Гүзәл заттарға - «Әсәлек даны» 12-12-2017, 16:13 / ---

Гүзәл заттарға - «Әсәлек даны»

Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда күп балалы әсәләрҙе «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тантанаһы үтте. Быға тиклем награда республиканың 7 500 гүзәл затына тапшырылды. Районыбыҙҙан “Әсәлек даны” миҙалына 4 гүзәл зат: Инйәрҙән 5 бала әсәһе, хужабикә Динара Рәсим ҡыҙы Ғәйнетдинова, Ғәбдөк мәктәбе уҡытыусыһы, 5 бала әсәһе Лира Баязит ҡыҙы Ғәлиәкбәрова, Егәҙенән 7 бала тәрбиәләүсе хужабикә Эльвира Рәшит ҡыҙы Ғилманова һәм 5 бала әсәһе Юлия Юрьевна Ғилманова эйә булды....
Берҙәмлектә – кѳс 12-12-2017, 16:11 / ---

Берҙәмлектә – кѳс

Гәзитебеҙҙең 95 йыллыҡ юбилейына ҡарата ойошторолған “Мәктәп менән “Урал”ға!” акцияһына Үткәл мәктәбе уҡытыусылары берҙәм ҡушылды. Йәш һәм дәртле коллективта барлығы 14 уҡытыусы эшләй. Фатима Әйүп ҡыҙы Хәлилова, Дилә Әхтәм ҡыҙы Йомағужина, Рузидә Ғилфан ҡыҙы Ғәйфуллина, Ринат Әшрәф улы Йылҡыбаев, Нурсилә Фәтих ҡыҙы Йомағужина, Әлиә Кинйәбай ҡыҙы Ғәлиәкбәрова - юғары, Нәркәс Ирек ҡыҙы Йомағужина, Рәмзилә Рауил ҡыҙы Хәлилова, Рәмзиә Рухулла ҡыҙы Сафеева, Лилиә Муса ҡыҙы Әфләтүнова, Гѳлфирә Фәтих ҡыҙы Ғәлиастанова I категорияға эйә. Ѳс уҡытыусы быйылғы уҡыу йылында аттестация үтергә әҙерләнә....
«Берҙәм Рәсәй»ҙең XVII съезында Башҡортостан делегацияһын Рөстәм Хәмитов етәкләй 6-12-2017, 12:22 / ---

«Берҙәм Рәсәй»ҙең XVII съезында Башҡортостан делегацияһын Рөстәм Хәмитов етәкләй

«Берҙәм Рәсәй»ҙең XVII съезына Башҡортостандан 18 делегат бара. Делегацияны республика Башлығы, «Берҙәм Рәсәй»ҙең Юғары Советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов етәкләй. 5 декабрҙә үткән йомғаҡлау конференцияһында «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе секретары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев ошо хаҡта хәбәр итте. Сарала Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Владимир Нагорный һәм партияның үҙәк башҡарма комитеты департаменты советнигы Александр Долганов ҡатнашты....
Йѳйәккә йәм өҫтәйҙәр 5-12-2017, 12:25 / ---

Йѳйәккә йәм өҫтәйҙәр

Ғаилә - тормош нигеҙе, дәүләт киләсәге. Уның эсендә татыулыҡ, бер-береңә ҡарата ихтирам булғанда, ғаилә усағының йылыһы ла кѳслѳрәк була. Ошо йылыны тойоп үҫкән балалар тәүфиҡлы, аҡыллы була. Йѳйәк ауылында ғүмер иткән БАҺАУИТДИНОВТАРҙың күркәм ғаиләһенә һоҡланыусылар аҙ түгелдер....
Халыҡ проблемаларын хәл итте 5-12-2017, 11:51 / ---

Халыҡ проблемаларын хәл итте

Муниципаль район хакимиәтендә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина төрлө шәхси һорауҙар буйынса халыҡты ҡабул итте. Район-ҡаланан ике йөҙҙән ашыу мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт булды, 15 кеше үҙе ҡабул итеүгә килде. Бирелгән һорауҙар башлыса йорт төҙөү өсөн ер участкаһы бүлеүгә, төрлө торлаҡ бәхәстәренә, ауылда мәҙәни үҙәк төҙөүгә, авария хәлендәге электр селтәрҙәрен ремонтлауға, эшһеҙлек проблемаһына, торлаҡ-коммуналь хеҙмәтенә түләүҙәргә ҡағылды. Халыҡты ҡабул итеүҙә муниципаль район хакимиәтенең төрлө бүлек вәкилдәре һәм юрист ҡатнашты. Был иһә ҡайһы бер...
Бюджет проекты ҡаралды 5-12-2017, 11:49 / ---

Бюджет проекты ҡаралды

Муниципаль район хакимиәтендә ҡала Советы депутаттарының сессияһы уҙҙы. Көн тәртибендә 2018-2020 йылға ҡала бюджеты проекты мәсьәләһе ҡаралды. Бюджет күрһәткестәре менән ҡала хакимиәтенең эштәр идарасыһы Ришат Ситдиҡов таныштырҙы. 2018 йылға бюджет сығымдары 78,1 млн. һумға планлаштырылған. Бында дөйөм дәүләт, торлаҡ-коммуналь хужалығы, физкультура һәм спорт, социаль мәсьәләләргә ҡағылған сығымдар ҙа индерелгән. Иң күп сығым талап иткән өлкә - юл фонды. Депутаттар проектты бер тауыштан хупланы һәм артабан тауыш биреү юлы менән күмәк тыңлауҙар көнөн билдәләне. Ул 14 декабрҙә үтәсәк....
Матур ғаиләләр тәбрикләнде 5-12-2017, 11:48 / ---

Матур ғаиләләр тәбрикләнде

Ҡаланың ЗАГС бүлегендә оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаилә парҙарын тәбрикләнеләр. Был көндө улар адресына бик күп ҡотлауҙар, матур теләктәр яңғыраны. Бәхетле ғаиләләргә Баш- ҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау һүҙҙәре еткерелде. Юбилярҙарҙы матур даталары менән ҡотларға балалары, туғандары һәм дуҫтары ла килде. Тантаналы көндә 50, 60 йыл иңгә-иң терәп ғүмер иткән 10 ғаилә пары тәбрикләнде. Бөгөн оҙон тормош юлы үткән был парҙар тағы ла бер тапҡыр тулҡынландырғыс һәм тантаналы мәл кисерҙе. Бик күп ҡыуаныстары, һѳйѳнѳс-кѳйѳнѳстәре булған оҙон йылдар үтһә лә, улар тәүге...
Иң мѳһиме - йәшәүгә ынтылыш 5-12-2017, 11:47 / ---

Иң мѳһиме - йәшәүгә ынтылыш

Сәләмәтлектәре буйынса мѳмкинлектәре сикләнгән кешеләргә тормошта башҡаларға ҡарағанда күпкә ҡыйыныраҡ. Улар, кѳн дә ниндәйҙер ҡаршылыҡ, ауырлыҡ менән осрашыуға ҡарамаҫтан, ихтыяр кѳсѳнә таянып, сабырлығын туплап, артабан да йәшәргә ынтыла. Ҡала Мәҙәниәт һарайында Халыҡ-ара инвалидтар кѳнѳнә арналған концерт уларға байрам бүләге генә түгел, ә иғтибар һәм ихтирам сағылышы ла булды. Ҡотлау һүҙе менән сығыш яһаған муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.В. Пинящук ра- йонда эшләп килгән инвалидтар ойошмаһының эшен юғары баһаланы, мѳмкинлектәре сикләнгән кеше- ләрҙең спорт, мәҙәниәт һәм...
Гимназистар еңде 5-12-2017, 11:44 / ---

Гимназистар еңде

Ҡалала баскетбол буйынса КЭС баскет мәктәп лигаһының муниципаль этабы үтте. Унда 14-се гимназия командаһы еңеүсе булды. Чемпионатта бөтәһе 6 команда ҡатнашты. 14-се һәм 17-се гимназияларҙың уйыны иң көсөргәнешлеһе һәм сағыуы булды. КЭС баскет мәктәп лигаһы ярышының һѳҙѳмтәләре буйынса, 14-се гимназия командаһы I урын яулап, еңеүсе булды. Улар ышаныслы һәм матур уйнаны. II урынды иһә 17-се гимназия, III урынды 21-се мәктәп командаһы алды. Еңеүсе булған 14-се гимназия уҡыусылары Сибай ҡалаһында төбәк ярышында ҡатнашасаҡ....
Послание Рустэма Хамитова для депутатов как дорожная карта 1-12-2017, 12:28 / ---

Послание Рустэма Хамитова для депутатов как дорожная карта

Депутат Госдумы, член комитета по физической культуре, спорту, туризму и делам молодежи Рима Баталова после оглашения послания Рустэма Хамитова Госсобранию Башкортостана разделила его на два блока. «Первый - это отчет за текущий год и оценка реализации региональных программ и проектов. Второй - задачи на будущий год. Эти оба блока важны как для депутатов, так и для жителей республики, - объяснила Рима Баталова. - Это некая дорожная карта, по которой нам предстоит работать в будущем»....