Белореттар матурлыҡты һайлай 6-02-2018, 12:33 / Социаль ѳлкә

Белореттар матурлыҡты һайлай

Былтыр Белорет ҡалаһы "Заманса ҡала мөхите булдырыу" федераль проектына старт алған ҡалалар иҫәбенә ингәйне. Ошо программа ярҙамында 41 күп фатирлы йорт ингән 22 йорт алды территорияһына капиталь ремонт яһалды. 5 йылға иҫәпләнгән был проект быйыл да дауам итә....
Өфөлә СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллинға һәйкәл ҡуйыла 6-02-2018, 12:32 / ---

Өфөлә СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллинға һәйкәл ҡуйыла

Өфөлә СССР-ҙың халыҡ рәссамы, Рәсәй художество академияһының мөхбир ағзаһы Әхмәт Лотфуллинға һәйкәл ҡуйыла. Кисә, 4 февралдә, күренекле башҡорт рәссамының тыуыуына 90 йыл тулды. Һәйкәлде Пушкин урамында, рәссам белем алған Өфө сәнғәт училищеһы эргәһендә ҡуйыу күҙаллана. Башҡортостандың Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин хәбәр итеүенсә, һәйкәлдең проекты бар. Авторы - билдәле скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Мостай Кәрим һәйкәленең авторы Андрей Ковальчук. Рәссамды ултырған килеш, эш процесында һынландырырға теләйҙәр. Һәйкәлде ҡойоуға Башҡортостан башлығының 9 миллион һум күләмендәге...
Ятып ҡалғансы - атып ҡал 6-02-2018, 12:31 / Социаль ѳлкә

Ятып ҡалғансы - атып ҡал

Республикала 2016 йылдан алып “Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” проекты эшләп килеүе билдәле. Уға Учалы, Бѳрйән, Баймаҡ, Әбйәлил райондары, Сибай ҡалаһы дәррәү ҡушылды. Белореттар ҙа был проекттан ситтә тороп ҡалманы. Асы, Боғанаҡ, Олойылға, Туҡан ауылдары ҡатнашып, еңеү яуланы. Асылар тракторға эйә булһа, Олойылға мәктәбенең тәҙрәләре яңыртылды, Боғанаҡта барлыҡҡа килгән спорт майҙансығы йәштәрҙе ылыҡтырҙы. Уҙған йылда 800 метр оҙонлоҡтағы һыу торбаларын алыштырған Туҡан ауыл хакимиәте быйыл да программаға ҡушылды....
Электр линияһы - көнүҙәк мәсьәлә 6-02-2018, 12:30 / Социаль ѳлкә

Электр линияһы - көнүҙәк мәсьәлә

Ишле ауыл Советы биләмәһенә ҡараған Олойылға ауылы мәҙәниәт йортонда “Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” программаһында ҡатнашыу өсөн ауылдың иң тәүҙә хәл ителә торған проблемаларын һайлау буйынса йомғаҡлау йыйылышы уҙҙы. Утыҙ биш кеше ҡатнашҡан йыйылышта күптән эшлектән сыҡҡан, беренсе нәүбәттә хәл ителә торған юғары вольтлы электр линияларын ремонтлауҙы һайланылар. Ауылда был мәсьәлә буйынса быға тиклем дә йыйылыш булғайны. Йомғаҡлау ултырышында шулай уҡ балалар баҡсаһы һәм Урман урамындағы сауҙа-мәҙәни үҙәге ҡыйыҡтарын ремонтлау, трактор һатып алыу, хоккей майҙансығын төҙөү кеүек...
Ғаиләгә матди ярҙам 6-02-2018, 12:28 / Социаль ѳлкә

Ғаиләгә матди ярҙам

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың ҡарары менән 2018 йылдың 1 ғинуарынан республикала йәшәгән күп балалы ғаиләләр өсөн быйыл тыуған өсөнсө һәм артабанғы балаға өс йәшкә тиклем ай һайын аҡсалата түләү ҡарала. Социаль ярҙамдың был төрө менән Белоретта иң беренселәрҙән булып күп балалы Нәргизә һәм Артем Тощевтар ғаиләһе файҙалана башлаясаҡ. Тощевтар дүрт бала тәрбиәләй. Уларҙың оло ҡыҙҙары Лилиә быйыл беренсе класҡа уҡырға бара. Уртансылары - биш йәшлек Данил һәм өс йәшлек Алина балалар баҡсаһына йөрөй. Ә ғаиләләге кинйә бала - Денисҡа әле ни бары бер генә ай. Нәргизә...