Һандар кешеләрҙең матди етешлеген күрһәтә 22-12-2017, 12:17 / ---

Һандар кешеләрҙең матди етешлеген күрһәтә

Ноябрҙә Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 30 мең һумдан үтте, тип хәтергә төшөрҙө республика Башлығы Рөстәм Хәмитов урындағы киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа. Тәүгә был сик үтелде. Реаль һандар кешеләрҙең матди етешлеген күрһәтә, тип билдәләне төбәк етәксеһе....
Баҡыйҙар күперле булды 22-12-2017, 12:16 / ---

Баҡыйҙар күперле булды

Быйыл йәй районыбыҙҙың иң төпкөл ауылдары - Баҡый менән Һаралыға барғас, ошондай шарттарҙа ла түҙемле, тыуған нигеҙенә тоғро халыҡ йәшәй икән, тип берсә аптырап, берсә һоҡланып ҡайттым....
Һәр ергә лә ѳлгѳрҙәр 22-12-2017, 12:14 / ---

Һәр ергә лә ѳлгѳрҙәр

Бер быуатлыҡ ғүмере булған мәктәптә 60-лап уҡыусы иҫәпләнә. Уларға үҙ хеҙмәтен яратҡан, эшенә намыҫ менән ҡараған 13 уҡытыусы белем бирә. Рәшиҙә Мәсәғүт ҡыҙы Байрамғәлина, Шәкир Ғөбәйтулла улы Таһиров, Вәсимә Ханнан ҡыҙы Миһранова, Гөлназ Закир ҡыҙы Сафуанова - юғары, Мансур Ғәзиз улы Байрамғәлин, Ләйсән Ғәзиз ҡыҙы Фәйзуллина, Рима Ғимадислам ҡыҙы Таһирова, Луиза Рәүеф ҡыҙы Ғиадуллина, Рәйлә Сафа ҡыҙы Мөлөкова беренсе категорияға эйәләр. Мәктәп уҡыусылары “Урал батыр” эпосын яттан һѳйләү бәйгеһендә, Кѳньяҡ Урал ҡурсаулығы үткәргән “Йәшә, шыршыҡай!” акцияһында, район һәм республика кимәлендә...
Йәштәргә - байрам бүләге 22-12-2017, 12:13 / ---

Йәштәргә - байрам бүләге

Республикала йәш ғаиләләргә ярҙам итеү йәһәтенән төрлө дәүләт программалары әүҙем эшләй. “2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклем ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү”, “Домокомплект”, “Жилстройсбережения”, “Социаль ипотека” һәм иң киң таралған “Йәш ғаилә” федераль программаһының “Торлаҡ” ярҙамсы программаһы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған йәш ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән дә инде. Бындай программалар менән беҙҙең район һәм ҡалала йәшәгән йәштәр ҙә әүҙем файҙалана. Ошо аҙнала тағы ла 5 ғаилә Яңы йыл алдынан байрам бүләге алып һөйөндө....
Пенсионерҙарға – шарттар 22-12-2017, 12:12 / ---

Пенсионерҙарға – шарттар

Рәсәй Пенсия фонды идаралығының Белорет районы һәм ҡалаһы бүлегендә үҙгәрештәр бар: ике клиент хеҙмәте берәүгә берләштерелде. Хәҙер хаҡлы ялдағыларҙы пенсия идаралығының өҫтәлмә офисында ҡабул итәләр....
Йәшәргә лә әле, йәшәргә! 22-12-2017, 12:11 / ---

Йәшәргә лә әле, йәшәргә!

Иҙелдә һыу инеп йөрөгән йәш-елкенсәктең, үҫмер- ҡыҙҙарҙың иғтибарын ауыл яғынан нимәлер ҡысҡырып, йүгереп килгән малай йәлеп итә. Малай килеп еткәс тә, әйтер һүҙен әйтә алмай оҙаҡ ҡына хәл йыйып торҙо. Әҙерәк тын алғас, “Һуғыш башланды”, тип әйтә... Ана шулай бөтә халыҡтың уй- хыялын, ҡуйған маҡсаттарын селпәрәмә килтерә. Малайҙарҙы ваҡытынан алда ир ҡорона индерә, йәш- елкенсәкте иртә буй еткертә. Бөтә ил һуғышҡа күтәрелә....
Яугирҙың һуңғы тѳйәге 22-12-2017, 12:10 / ---

Яугирҙың һуңғы тѳйәге

Зәлифә ѳләсәйемдең бер туған ҡустыһы Шаймѳхәмәт Әхтәмовтың Липецк ѳлкәһенең Икенсе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнеүе 75 йылдан һуң ғына асыҡланды....
Һүҙ менән дә, эш менән дә… 22-12-2017, 12:09 / ---

Һүҙ менән дә, эш менән дә…

Бөтә булмышы, эше һәм һүҙе менән дә кешеләрҙе һоҡландырып, илһамландырып, алға әйҙәп йәшәүселәр арабыҙҙа күп кенә. Йөйәк мәҙәниәт йорто мөдире Айгөл Закирова ана шундайҙарҙың береһе....
“Минең телем - дуҫлыҡ теле” 22-12-2017, 12:08 / ---

“Минең телем - дуҫлыҡ теле”

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында “Минең телем - дуҫлыҡ теле” республика акцияһы үтте. Ул бер үк ваҡытта Башҡортостандың бѳтә муниципаль берәмектәрендә уҙғарылды....