Донъяға - күңел күҙе менән 19-01-2018, 12:46 / ---

Донъяға - күңел күҙе менән

Предприятиеның тарихына күҙ һалһаң, инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу тураһында ҡарар Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ҡабул ителә. Күптәр фронттан зәғифләнеп ҡайта. Оҙаҡ дауаланғандан һуң, Белоретҡа фронтовик, авиация майоры Василий Васючков килә. Күреү буйынса инвалид Василий Степановичтың партия һәм йәмәғәт эшендә тәжрибәһе лә байтаҡ. Ветеран күҙҙәре насар күргән белореттарҙың яҙмышына битараф ҡалмай. Тиҙҙән талантлы, ғәйрәте ташып торған йәш офицер ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡалала йәшәгән инвалидтарҙы үҙе тирәләй туплауға ирешә. Оҙаҡламай, бюро һәм ревизия комиссияһы составтары ағзалары һайлана,...
Ил халҡы етди ваҡиғаға әҙерләнә 19-01-2018, 12:45 / ---

Ил халҡы етди ваҡиғаға әҙерләнә

Илебеҙ халҡы мөһим сәйәси ваҡиғаға әҙерләнә. Ошо йылдың 18 мартында Рәсәй Президентын һайлайбыҙ. Был сараға теүәл ике ай ғына ваҡыт ҡалды. Кандидаттар тəҡдим итеү кампанияһы уҙған йыл 18 декабрҙə старт алғайны. Һайлау кампанияһына бюджеттан 17, 69 млрд. һум аҡса бүлеү ҡаралған. Ил башлығы алты йылға һайлана. Әгәр ҙә һайлауҙың икенсе туры талап ителә икән, ул өс аҙнанан һуң, йәғни 8 апрелдә үткәрелә. Әлеге ваҡытта бөтә илдә ошо етди сараға әҙерлек, ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыла. Бөгөн 64 кеше яуаплы вазифа биләп, ил менəн етəкселек итергә телəк белдергəн. Законға ярашлы, үҙен ил...
Бар Сермәндә шундай ғаилә! 19-01-2018, 12:44 / ---

Бар Сермәндә шундай ғаилә!

Буранлы, ап-аҡ ҡарлы оҙон ҡыштың 20 ғинуарында Баймаҡ районының Бәхтигәрәй ауылында йәшәгән Мәфтуға һәм Ғиниәт Хоҙайбирҙиндарҙың ишле ғаиләһендә етенсе бала булып Зәлифә исемле ҡыҙ донъяға килә. Сабый тыуғас та, әсәһе ҡаты ауырып китеп, дауаханаға эләгә һәм унда өс ай ятырға тура килә. Бала табыу йортонан Зәлифәне атаһына алып сығырға тура килә. Яңы тыуған сабыйҙы өс ай буйына күршеһе, әсәһенең әхирәте Лилиә менән атаһы ҡарай. Лилиә апайының да ғаиләһендә бәләкәй Таһир улы үҫә. Шулай итеп, дауахананан әсәләре нығынып сыҡҡансы, атай ҡуйынында йоҡлап, егеттәрҙәй сынығып үҫкән ул. Бәлки, шуғалыр...
Ҡояшлы бала - ғаилә ҡояшы 19-01-2018, 12:42 / ---

Ҡояшлы бала - ғаилә ҡояшы

Ҡалала йәшәгән Эльвира һәм Юнир Ғәлиәхмәтовтар ғаиләһенең тыныс, бер көйө генә барған тормоштарын бер тынала үҙгәртеп, аҫтын-өҫкә әйләндергән кинйә малайҙары, “ҡояшы” - Азат тураһында буласаҡ һүҙебеҙ. Ғәлиәхмәтовтар өйҙә бикләнеп ултырыуҙы яратмай. Мөмкин тиклем төрлө конкурстарҙа, сараларҙа ҡатнашып, ярайһы уҡ призлы урындар яулап өлгөргән ғаилә. 2014 йылда республиканың “Әсә йөрәге” йәмғиәте ойошторған ғаилә конкурсында еңеү яулағандар. Гөлшат Ибраһимова етәкләгән йәмғиәт саҡырыуы буйынса “Атай барыһын да булдыра” кулинарҙар оҫталығы буйынса III республика конкурсында ҡатнашалар. Азат,...
Белемдәрен һынанылар 19-01-2018, 12:39 / ---

Белемдәрен һынанылар

[b]Өфө ҡалаһында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса тѳбәк-ара олимпиада уҙҙы. Унда республиканың район-ҡалаларынан һәм Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән 300-гә яҡын IX-XI класс уҡыусыһы ҡатнашты. Башҡорт телен дәүләт теле, туған тел булараҡ өйрәнеүселәр һәм милли мәктәп уҡыусылары төркөмдәргә бүленеп ярышты. Бәйге ѳс турҙа уҙҙы. Беренсеһе инша яҙыу булһа, икенсеһе текст менән эшләү, уға лингвистик анализ яһауҙан, өсөнсө турҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса тест һорауҙарына яуап биреүҙән торҙо. [/b...
Реанимобилдәр килде 19-01-2018, 12:38 / ---

Реанимобилдәр килде

Кеше ғүмере ҡыл ѳҫтѳндә ҡалғанда, һаулығына ҡурҡыныс янағанда бар ѳмѳт тиҙ медицина ярҙамы белгестәренә ҡала. Ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү машинаһында үҙ эшен яҡшы белгән табиптарҙан тыш, уның ни тиклем кәрәкле ҡоролма һәм аппараттар менән йыһазландырылған булыуы ла ярҙамға мохтаж кеше яҙмышында мѳһим роль уйнай. Йыл башында Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының техник базаһы махсуслаштырылған ѳс тиҙ ярҙам күрһәтеү машинаһы менән тулыланыуы ҡыуаныслы ваҡиғаларҙың береһе булды. УАЗ маркалы реанимобилдәр, ғәҙәтиләренән айырмалы рәүештә, йылытыу ҡоролмаһына тоташтырылған махсус юрған,...
Морат тауынан ҡунаҡтар өҙөлмәй 19-01-2018, 12:37 / ---

Морат тауынан ҡунаҡтар өҙөлмәй

Тау саңғыһы туризмы һәм спорт мәктәбе ҙур үҫеш кисерә. Шул арҡала беҙҙең ҡалаға ял итергә килгән туристар һаны ла йылдан-йыл күбәйә бара. Уларҙың иҫәбе ҡыш көндәрендә лә кәмемәй. Ҡунаҡтар бигерәк тә «Морат» тау саңғыһы үҙәгендә шыуырға ярата. Яңы йыл каникулында саңғы шыуыу үҙәге һәр йылдағыса гөрләп торҙо. Быйыл бында ял итергә 12 меңдән ашыу турист килде. Килгән ҡунаҡтар географияһы ла йылдан-йыл киңәйә бара. Бөгөн Морат тауы ҡаланың данлыҡлы символы булып тора. Саңғы трассаларының сифатлы, спорт менән шѳғѳлләнеү ѳсѳн шарттарҙың уңайлы булыуы күп туристарҙы йәлеп итә. Бының шулай булыуын...
Таможня хеҙмәтенең уңыштары 19-01-2018, 12:35 / ---

Таможня хеҙмәтенең уңыштары

2017 йылдың эш һөҙөмтәләренә ярашлы, Волга буйы федераль округы буйынса Башҡортостандың ике таможня посы иң яҡшылар иҫәбенә инде. Өфө аэропорты “Иң яҡшы һауа үткәреү пункты” номинацияһында I урынға лайыҡ булды. Белорет таможня посы “Штаты ун хеҙмәткәрҙән кәм булған эске таможня посы” номинацияһында III урын алды. Тауарға декларация тултырыу, тикшереү, шул иҫәптән, кәрәк булғанда, уны экспертизаға ебәреү менән бәйле фактик та- можня операциялары үткәреү Белорет таможня посы эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булып һанала. Пост хеҙмәткәрҙәренә төбәктән ситкә сығарылған ағас материалдарына таможня...
Ҡыуаныслы мәшәҡәт 19-01-2018, 12:34 / ---

Ҡыуаныслы мәшәҡәт

Яңы йыл байрамдары ваҡытында күп кенә ғаиләләр ҙур шатлыҡ кисерҙе: уларҙың ул һәм ҡыҙҙары тыуҙы. Шуға ла Белорет бала табыу йортонда эшләүселәр өсөн ҡышҡы байрамдар тығыҙ режимда үтте. Быйыл 1 ғинуарҙан 9-ына тиклем бында 40 бала - 18 малай һәм 22 ҡыҙ донъяға килде. Әлеге ваҡытта күп кенә сабыйҙар дауахананан сыҡҡан да инде, ҡайһы берҙәре яңы саҡ өйгә ҡайтырға әҙерләнә. Белорет перинаталь үҙәгендә үҙ эшенең оҫтаһы булған компетентлы, тәжрибәле врачтар эшләй. Буласаҡ әсәйҙәр өсөн бында бөтә шарттар ҙа булдырылған. Ваҡытынан алда тыуған балалар ҙа махсус инкубаторҙа тәрбиәләнеп, тейешле...
Ѳй туйланылар 12-01-2018, 15:06 / ---

Ѳй туйланылар

2012-17 йылдар дауамында район-ҡалала етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға 128 торлаҡ тапшырылған. Бөгөнгө көндә торлаҡ алыуға сиратта 105 етем һәм ата- әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала тора. Яңы йыл алдынан да уларҙың ҡайһы берҙәре күптән көтөлгән бүләктәрен алып ҡыуанды. Ҡаланың Твердышев урамында төҙөлгән йорттоң тәүге асҡыстарын тапшырыу тантанаһы үтте. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 5 балаға фатир асҡыстарын муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов тапшырҙы. Владислав Геннадьевич фатир хужаларын ҡотлап, етем балаларға торлаҡ мәсьәләһен ыңғай хәл итеү...