«Внимание-Дети!» 29-12-2017, 16:25 / ---

«Внимание-Дети!»

С 18 декабря на территории Республики Башкортостан стартуют профилактические мероприятия «Внимание-Дети!». Эта операция будет проводиться с целью предотвращения дорожно-транспортных происшествий с участием несовершеннолетних в период зимних каникул. В период проведения мероприятия особое внимание будет уделяться соблюдению водителями правил перевозки детей, правил проезда пешеходных переходов, безопасного движения детей на дорогах....
Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентын һайлауҙа «Берҙәм Рәсәй»ҙең милли лидерҙы яҡлау ҡарарына аңлатма бирҙе 26-12-2017, 14:05 / ---

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентын һайлауҙа «Берҙәм Рәсәй»ҙең милли лидерҙы яҡлау ҡарарына аңлатма бирҙе

Башҡортостан Башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары Советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов партияның XVII съезында берҙәм рәсәйҙәрҙең Рәсәй Президентын һайлауҙа милли лидерҙы яҡлау ҡарарына аңлатма бирҙе. Төбәк етәксеһе форумда партия ағзалары делегацияһын етәкләй. «Беҙ, әлбиттә, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путиндың кандидатураһын яҡлайбыҙ һәм партия ошо йәһәттән ышаныслы, ныҡлы эшләһен өсөн барыһын да эшләйбеҙ», - тип һөйләне журналистарға Рөстәм Хәмитов....
2018 йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде 26-12-2017, 14:03 / ---

2018 йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде

Йома көндө Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды республикала Ғаилә йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документ Рәсәй Президентының «Рәсәй Федерацияһында Балалыҡ ун йыллығын иғлан итеү тураһында»ғы Указына ярашлы төҙөлдө һәм дәүләт ғаилә сәйәсәтен камиллаштырыуға, ғаилә институты абруйын нығытыуға һәм уға ярҙам итеүгә йүнәлтелде. Башҡортостан Хөкүмәтенә Ғаилә йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составын һәм саралар планын раҫларға йөкләмә бирелде....
Иҙел башы йылъяҙмаһы «Урал»ға - 95! 26-12-2017, 14:02 / ---

Иҙел башы йылъяҙмаһы «Урал»ға - 95!

Район халҡының көнитмешен, йәшәйешен көҙгө ише яҡтыртып торған, журналистарҙың күңелдәренән сыҡҡан һүҙҙәрен һәр һаны аша уҡыусыларға еткергән, бай тарихлы «Урал» гәзите үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләне. 1922 йылда“Ҡатай эшсеһе” исеме аҫтында донъя күрә башлаған гәзит, йылдар дауамында “Металл өсөн” “Сталинсы”, “Ленин юлы” һәм “Урал” исемдәренә үҙгәртелһә лә, эстәлеге, йөкмәткеһе менән шул уҡ ҡала, уҡыусыларының уға ҡарата ҡарашын, ихтирамын юғалтмай....
Һандар кешеләрҙең матди етешлеген күрһәтә 22-12-2017, 12:17 / ---

Һандар кешеләрҙең матди етешлеген күрһәтә

Ноябрҙә Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 30 мең һумдан үтте, тип хәтергә төшөрҙө республика Башлығы Рөстәм Хәмитов урындағы киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа. Тәүгә был сик үтелде. Реаль һандар кешеләрҙең матди етешлеген күрһәтә, тип билдәләне төбәк етәксеһе....
Баҡыйҙар күперле булды 22-12-2017, 12:16 / ---

Баҡыйҙар күперле булды

Быйыл йәй районыбыҙҙың иң төпкөл ауылдары - Баҡый менән Һаралыға барғас, ошондай шарттарҙа ла түҙемле, тыуған нигеҙенә тоғро халыҡ йәшәй икән, тип берсә аптырап, берсә һоҡланып ҡайттым....
Һәр ергә лә ѳлгѳрҙәр 22-12-2017, 12:14 / ---

Һәр ергә лә ѳлгѳрҙәр

Бер быуатлыҡ ғүмере булған мәктәптә 60-лап уҡыусы иҫәпләнә. Уларға үҙ хеҙмәтен яратҡан, эшенә намыҫ менән ҡараған 13 уҡытыусы белем бирә. Рәшиҙә Мәсәғүт ҡыҙы Байрамғәлина, Шәкир Ғөбәйтулла улы Таһиров, Вәсимә Ханнан ҡыҙы Миһранова, Гөлназ Закир ҡыҙы Сафуанова - юғары, Мансур Ғәзиз улы Байрамғәлин, Ләйсән Ғәзиз ҡыҙы Фәйзуллина, Рима Ғимадислам ҡыҙы Таһирова, Луиза Рәүеф ҡыҙы Ғиадуллина, Рәйлә Сафа ҡыҙы Мөлөкова беренсе категорияға эйәләр. Мәктәп уҡыусылары “Урал батыр” эпосын яттан һѳйләү бәйгеһендә, Кѳньяҡ Урал ҡурсаулығы үткәргән “Йәшә, шыршыҡай!” акцияһында, район һәм республика кимәлендә...
Йәштәргә - байрам бүләге 22-12-2017, 12:13 / ---

Йәштәргә - байрам бүләге

Республикала йәш ғаиләләргә ярҙам итеү йәһәтенән төрлө дәүләт программалары әүҙем эшләй. “2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклем ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү”, “Домокомплект”, “Жилстройсбережения”, “Социаль ипотека” һәм иң киң таралған “Йәш ғаилә” федераль программаһының “Торлаҡ” ярҙамсы программаһы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған йәш ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән дә инде. Бындай программалар менән беҙҙең район һәм ҡалала йәшәгән йәштәр ҙә әүҙем файҙалана. Ошо аҙнала тағы ла 5 ғаилә Яңы йыл алдынан байрам бүләге алып һөйөндө....
Пенсионерҙарға – шарттар 22-12-2017, 12:12 / ---

Пенсионерҙарға – шарттар

Рәсәй Пенсия фонды идаралығының Белорет районы һәм ҡалаһы бүлегендә үҙгәрештәр бар: ике клиент хеҙмәте берәүгә берләштерелде. Хәҙер хаҡлы ялдағыларҙы пенсия идаралығының өҫтәлмә офисында ҡабул итәләр....
Йәшәргә лә әле, йәшәргә! 22-12-2017, 12:11 / ---

Йәшәргә лә әле, йәшәргә!

Иҙелдә һыу инеп йөрөгән йәш-елкенсәктең, үҫмер- ҡыҙҙарҙың иғтибарын ауыл яғынан нимәлер ҡысҡырып, йүгереп килгән малай йәлеп итә. Малай килеп еткәс тә, әйтер һүҙен әйтә алмай оҙаҡ ҡына хәл йыйып торҙо. Әҙерәк тын алғас, “Һуғыш башланды”, тип әйтә... Ана шулай бөтә халыҡтың уй- хыялын, ҡуйған маҡсаттарын селпәрәмә килтерә. Малайҙарҙы ваҡытынан алда ир ҡорона индерә, йәш- елкенсәкте иртә буй еткертә. Бөтә ил һуғышҡа күтәрелә....