Ҡырмыҫҡалы районына эш сәфәре 9-02-2018, 11:34 / Сәйәсәт

Ҡырмыҫҡалы районына эш сәфәре

6 февралдә Ҡырмыҫҡалы районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов инфраструктура, етештереү һәм социаль объекттарҙа булды, биләмәне үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Константиновка ауылында Башҡортостан Башлығы 2015 йылда ойошторолған Ҡырмыҫҡалы төҙөлөш материалдары заводының етештереү майҙансығын ҡараны. Предприятие йыл һайын металдан яҡынса 1 мең тонна тауар етештерә. Улар араһында – профнастил, торбалар, сайдинг. Шулай уҡ завод керамзит блоктар эшләү һәм тауар бетоны етештереү менән шөғөлләнә. Рөстәм Хәмитов прокат эшләү технологияһы һәм тауар өлгөләре менән танышты,...
Йылмайыуҙан күҙҙәр сағылһын 9-02-2018, 11:29 / Һаулығың-байлығың

Йылмайыуҙан күҙҙәр сағылһын

Билдәле “Иван Васильевич һөнәрен алмаштыра” фильмында стоматолог Шпактың пациентының тешен нисек “дауалағанын” иҫләйһегеҙҙер. Ҡыҙыҡ бит. Әлбиттә, фильм төшөрөүселәр арттырып ебәргән. Ысынында иһә, стоматологҡа барыу бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс тыуҙырмай. Киреһенсә, врачҡа барыу матур һәм ныҡ тештәрҙең ысын байрамына әүерелеүе ихтимал. Ә тештәрһеҙ, белеүегеҙсә, бер нәмә лә эшләп булмай. Яҡшы тештәр - кеше йөҙөнөң һәм йәшәү образының “визит карточкаһы”. Тештәр кешенең матурлығына ғына түгел, һаулығына ла туранан-тура бәйле. Сәләмәтлегенә иғтибарлы булған һәр кем ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла теш...
Мин ни өсөн һайлауға барам? 9-02-2018, 11:28 / Сәйәсәт

Мин ни өсөн һайлауға барам?

Билдәле булыуынса, 18 мартта Рәсәй Президенты һайлана. Йылдың иң әһәмиәтле сәйәси ваҡиғаһына ваҡыт аҙ ҡалды. Был тема киң мәғлүмәт сараларында, Интернетта ғына түгел, тормошобоҙға ла үтеп инде һәм төрлө һөйләшеүҙең, фекер алышыуҙың төп мәсьәләһенә әүерелде. Ҡайһы бер райондаштарыбыҙҙың фекерҙәрен белеү ниәтендә уларға мөрәжәғәт иттек. Хәбир Бәхтийәр улы ШИҺАПОВ, Шығай: - Илдә барған сәйәсәткә бер ваҡытта ла битараф булманым. Һайлау хоҡуғына эйә булған йәштән алып, бер һайлауҙы ла ҡалдырғаным юҡ тиерлек. Был яуаплылыҡ, әлбиттә, бәләкәйҙән, ғаиләлә тәрбиәләнә. Йыш ҡына: “Элек һайлау байрам...
Киләсәк быуынды хәстәрләп 9-02-2018, 11:15 / ---

Киләсәк быуынды хәстәрләп

Инйәр район мәҙәниәт йортонда граждандарҙың урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһында ҡатнашыуға арналған йыйылыш үтте. Унда 380 кеше ҡатнашты. Йыйылышта муниципаль район хакимиәте башлығының финанс буйынса урынбаҫары Әминә Тимербай ҡыҙы Зиятдинова сығыш яһаны. Ул “Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” проектының республикала Бѳтә донъя банкы ҡатнашлығы менән тормошҡа ашырылыуы, халыҡтың урындағы проблемаларҙы хәл итергә үҙаллы тырышыуы сәбәпле, программаның юғары һѳҙѳмтә биреүе тураһында әйтте. Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Ғәбделхаҡ улы Мѳфтәхетдинов телмәрендә “Урындағы...
Бер ваҡыт ҡына… 9-02-2018, 11:14 / Ауыл тормошо

Бер ваҡыт ҡына…

- Өйҙә юҡ икән, аҙағыраҡ килермен. Һауғынамы? Ялға ҡайттыңмы? - Шулай һөйләнә-һөйләнә килеп торҙо беҙҙең баҡса тәңгәленә бер апай. - Һаубыҙ әле! Хәлимәне әйтәһеңме? Ял көндәрендә уны өйҙә тап итеүе ай- һай, - тим. - Иртәнсаҡ уҡ йүгертә һалып һөтөн таратып сыҡты ла курсташтар осрашыуына Әбйәлилгә китте. - Шулаймы? - Йомошоң бар инеме? - Йомош тип ни, зәйәвлинйәмде тултыртып алайым тигәйнем дә. Үҙем йә яңылыш яҙып ҡуйырмын. - Ҡана ҡарайым әле? Ә-ә, бындайҙы мин дә тултырып ебәргәнем булды. Әйҙә, өйгә инәйек. Ғариза тигәс, ҡылт итеп атайым иҫкә килеп төштө. Элек уға кәрәк- яраҡ яҙҙыртырға хатта...
Белорет атлеттары - иң шәбе 9-02-2018, 11:11 / Спорт һәм туризм

Белорет атлеттары - иң шәбе

Белорет гер секцияһы республикала иң яҡшылар иҫәбендә. Бының шулай булыуында, тәү сиратта, тренер Виктор Гладкихтың өлөшө ҙур. Ул Белорет спортсыларын Рәсәй кимәленә күтәреп, 3 спорт мастеры, 12 спорт мастерлығына кандидат тәрбиәләгән. Виктор Гладкихтың спорт өлкәһенә индергән өлөшө ҙур, күптәр уның ниндәй тренер булыуын яҡшы белә. Ул үҙ эшен дзюдонан башлай. Бөгөн иһә гер спорты буйынса атлеттар әҙерләй. Билдәле тренер яңыраҡ ҡына 60 йәшен билдәләне. Үҙенең яратҡан шөғөлө тураһында ул һәр ваҡытта ла мауыҡтырғыс итеп һөйләй. Һөнәре буйынса юғары уңыштарға ирешеүе уның үҙ эшенең оҫтаһы...
Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай... 9-02-2018, 11:10 / ---

Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай...

Һуңғы йылдарҙа халыҡтың күп өлөшө эш юҡлыҡтан, аҡсаһыҙлыҡтан йонсоно. Берәүҙәр эшһеҙлектән аптыранһа, икенселәр йәшәргә, донъяһын көтөргә, балаларын тәрбиәләргә, кейендерергә тырышып, Себер, Мәскәү, Петербург һәм башҡа тарафтарға йөрөп аҡса эшләргә ынтыла. Бик тә булмаһа, урындағы эшҡыуарҙарға ялланып арыу ғына аҡса табалар. Ләкин был алыҫ сәфәрҙәрҙән аҡсаһыҙ алданып ҡайтыусылар ҙа булғылай. Был беҙҙең халыҡтың артыҡ ышаныусанлығы, үҙ яҙмышын кеше һүҙенә генә ышанып тапшырыуы, килешеү тѳҙѳмәй эшкә ялланыуы һөҙөмтәһелер инде. Бер танышымдың улы йөҙ меңгә яҡын аҡсаһын ике аҙна тирәһе көтөп...