған. Шуға ҡарамаҫтан, ошо осорҙа дауалау учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан халыҡты сифатлы хеҙмәтләндереү өсөн барлыҡ саралар ҙа күреләсәк....
Уҡыусылар һәләтен аса 29-11-2017, 12:01 / ---

Уҡыусылар һәләтен аса

Район мәктәптәре араһында үткән фәнни-ғәмәли конференцияның муниципаль этабы «Киләсәккә ҡараш» тип аталды. Был сараны Мәктәптән тыш эштәр үҙәге ойошторҙо. Нимә генә тиһәк тә, бөгөнгө заман балалары аҡыллы, йылғыр булыуы менән айырылып тора. Улар бар яҡлап ҡыҙыҡһыныу күрһәтә, төрлө темалар буйынса тикшеренеү эштәре алып бара....
Ғүмерем һинең менән бәйле, Белоретым! 29-11-2017, 12:00 / ---

Ғүмерем һинең менән бәйле, Белоретым!

Белорет аңыма һәр ваҡыт атай-әсәйемдең “зауыт” (завод) тигән һүҙе менән килә ине. Мал һуйһалар: “Зауытҡа барып һатып ҡайтабыҙ”, - ти торғайнылар. Керәндил, шәкәр, сәй, калуш, беҙгә сәскә ҡыҫтыра торған кәкере тараҡтар, һис һүҙһеҙ, зауыт менән бәйле ине. 1947 йыл. Миңә 6 йәш, ағайым уҡытыусылыҡҡа уҡырға Белорет ҡалаһына китте. Ағайымдың ялға, каникулға ҡайтҡанын түҙемһеҙләнеп көтәм. Хәнифебеҙ бәләкәй әле, уны уйнатып булмай. Ә ағайым мине бәләкәйҙән йә күтәреп, йә яурынына ултыртып йөрөй торғайны....
Почта России и ЭСКБ проводят акцию «Подарки для надёжных» 29-11-2017, 11:57 / ---

Почта России и ЭСКБ проводят акцию «Подарки для надёжных»

До 15 декабря ООО «Энергетическая сбытовая компания Башкортостана» и Почта России проводят ежегодную акцию по розыгрышу ценных призов среди добросовестных граждан-потребителей, своевременно оплачивающих электроэнергию. Уже шестой год подряд ООО «ЭСКБ» и Почта России устраивают масштабную акцию, принять участие в которой могут жители всей Республики Башкортостан. В этом году граждан-потребителей, своевременно оплачивающих электроэнергию, в качестве подарков ожидают 10 предметов современной бытовой техники и специальные подарки от Почты России....