Йѳйәккә йәм өҫтәйҙәр 5-12-2017, 12:25 / ---

Йѳйәккә йәм өҫтәйҙәр

Ғаилә - тормош нигеҙе, дәүләт киләсәге. Уның эсендә татыулыҡ, бер-береңә ҡарата ихтирам булғанда, ғаилә усағының йылыһы ла кѳслѳрәк була. Ошо йылыны тойоп үҫкән балалар тәүфиҡлы, аҡыллы була. Йѳйәк ауылында ғүмер иткән БАҺАУИТДИНОВТАРҙың күркәм ғаиләһенә һоҡланыусылар аҙ түгелдер....
Халыҡ проблемаларын хәл итте 5-12-2017, 11:51 / ---

Халыҡ проблемаларын хәл итте

Муниципаль район хакимиәтендә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина төрлө шәхси һорауҙар буйынса халыҡты ҡабул итте. Район-ҡаланан ике йөҙҙән ашыу мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт булды, 15 кеше үҙе ҡабул итеүгә килде. Бирелгән һорауҙар башлыса йорт төҙөү өсөн ер участкаһы бүлеүгә, төрлө торлаҡ бәхәстәренә, ауылда мәҙәни үҙәк төҙөүгә, авария хәлендәге электр селтәрҙәрен ремонтлауға, эшһеҙлек проблемаһына, торлаҡ-коммуналь хеҙмәтенә түләүҙәргә ҡағылды. Халыҡты ҡабул итеүҙә муниципаль район хакимиәтенең төрлө бүлек вәкилдәре һәм юрист ҡатнашты. Был иһә ҡайһы бер...
Бюджет проекты ҡаралды 5-12-2017, 11:49 / ---

Бюджет проекты ҡаралды

Муниципаль район хакимиәтендә ҡала Советы депутаттарының сессияһы уҙҙы. Көн тәртибендә 2018-2020 йылға ҡала бюджеты проекты мәсьәләһе ҡаралды. Бюджет күрһәткестәре менән ҡала хакимиәтенең эштәр идарасыһы Ришат Ситдиҡов таныштырҙы. 2018 йылға бюджет сығымдары 78,1 млн. һумға планлаштырылған. Бында дөйөм дәүләт, торлаҡ-коммуналь хужалығы, физкультура һәм спорт, социаль мәсьәләләргә ҡағылған сығымдар ҙа индерелгән. Иң күп сығым талап иткән өлкә - юл фонды. Депутаттар проектты бер тауыштан хупланы һәм артабан тауыш биреү юлы менән күмәк тыңлауҙар көнөн билдәләне. Ул 14 декабрҙә үтәсәк....
Матур ғаиләләр тәбрикләнде 5-12-2017, 11:48 / ---

Матур ғаиләләр тәбрикләнде

Ҡаланың ЗАГС бүлегендә оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаилә парҙарын тәбрикләнеләр. Был көндө улар адресына бик күп ҡотлауҙар, матур теләктәр яңғыраны. Бәхетле ғаиләләргә Баш- ҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау һүҙҙәре еткерелде. Юбилярҙарҙы матур даталары менән ҡотларға балалары, туғандары һәм дуҫтары ла килде. Тантаналы көндә 50, 60 йыл иңгә-иң терәп ғүмер иткән 10 ғаилә пары тәбрикләнде. Бөгөн оҙон тормош юлы үткән был парҙар тағы ла бер тапҡыр тулҡынландырғыс һәм тантаналы мәл кисерҙе. Бик күп ҡыуаныстары, һѳйѳнѳс-кѳйѳнѳстәре булған оҙон йылдар үтһә лә, улар тәүге...
Иң мѳһиме - йәшәүгә ынтылыш 5-12-2017, 11:47 / ---

Иң мѳһиме - йәшәүгә ынтылыш

Сәләмәтлектәре буйынса мѳмкинлектәре сикләнгән кешеләргә тормошта башҡаларға ҡарағанда күпкә ҡыйыныраҡ. Улар, кѳн дә ниндәйҙер ҡаршылыҡ, ауырлыҡ менән осрашыуға ҡарамаҫтан, ихтыяр кѳсѳнә таянып, сабырлығын туплап, артабан да йәшәргә ынтыла. Ҡала Мәҙәниәт һарайында Халыҡ-ара инвалидтар кѳнѳнә арналған концерт уларға байрам бүләге генә түгел, ә иғтибар һәм ихтирам сағылышы ла булды. Ҡотлау һүҙе менән сығыш яһаған муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.В. Пинящук ра- йонда эшләп килгән инвалидтар ойошмаһының эшен юғары баһаланы, мѳмкинлектәре сикләнгән кеше- ләрҙең спорт, мәҙәниәт һәм...
Гимназистар еңде 5-12-2017, 11:44 / ---

Гимназистар еңде

Ҡалала баскетбол буйынса КЭС баскет мәктәп лигаһының муниципаль этабы үтте. Унда 14-се гимназия командаһы еңеүсе булды. Чемпионатта бөтәһе 6 команда ҡатнашты. 14-се һәм 17-се гимназияларҙың уйыны иң көсөргәнешлеһе һәм сағыуы булды. КЭС баскет мәктәп лигаһы ярышының һѳҙѳмтәләре буйынса, 14-се гимназия командаһы I урын яулап, еңеүсе булды. Улар ышаныслы һәм матур уйнаны. II урынды иһә 17-се гимназия, III урынды 21-се мәктәп командаһы алды. Еңеүсе булған 14-се гимназия уҡыусылары Сибай ҡалаһында төбәк ярышында ҡатнашасаҡ....