Халыҡ-ара балалар уйындарында 2 меңгә яҡын спортсы ҡатнаша 12-12-2017, 16:29 / ---

Халыҡ-ара балалар уйындарында 2 меңгә яҡын спортсы ҡатнаша

2019 йылда Өфөләге LIII Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарында 2 мең самаһы спортсы ҡатнаша. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара балалар уйындары комитетының генераль секретары Ричард Смит менән осрашыуҙа белдерҙе. – Беҙ уйындарҙа 1,5-2 мең спортсы ҡатнашыр, тип көтәбеҙ. Ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү күҙлегенән был беҙҙең өсөн нормаль күренеш, – тине төбәк етәксеһе. – Инфраструктурабыҙҙың күп һандағы ҡунаҡтарҙы урынлаштыра алыуын яҡшы беләһегеҙ. Беҙ көйәрмәндәрҙе, оҙатыусыларҙы, ата-әсәләрҙе иҫәпкә алып ике, хатта өс тапҡырға күберәкте ҡабул итә алабыҙ....
Тағы ла яҡшылар рәтендә 12-12-2017, 16:28 / ---

Тағы ла яҡшылар рәтендә

Балалар сәнғәт мәктәбе һәм һөнәри белем учреждениелары преподавателдәре араһында үткән Башҡарыу оҫталығы республика конкурсында Белорет музыка мәктәбе төрлө номинацияларҙа еңеүселәр һәм призерҙар иҫәбе буйынса алдынғы урынға сыҡты. Улар һигеҙ - I, ѳс - II, ѳс III урын һәм 2 ҡатнашыусы Дипломына лайыҡ булды....
Гөрләтеп эшләргә генә ҡала 12-12-2017, 16:27 / ---

Гөрләтеп эшләргә генә ҡала

Яңы йыл алдынан үткәлдәр ҙур бүләк алды - яңыртылған мәҙәниәт усағы сафҡа инде. Ауыл халҡы был тантананы ун йылдан да ашыу өмөтләнеп көттө. Клуб асыу тантанаһы уңайынан үткәлдәрҙе иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотларға абруйлы ҡунаҡтар, муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әғләмова, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова, район мәҙәниәт йорто директоры Ольга Овчинникова, Шығай ауыл хакимиәте башлығы Хәлим Ғәлиастанов, күп тармаҡлы ауыл клубы директоры Сәғирә Шәрәфетдинова, төҙөлөш компанияһы етәксәһе Юрий Домниндың килеүе икеләтә...
Башҡорт эпосы 40 телдә яңғыраны 12-12-2017, 16:25 / ---

Башҡорт эпосы 40 телдә яңғыраны

Баш ҡалала башҡорт халҡының мәшһүр эпосын Рәсәй халыҡтары һәм сит телдәрҙә һѳйләү буйынса уҙғарылған ярышта ҡаланың 10-сы мәктәбе уҡыусылары ла ҡатнашып, призлы урындар яуланы....
Уңайлы шарттар булдырыла 12-12-2017, 16:24 / ---

Уңайлы шарттар булдырыла

Ҡаланың балалар поликлиникаһының яңы бинала эшләй башлауына киләһе йыл май айында ете йыл тула. Заманса йыһазландырылған учреждениела барыһы ла пациенттарҙың мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп эшләнелә. Ҡалалағы тәүге «Ихтирамлы регистратура» ла нәҡ бында асылғайны. Ошо көндәрҙә бында тағы ла бер уңайлы шарт булдырылды. Хеҙмәткәрҙәр һәм пациенттар өсөн буфет эшләй башланы....
Яулайһы үрҙәр - алда! 12-12-2017, 16:22 / ---

Яулайһы үрҙәр - алда!

[b] [b]Ҡала Мәҙәниәт һарайының «Жар птица» клубында (етәксеһе Нурия Аришина, тренеры Ирек Сиражетдинов) спорт-бал бейеүҙәре менән шөғөлләнеүселәр үткән йәкшәмбе Магнитогорск ҡалаһында традицион төбәк-ара «Виктория кубогы» турнирында ҡатнашып, иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп ҡайтты.[/b]...
Еңеү артынан еңеү 12-12-2017, 16:18 / ---

Еңеү артынан еңеү

Абҙаҡ ауылында «Бейеү планетаһы - 2017» тип аталған III Бөтә донъя Рәсәй хореография фестиваль-конкурсы үтте. Инйәр сәнғәт мәктәбенән Гөлнара Москова етәкләгән «Аҡйондоҙ» ансамбле III дәрәжә Диплом менән бүләкләнде. «Халыҡ бейеүе» һәм «Халыҡ бейеүе. Формейшн» номинацияларында I дәрәжә Дипломға лайык булдылар....
Ғүмер буйы бер эштә 12-12-2017, 16:17 / ---

Ғүмер буйы бер эштә

Ғәбдѳк ауылында почта таратыусы булып эшләгән Рәйсә Хәсәнова, ҡайышлы ҡалын сумкаһын тотоп, ауыл урамы буйлап атлай. Халыҡты район хәбәрҙәре, республика яңылыҡтары менән таныштырырға ашыға. Бигерәк тә оло быуын кешеләре ѳсѳн ул кѳтѳп алған ҡунаҡ кеүек. Рәйсә Шәйхислам ҡыҙы 1956 йылда Ғәбдѳк ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Белорет ҡалаһында почта таратыусы булып эшкә урынлаша. Бер йыл самаһы эшләгәс, атай-әсәйенең теләге буйынса, кире ауылына ҡайта һәм унда ла ошо уҡ эште дауам итә. Берештамаҡ ауылы егете Фәрит Миңлеғәле улына кейәүгә сыҡҡас, Йѳйәктә ғүмер итә башлайҙар. Шулай ҙа,...
Аталыҡ бурысын “онотҡан” 12-12-2017, 16:14 / ---

Аталыҡ бурысын “онотҡан”

Белорет ҡалаһының мировой судьяһы 33 йәшлек атай кешегә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул балаһын ҡарауға аҡса түләмәүҙә ғәйепләнә. 2014 йылдың сентябренән ул бәлиғ булмаған ҡыҙына алимент түләргә тейеш була. Суд приставы-башҡарыусыһы күп тапҡыр иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, алиментты тулы кимәлдә түләмәй. Шуның өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Бынан һуң да түләргә ашыҡмай, бурысы 20 мең һумдан артып китә. Суд ғәмһеҙ атайҙы 9 айға холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп итеп, эш хаҡының 5 процентын дәүләт файҙаһына тотоп алып ҡалыу тураһында ҡарар сығарҙы....
Гүзәл заттарға - «Әсәлек даны» 12-12-2017, 16:13 / ---

Гүзәл заттарға - «Әсәлек даны»

Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтте. Быға тиклем награда республиканың 7 500 гүзәл затына тапшырылды. Районыбыҙҙан “Әсәлек даны” миҙалына 4 гүзәл зат: Инйәрҙән 5 бала әсәһе, хужабикә Динара Рәсим ҡыҙы Ғәйнетдинова, Ғәбдөк мәктәбе уҡытыусыһы, 5 бала әсәһе Лира Баязит ҡыҙы Ғәлиәкбәрова, Егәҙенән 7 бала тәрбиәләүсе хужабикә Эльвира Рәшит ҡыҙы Ғилманова һәм 5 бала әсәһе Юлия Юрьевна Ғилманова эйә булды....