Ѳй туйланылар 12-01-2018, 15:06 / ---

Ѳй туйланылар

2012-17 йылдар дауамында район-ҡалала етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға 128 торлаҡ тапшырылған. Бөгөнгө көндә торлаҡ алыуға сиратта 105 етем һәм ата- әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала тора. Яңы йыл алдынан да уларҙың ҡайһы берҙәре күптән көтөлгән бүләктәрен алып ҡыуанды. Ҡаланың Твердышев урамында төҙөлгән йорттоң тәүге асҡыстарын тапшырыу тантанаһы үтте. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 5 балаға фатир асҡыстарын муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов тапшырҙы. Владислав Геннадьевич фатир хужаларын ҡотлап, етем балаларға торлаҡ мәсьәләһен ыңғай хәл итеү...
Балалыҡ һағында - бер быуат 12-01-2018, 15:05 / ---

Балалыҡ һағында - бер быуат

1918 йылдың 14 ғинуарында Рәсәйҙә енәйәт ҡылған һәм ҡараусыһыҙ ҡалған үҫмерҙәр мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында, “Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссиялар декреты”на ярашлы, бәлиғ булмағандар һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһы ойошторола. Ошо көндән алып улар бәлиғ булмағандарҙы тәртип боҙоуҙан, енәйәт эшләүҙән ҡурсалау, иҫкәртеү эштәре башҡара. Бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия барлыҡҡа килеүенә ошо көндәрҙә 100 йыл тула. Бер быуатлыҡ тарихында ул байтаҡ үҙгәреш кисерһә лә, бәлиғ булмағандар араһында енәйәтселекте иҫкәртеү, улар ҡылған хоҡуҡ боҙоу...
12-01-2018, 15:04 / ---

"Халыҡтың беҙгә ышанысы арта"

Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре көнө Рәсәйҙә 1996 йылдан башлап үткәрелә. Ә 1722 йылдың 12 ғинуарында Рәсәй императоры Петр Беренсенең исемле Указы менән сенатта беренсе тапҡыр генерал-прокурор посы раҫлана һәм Рәсәй прокуратураһы институты барлыҡҡа килә. Үтеп киткән йылда ведомствоның ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында беҙгә Белорет район-ара прокуроры Виктор ЦИВИЛЕВ һөйләне....
“Уйнарға ла әле уйнарға” 12-01-2018, 15:02 / ---

“Уйнарға ла әле уйнарға”

Илебеҙ Яңы йыл куранттары һуғыуын көткәндә, Сермәндә коллегабыҙ, остазыбыҙ, киң күңелле кеше, күп тармаҡлы ауыл клубының аккомпаниатор-баянсыһы Венера Мәхмүт ҡыҙы БИКБАЕВА матур юбилейын билдәләне. Тыуған көнө алдынан беҙ, Венера Мәхмүт ҡыҙының коллегалары, юбиляр менән әңгәмәләштек. ► Венера Мәхмүт ҡыҙы, тыуған көнөгөҙ менән ҡотлап, Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйбеҙ. - Рәхмәт! ► Ҡасан тәүге тапҡыр ҡулығыҙға баян алыуығыҙ тураһында һөйләгеҙ әле. Ул ваҡытта һеҙгә нисә йәш ине? - Хәтерләмәйем дә инде (көлә). Бала саҡтан уҡ уйнайым. Тәүҙә ике рәтле баяным булды. Ә хәҙер күп кенә...
Ғәмәлдәре изге 12-01-2018, 15:00 / ---

Ғәмәлдәре изге

Белорет металлургия колледжы студенттары, һәр йылда ла уҙғарылған мәрхәмәтлек акцияһына ярашлы, ҡаланың сабыйҙар йортона барҙы. Улар кескәйҙәрҙе Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы. Студенттар кескәйҙәргә бүләктәр генә тапшырып ҡалманы, ә күңелле тамаша ла күрһәтте. Улар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ролендә кескәйҙәргә шатлыҡ өләште. Йәштәр сценарийҙы ла үҙҙәре уйлаған, бүләктәрҙе лә үҙ аҡсаһына һатып алған. Металлургия колледжы студенттары был акцияны тәүгә генә ойоштормай. Улар тарафынан һәр Яңы йыл байрамы алдынан ошондай мәрхәмәтлек акцияһын уҙғарыу матур традицияға әйләнгән. Ҡайһы...
Алтын пар 12-01-2018, 14:59 / ---

Алтын пар

Оҙаҡ йылдар татыу тормошта, аңлашып ғүмер иткән ир менән ҡатын бер-береһен ярты һүҙҙән һәм күҙ ҡарашынан да аңлай башлай, тиҙәр. Боғанаҡ ауылында йәшәгән КАМАЛОВТАР ярты быуат эсендә ике аралағы йылы хистәрен, ихтирамдарын, йылылыҡ хисен юғалтмаған. Донъя йѳгѳн бергә тартып, ғаилә тигән арбаны бер йүнәлешкә һѳрәп кѳн итеүҙәренә 51 йыл да булып киткән. Мѳләйем йѳҙлѳ Асия инәй менән Барый апа мине ихлас ҡаршы алдылар. Ололарса йыйнаҡ итеп йыйыштырылған, ниндәйҙер эске йылылыҡ бѳркѳлѳп торған ѳй түренә үткәс, Барый Ҡунаҡбай улы, хеҙмәт кенәгәһенә уйсан ҡарашын тѳбәп, ғүмер йомғағын һүтә башланы:...
Маяҡ биреүселәр 12-01-2018, 14:58 / ---

Маяҡ биреүселәр

Уҡытыусы - маҡтаулы һѳнәр генә түгел, йәш быуынға белемде һәм мәҙәни байлыҡты тапшырыусы, шәхес тәрбиәләүҙә остазлыҡ дәресе биреүсе лә. Ғәбдѳк ауылында йәшәгән Ибраһимовтар был эште йәшәү рәүеше итеп алған, һайлаған һѳнәрҙәрен күңел биреп башҡарған кешеләр. Бер ғаиләлә йәшәгән ике уҡытыусының маҡсаттары ла, проблемалары ла, фекерҙәре лә уртаҡ. Бер-береһенә эштә генә түгел, ѳйҙә лә тѳп ярҙамсы, кәңәшсе улар. Ғаилә башлығы Ғәлимйән Сабирйән улы ошо ауылда тыуып үҫкән. Йѳйәк урта мәктәбен тамамлағандан һуң, бер нисә йыл тимер юлы һалыу, тоннел төҙөү эштәрендә ҡатнаша. Ватан алдындағы бурысын...
Бәхет тауына бергәләп 12-01-2018, 14:57 / ---

Бәхет тауына бергәләп

Буяу еҫе һеңеп тә өлгөрмәгән иркен, йылы йортта бәләкәй малайҙар уйнап йөрөй. Араларында яңы йортҡа тәүге булып аяҡ баҫҡан бесәй балаһы буталана. Хәҙер инде күршеләр булып татыу йәшәгән килен менән ҡәйнә донъя хәлдәрен, һуңғы яңылыҡтарҙы һөйләшә-һөйләшә сәй эсә. Ғәбдөк ауылы йәштәре Кристина һәм Вәли Хөсәйеновтарҙың яңы йорттарына күсеүенә бер ай ғына әле. Бөрйән районы Байназар ауылы һылыуы Кристина Ғәбдөк ауылына туғандарына ҡунаҡҡа килеүендә ошо ауыл егете Вәли менән таныша. Йәштәр, дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 2010 йылда сәстәрен сәскә бәйләй. Матур туйҙар үткәреп, ата-әсә фатихаһын алып,...
Атай - донъя тотҡаһы 12-01-2018, 14:55 / ---

Атай - донъя тотҡаһы

Ғаиләлә әсәй роле ни тиклем мөһим булмаһын, атай уның ҡаҙығы, тотҡаһы булып ҡала. Бигерәк тә мосолман халҡында уның баһаһы юғары, һүҙе - закон. Ә инде ғаиләһендә генә түгел, ауыл халҡы араһында ҙур абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған ир- аттарҙың булыуы яҡындары өсөн дә, халҡы өсөн дә оло табыш, мәртәбә. Ғәбдөктә тыуып үҫкән, ошонда төпләнеп матур донъя көткән, балалар үҫтергән, 36 йыл туған мәктәбендә балаларға белем һәм тәрбиә биргән, 30 йыл директор вазифаһын намыҫлы башҡарған Мозафар Абдулла улы Абдрахмановтың хеҙмәтенә лә, ғаиләһенә лә һоҡланмау мөмкин түгел. Кеше ғүмерен хеҙмәт һәм балалар...
«Ҡар һындар» байрамында 12-01-2018, 14:43 / Ауыл тормошо

«Ҡар һындар» байрамында

Яңы йыл байрамына арнап, ҡарҙан төрлө һындар эшләү конкурсы булыуын ишеткәс, Мөхәмәт ауылы халҡы ярышҡа беренселәрҙән булып дәррәү ҡушылды. Уларҙың хәленә ингән кеүек, көн йылытып ебәрҙе, ҡар еүешләнеп, һындар әүәләүе еңелләште. Биш округҡа бүленеп, мөхәмәттәр дәртләнешеп төрлө һындар эшләй башланы. Конкурста олоһо ла, кесеһе лә әүҙем ҡатнашты. Бер төн эсендә ауылдың биш урынында төрлө-төрлө ҡар һындары пәйҙә булды. Быйыл Эт йылы булғанға күрә, уның һыны ярышыусыларҙың иғтибар үҙәгендә булды. Әлбиттә, Яңы йыл Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуһыҙ булмай, шуға ла матур итеп биҙәлгән шыршы янынан төп...