Ҡулынан ҡот китмәһен! 9-01-2018, 17:29 / ---

Ҡулынан ҡот китмәһен!

Электән хужабикәләр иң ҡәҙерле балаҫ-юрғандарын, мендәрҙәрен һандыҡ өҫтөнә йыйып һалыр булған. Әсәйҙәр ҡыҙ балалары донъяға килеү менән уларға инселәп һандыҡ эшләткән, бирнәлек әйберҙәрен йыйып, шунда һалған. Бәләкәй саҡта, беҙ ҙә өләсәйҙең һандығын асҡанын тилмереп көтә торғайныҡ. Түрҙән - урындыҡтан урын алған һандыҡтың ҡапҡасы асылыу менән ейәнсәрҙәр һандыҡ янына йүгереп килә инек. Һандыҡтағы әйберҙәрҙең күплеге! Ҡаты шәкәре, уны яра торған ҡыҫҡысы, йөҙөм-еләге, ҡаҡ, башҡа тәмлекәстәре, икенсе бүлегендә фото-документтары, миҙалдар, дини китаптар, хат-открыткалар, һабын, яңы яулыҡ-кейемдәре...
Йәштәрҙең тормошо - йәштәрсә 9-01-2018, 17:28 / ---

Йәштәрҙең тормошо - йәштәрсә

Атаһының оҫта ҡулдары менән эшләнгән сәңгелдәктә тыныс ҡына ҡыҙ бала йоҡлай. Ағаһы, бәләкәй һеңлеһенең йоҡоһон бүлмәй генә, бишек янында уйынсыҡтары менән уйнай. Яратҡан машиналары менән уйнап туйғас, китаптарын тотоп, аш бүлмәһендә йөрөгән әсәһе янына ашыға. Өй мәшәҡәтенән бушамаған йәш әсә ошо ике йыуанысына - бәләкәстәренә ваҡытын да, һөйөүен дә йәлләмәй. Оҙаҡламай тормош иптәше, балаларының атайҙары ла эштән ҡайтасаҡ. Ошондай ҡыуаныслы ғаилә мәшәҡәттәре менән үтә Вилиә Мөхәмәтшинаның кѳнѳ. Оҙаҡламай ѳс йәшен тултырасаҡ Морат һәм туғыҙ айлыҡ кескәй Мәҙинә менән өйҙә декрет ялында ултыра...
Һәр кейемгә - күңел йылыһы 9-01-2018, 17:27 / ---

Һәр кейемгә - күңел йылыһы

Һәр халыҡтың милли кейеме бар. Кейемдәребеҙҙә рух байлығы, милли үҙенсәлектәр сағыла. Йылдар үтеү менән кейенеү рәүеше лә үҙгәрҙе. Ә шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр тамырҙарын иҫтә тотоп, талаптарға тура килтереп, мәҙәниәтебеҙҙең үҫешен дауам итә һәм традицион элементтарҙы ҡулланып матур кейемдәр тегә. Йөйәктән Нәғимә Ғарипова ла шундай оҫталарҙан һанала. Ғөмүмән, Инйәр төбәге Нәғимә Хөснулла ҡыҙы кеүек оҫталарға бай. Ауыл кешеһенең тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек көндәлек эше булһа ла, оҫтабикә яратҡан шѳғѳлѳнә ваҡыт таба. Архангел районы Аҙау ауылы ҡыҙы кейемдәрҙе йәштән үк тегеп кейә. Тора- бара уның...
Тормошо биҙәкле һәм матур 9-01-2018, 17:26 / ---

Тормошо биҙәкле һәм матур

Уйлап ҡараһаң, юғары технологиялар үҫеш алған заманда ҡул эштәре менән шөғөлләнеү бөтөнләй кәрәкмәгән, өҫ кейемдәрен үҙ ҡулың менән бәйләү-сигеүҙең, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләп мәшәҡәтләнеүҙең мәғәнәһе юҡ кеүек. Ә шулай ҙа ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһыныу көндән-көн арта бара. Маһинур Мирсаяф ҡыҙы Шаһисолтанова ла ҡул эштәре менән күптән мауыға. Бына әле лә балаларына, ейәндәренә инселәп йылы ойоҡтарын бәйләп бөткәндән һуң, сағыу йөндән сираттағы өҫ кейемен бәйләргә тотондо... Маһинур апай менән уның йылы, яҡты өйөндә һөйләшәбеҙ. Ҡайҙа күҙ һалһаң да, уның ижад емештәренә төртөләһең. Иҫ киткес матур...
Ауыл тормошонда ҡайнап 9-01-2018, 17:25 / ---

Ауыл тормошонда ҡайнап

Ата-әсәләр, мәктәп, бала араһында бәйләнеш йылдан- йыл һүрелеп барған кеүек тойолһа ла, ҡайһы бер ата- әсәләр мәктәп тормошонда ҡайнап, төрлө яҡлап ярҙам итеп йәшәй. Сәбәп балаларының ошо мәктәптә белем алыуында түгел, ә күңел ҡушыуындалыр. Алина һәм Фирүз Хөснөтдиновтар ауылда үткән һәр сарала, мәктәп тормошонда ҡатнашып йәшәргә тырыша. Ғаилә, төп эштәренән тыш, мәктәптә үткәрелгән өмәләрҙә, ремонт эштәрендә ҡатнашалар. Фирүз Абдулла улы Инйәр тимер юлы һағында эшләй, ә Алина Гайдар ҡыҙы тормош иптәшенең эштән, балаларының мәктәптән ҡайтҡанын тәмле аш-һыуы менән ҡаршы алып, өйҙә ултыра. Мал,...
9-01-2018, 17:24 / ---

"Наил ағай булам... "

Ике малайҙың бер-береһен уҙҙырып һөйләшкәне ҡышҡы паркты яңғырата. Икеһенең уртаһында килгән әсәләре әле береһенә, әле икенсеһенә ҡарап тыя. - Шымыраҡ, ныҡ ҡысҡырышмағыҙ. - Әсәй, мин Наил ағай булам! - Мин дә, мин дә, - ти икенсеһе. - Спецназ булабыҙ тигәйнегеҙ ҙәһә. - Унда ҡыҙыҡ. Кнопкаға баҫып ебәрә, ятып китәһең. Алдыңда “рулить” итә торған нәмәләре күп. - Өҫтәленең тартмаһы тулы әлләмәкәйҙәр, ивет? Тызз да бызз! Балаларҙың, моғайын, теш врачынан ҡайтып килеүҙәрелер. Үҙебеҙҙең дә юл шунда....
Һуңғы эштәр аҙағына еткерелде 9-01-2018, 17:22 / ---

Һуңғы эштәр аҙағына еткерелде

Белореттар ҡалала барған бик күп төҙөкләндереү эштәренә шаһит булды. 41 күп фатирлы йорт ингән 22 йорт алдында ла йәй буйы капиталь ремонт эштәре барҙы. Быларҙың барыһы ла «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Ҡала мөхите» проектына ярашлы башҡарылды. Ошо көндәрҙә файҙаланыуға тапшырылған 3 балалар майҙансығы был проект буйынса тормошҡа ашырылған һуңғы эштәр булды. Майҙансыҡ ҡуйылған 12-се биҫтәлә күп фатирлы бер нисә йорт бар. Яҡында ғына бер түгел, ике балалар баҡсаһы эшләй. Шуға күрә, бында кескәйҙәр һаны ла бик күп. Шул сәбәпле, майҙансыҡты ҡайҙа урынлаштырыу мәсьәләһе лә булманы. Хәҙер бында...