Рәсәй Президенты эш сәфәре менән Өфөлә булды 26-01-2018, 12:21 / ---

Рәсәй Президенты эш сәфәре менән Өфөлә булды

24 ғинуарҙа Өфөлә эш сәфәре менән Рәсәй Президенты Владимир Путин булып китте. Ул Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашты, төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше менән танышты. Рөстәм Хәмитов дәүләт башлығына Башҡортостанда Президенттың 2012 йылдың 7 майындағы указдарында яҙылған йөкләмәләрҙе үтәү барышы хаҡында һөйләне. Шулай уҡ, ул төбәктә хеҙмәт хаҡының уртаса 3,4 процентҡа артыуын да әйтеп китте. - 2017 йылды уртаса етештереү күрһәткестәре менән тамамланыҡ. Ҡуйылған бурыстарҙы башҡарып сыҡтыҡ. Финанс һөҙөмтәләре йәһәтенән барыһы ла уртаса. Килем артты, – тине төбәк етәксеһе Рөстәм...
Ир һѳнәре эш булыр 26-01-2018, 12:16 / ---

Ир һѳнәре эш булыр

Тырыш, дәртле, рухлы, булдыҡлы, һәр яҡлап та актив йәштәребеҙ байтаҡ. Белорет тѳҙѳлѳш колледжының III курс студенты Айрат ХИСМӘТУЛЛИН - тиңдәштәренә ѳлгѳ булырлыҡ шәп егеттәрҙең береһе. Айрат Эдуард улы колледжда дѳйѳм тѳҙѳлѳш эше һѳнәренә уҡый. Уҡыу йылдары эсендә ул үҙен тәрбиәле, донъясыл, эш һѳйѳүсе, аҡыллы итеп күрһәткән. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының IX класын тамамлағандан һуң, ул үҙ теләге менән колледжға уҡырға инә. Башта уҡыу еңел бирелмәй. Әммә ныҡышмал егет юғалып ҡалмай, һайлаған һѳнәренә яуаплы ҡарап, бар тырышлығын һалып, ғилем донъяһын айҡай башлай һәм...
Уҡшуҡтар бер ҡарарға килде 26-01-2018, 12:15 / ---

Уҡшуҡтар бер ҡарарға килде

“Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” программаһы район һәм ҡала территорияһында 2014 йылдан алып уңышлы тормошҡа ашырыла. 2018 йылда ҡаланың Уҡшуҡ биҫтәһе халҡы ла ошо программала ҡатнашырға теләк белдерҙе. Конкурста ҡатнашыу өсөн “Уҡшуҡ биҫтәһендә урам уты реконструкцияһы” проекты һайлап алынды. Ошо мәсьәлә буйынса уҡшуҡтар ғинуарҙа дөйөм йыйылыш уҙғарҙы. Әлеге ваҡытта төнгө осорҙа балалар уйын майҙансығы биҫтәләге иң яҡты урындарҙың береһе һанала. Шуға ла ауыл халҡы йыйылышты нәҡ ошо урында үткәрергә хәл итте. Һикһәнгә яҡын кеше, көндөң сатнама һыуыҡ булыуына ҡарамай, үҙҙәрен борсоған...
Эшселәр бында әҙерләнә 26-01-2018, 12:14 / ---

Эшселәр бында әҙерләнә

Һуңғы ярты быуат эсендә Белорет танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе: күп ҡатлы, матур йорттар ҡалҡып сыҡты, иҫкеләре яңы төҫ алды, юлдар һалынды. Уларҙың барыһы ла 75 йыллыҡ тарихы булған Белорет тѳҙѳлѳш колледжында уҡып, ғүмерҙәрен тѳҙѳүсе һѳнәренә бәйләгән кешеләр ҡулы менән эшләнгән. Бѳгѳнгѳ кѳндә колледжда 42 кеше эшләй, шуларҙың 17-һе педагог, 13 хеҙмәткәр квалификациялы ка- тегорияларға эйә. 5 хеҙмәткәр Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың “Һѳнәри-техник белем биреү алдынғыһы” исеменә, РФ һәм БР-ның Почет грамоталарына лайыҡ. Әлеге ваҡытта 350 студент дѳйѳм тѳҙѳлѳш, биҙәү-тѳҙѳлѳш эштәре, балта, паркет...
Бер йән булып тыуғандар 26-01-2018, 12:12 / ---

Бер йән булып тыуғандар

Әзекәй ауылында абруйлы, тырыш, уңған халыҡ йәшәй. Ауыл бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, бар яҡлап та килгән ғаиләләр бихисап. Ундайҙар иҫәбенә Сәйәховтарҙың татыу ғаиләһен дә индерергә була. Йомабикә Әнәс ҡыҙы һәм Сәлих Малик улы Сәйәховтар 1967 йылдың буранлы декабрь айында үҙ- ҙәренең ғаилә усағын тоҡандыра. Бына 50 йыл инде ошо усаҡты һүндермәй, матур ғүмер кисерәләр. Сәлих Малик улы Әзекәй ауылында 1937 йылда күп балалы ғаиләлә донъяға килә. V класты тыуған ауылында тамамлаған үҫмерҙе атаһы, рус телен өйрән, тормош юлыңда кәрәге тейер, тип VI класҡа Боғанаҡ мәктәбенә уҡырға бирә. Мәктәптән...
Язағоловтар династияһынан 26-01-2018, 12:11 / ---

Язағоловтар династияһынан

Белорет тѳҙѳлѳш колледжында Бѳрйән районының Һарғая ауылында йәшәгән Алһыу Ишбулды ҡыҙы менән Илгиз Зәйнәғәбдин улының тѳрлѳ йылдарҙа дүрт балаһы уҡый. Илсур менән Алгиз - дѳйѳм тѳҙѳлѳш эше, Нурания парикмахер һѳнәренә уҡып сыҡҡан. Бѳгѳнгѳ кѳндә Илназ да ағайҙары уҡыған бүлектә I курста яҡшы ғына уҡып йѳрѳй....