Рөстәм Хәмитов Семён Елистратовты  Рәсәйҙең тәүге миҙалы менән ҡотланы 14-02-2018, 12:11 / Спорт һәм туризм

Рөстәм Хәмитов Семён Елистратовты Рәсәйҙең тәүге миҙалы менән ҡотланы

10 февралдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов телефон аша шорт-трексы Семён Елистратовты бронза миҙал яулауы менән ҡотланы. Ул 2018 йылғы ҡышҡы Олимпиадала Рәсәй атлеттары өсөн беренсе награда булды. Рөстәм Хәмитов бөтә республика халҡы исеменән спортсыға уңышлы сығышы өсөн рәхмәтен белдерҙе һәм алдағы ярыштарҙа уңыштар һәм еңеүҙәр теләне. - Башҡортостан Һеҙҙең менән ғорурлана. Беҙ Һеҙҙе ҡотлайбыҙ, - тине төбәк Башлығы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Көньяҡ Кореяның Пхёнчхан ҡалаһында XXIII ҡышҡы Олимпия уйындарында  Семён Елистратов шорт-трек буйынса 1500 метр дистанцияла өсөнсө булып килде һәм...
Бард йыры балалар телевизион конкурсы башлана 14-02-2018, 12:09 / Мәҙәниәт

Бард йыры балалар телевизион конкурсы башлана

«Ҡош юлы» йәштәр хәрәкәте һәм «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы «Ҡош Юлы. Балалар» башҡорт бард йыры яңы телевизион конкурсы өҫтөндә эшләй. Ошо көндәрҙә проекттың тәүге сығарылыштары төшөрөлдө. Ете остаз: Артур Кәбиров, Минзәлә Яхина, Тимур Ямалов, Альбина Шәмсетдинова, Ришат Сөләймәнов, Ринат Абдулов һәм Тимур Йосопов социаль селтәрҙә һайлап алыу турын үткән балаларҙан үҙ командаһын төҙөнө. Проектты алып барыусы билдәле музыкант Илшат Абдуллин остаздарға түҙемлек теләп, балаларҙың күңел ҡылдарына ҡағылыу - ете ҡыллы гитарала уйнауға ҡарағанда күпкә ҡатмарлыраҡ һәм яуаплыраҡ тип, шаяртыу...
«Иң мөһиме - балаларҙы яратыу» 14-02-2018, 12:08 / Мәғариф

«Иң мөһиме - балаларҙы яратыу»

Ҡаланың 14-се гимназияһында ун бишенсе тапҡыр уҙғарылған «Йыл уҡытыусыһы - 2018» бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Конкурста район-ҡала мәктәптәренән хеҙмәттәрендә яңынан-яңы юлдар эҙләгән, асыштар, яңылыҡтар өҫтөндә эшләгән, иң-иң яҡшы 19 уҡытыусы үҙ көсөн һынап ҡараһа, финалға 8 педагог үтте. Тәүге турҙа «Эссе», «Интернет ресурстар» күнекмәләре район мәғариф идаралығының Интернет порталында тауыш биреү ярҙамында ойошторолдо. Ҡаланың 3-сө мәктәбе уҡытыусыһы Дмитрий Терешин, 16-сы мәктәптән Яна Камалова һәм Инйәрҙең 3-сө мәктәбе уҡытыусыһы Ғәлимә Сәйфуллина «Мин - уҡытыусы» эссеһы менән иң күп мәрәй...