
Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентын һайлауҙа «Берҙәм Рәсәй»ҙең милли лидерҙы яҡлау ҡарарына аңлатма бирҙе
Башҡортостан Башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары Советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов партияның XVII съезында берҙәм рәсәйҙәрҙең Рәсәй Президентын һайлауҙа милли лидерҙы яҡлау ҡарарына аңлатма бирҙе. Төбәк етәксеһе форумда партия ағзалары делегацияһын етәкләй. «Беҙ, әлбиттә, Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путиндың кандидатураһын яҡлайбыҙ һәм партия ошо йәһәттән ышаныслы, ныҡлы эшләһен өсөн барыһын да эшләйбеҙ», - тип һөйләне журналистарға Рөстәм Хәмитов....
2018 йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде
Йома көндө Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды республикала Ғаилә йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документ Рәсәй Президентының «Рәсәй Федерацияһында Балалыҡ ун йыллығын иғлан итеү тураһында»ғы Указына ярашлы төҙөлдө һәм дәүләт ғаилә сәйәсәтен камиллаштырыуға, ғаилә институты абруйын нығытыуға һәм уға ярҙам итеүгә йүнәлтелде. Башҡортостан Хөкүмәтенә Ғаилә йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составын һәм саралар планын раҫларға йөкләмә бирелде....