Волга буйы федераль округы төбәктәрендә транспорт именлеген тәьмин итеү мәсьәләһенә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты 23-01-2018, 16:38 / ---

Волга буйы федераль округы төбәктәрендә транспорт именлеген тәьмин итеү мәсьәләһенә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты

19 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округы төбәктәрендә транспорт именлеген тәьмин итеү мәсьәләһенә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны видеоконференция форматында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Рәсәй транспорт министры Максим Соколов үткәрҙе. Михаил Бабич әйтеүенсә, Волга буйы федераль округында бөтә төр транспорты күрһәтелгән, бынан тыш, төбәктә пассажирҙар йөрөтөү һәм йөк ташыу күрһәткестәре лә юғары. Округ биләмәһендә 18 аэропорт, 68 тимер юл вокзалы, 561 пассажир станцияһы һәм 150 пристань урынлашҡан....
Абҙаҡтар программаға ҡушылды 23-01-2018, 16:37 / ---

Абҙаҡтар программаға ҡушылды

Абҙаҡ халҡы мәҙәниәт йортона бик мөһим мәсьәлә - “Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” проектына ҡушылыу- ҡушылмауҙы хәл итергә йыйылды. Ауылдан 91 кеше килһә, прогнозлау һәм һалым бүлеге начальнигы Л.Ф. Анихоязова, "Абҙаҡ" йәмғиәте директоры Н.А. Новиков, "Потенциал Недра" йәмғиәте директоры урынбаҫары И.Г. Дауытов, Ҡунаҡханалар советы рәйесе В.И. Иванов махсус рәүештә саҡырылған ине. Йыйылышты алып барыу өсөн бер тауыштан Хәмзә Салауат улы Мөхәмәҙиев - рәйес, Гөлкәй Рауил ҡыҙы Азаматова сәркәтип итеп һайлап ҡуйылды, А.Н. Монасипов менән Х.Х. Ишмырҙин тауыш йыйыусылар итеп үткәрелде. Абҙаҡ...
Әүҙемдәр етерлек 23-01-2018, 16:36 / ---

Әүҙемдәр етерлек

Һуңғы йылдарҙа район һәм ҡалала үткән төрлө саралар ирекмәндәр ҡатнашлығында һәм ярҙамында үтә. Кем ул ирекмәндәр? Белоретта ирекмәндәр хәрәкәте ҡасан барлыҡҡа килгән? Был кешеләр нимә менән мәшғүл? Ирекмәндәрҙе икенсе төрлө штаттан тыш ярҙамсылар тип әйтеүселәр ҙә бар. Улар ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә, бер ниндәй хаҡ һорамайынса, ярҙам ҡулы һуҙырға һәм мәрхәмәтлек күрһәтергә ашыға. Кемдер был юлға күңел ҡушыуы буйынса, икенсе береһе кеше ҡайғыһына битараф ҡала алмағанлыҡтан, өсөнсөләре иһә һәр ваҡытта ла йәмғиәт тормошонда ҡайнап йәшәү, аралашыу табыу өсөн килә. Беҙҙең районда ла...
Хеҙмәттәре баһаланды 23-01-2018, 16:34 / ---

Хеҙмәттәре баһаланды

Муниципаль район хакимиәтендә бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға арналған ултырыш уҙҙы. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улы Теләүбаев телмәрендә бѳгѳнгѳ кѳндә был комиссияның юғары квалификациялы белгестәренән ауыр хәлдә ҡалған балаларға, ғаиләләргә ярҙам итеү, сабыр, тотанаҡлы булыу талап ителеүен әйтеп китте һәм Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһы рәйесе Салауат Тәлғәт улы Сәғитовтың ҡотлау телеграммаһын, Белорет...
Йәмәғәт палатаһына яңы вәкәләт 23-01-2018, 16:33 / ---

Йәмәғәт палатаһына яңы вәкәләт

Былтыр ноябрҙә Белорет районының беренсе саҡырылыш Йәмәғәт палатаһының вәкәләте тамамланды. Һуңғы ике йылда уның дүрт ағзаһы, район һәм ҡала Советына депутат булып һайланыу сәбәпле, ваҡытынан алда йәмәғәт вазифаһын ҡалдырғайны. Муниципаль район хакимиәтенең рәсми сайтында яңы ағзалар һайлауға документтар ҡабул ителеүе хаҡында иғлан бирелде. Ошоға ярашлы, район һәм ҡаланан 17 кеше, ағза булырға теләк белдереп, ғариза бирҙе. Ҡуйылған талаптар буйынса, Йәмәғәт палатаһы ағзалығына кандидаттар 18 йәштән оло булырға, районда иң кәмендә өс йыл йәшәргә һәм, иң мөһиме, ниндәйҙер йәмәғәт ойошмаһынан...