«Муниципалитеттар үҫешенең яңы стратегияһын үҫтерергә ниәтләйбеҙ» 16-02-2018, 13:49 / Йәмғиәт

«Муниципалитеттар үҫешенең яңы стратегияһын үҫтерергә ниәтләйбеҙ»

«Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Моноҡалалар: киләсәкте проектлайбыҙ» сессияһында сығыш яһаны, унда төбәктең моноҡалалары нигеҙендә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен булдырыу тәжрибәһе хаҡында һөйләне.   - Мин, тәү сиратта, был ғәйәт ҙур эште алып сыҡҡан, илебеҙең бихисап биләмәләрен аяҡҡа баҫтырған һәм уларҙы бөтә йүнәлештәр буйынса алға этәргән командаға рәхмәтлемен, - тине Рөстәм Хәмитов. - Иң мөһиме, ошо моноҡалаларҙа йәшәгән миллионлаған кеше, аҙ ғына булһа ла, бәхетле булды. Уларға мөмкинлектәр асылды, улар донъяға икенселәй...
Ирекмән йылы старт алды 16-02-2018, 13:47 / ---

Ирекмән йылы старт алды

Рәсәйҙә 2018 йыл Ирекмән йылы тип иғлан ителде. Был турала “Рәсәй ирекмәне-2017” федераль премияһын тапшырыу тантанаһында ил Президенты Владимир Путин белдергәйне. Республикала 2018 йыл - Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, “волонтерлыҡ хәрәкәте”, “ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу“ төшөнсәләре бер-береһен тулыландыра. “Ғаилә именлеге, йәмғиәтебеҙҙең ячейкаһын үҫтереү өсөн даими эшләргә кәрәк. Шул ваҡытта ғына йыл йомғаҡтары буйынса файҙа алырбыҙ һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшербеҙ. Ә әлегә бының өсөн эшләргә кәрәк”, - тип билдәләне республика Башлығы....
Йомғаҡ яһалды, бурыстар билдәләнде 16-02-2018, 13:46 / Социаль ѳлкә

Йомғаҡ яһалды, бурыстар билдәләнде

Муниципаль район хакимиәтендә район Советы сессияһы ултырышы үтте. Унда үткән йылға йомғаҡ яһалды, 2018 йылға яңы бурыстар билдәләнде. Сессияла Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаты Юрий Щевелев, республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Салауат Бәхтиәров, Башҡортостан хакимиәтенең муниципаль берәмектәр менән бәйләнеш буйынса идаралыҡтың урындағы үҙидаралыҡ органдары менән эшләү бүлегенең баш кәңәшсеһе Ирек Ғәлиәкбәров ҡатнашты. Ултырыш кѳнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү менән башланып китте. Район Советы рәйесе Дилә Рәшит ҡыҙы Хәмзина сығышында үткән йылға йомғаҡ...
Йөрәктәрҙән йөрәктәргә 16-02-2018, 13:45 / ---

Йөрәктәрҙән йөрәктәргә

Һәр бер ҡәләм тирбәтеүсе ѳсѳн ижад емештәре тупланған китабын ҡулға алыу оло шатлыҡ, сѳнки уның эсендәге һәр бер юлда авторҙың күңеленән сыҡҡан һүҙҙәр ята. Бигерәк тә беренсе ижад йыйынтығын ҡулға алғанда әҙәбиәт тигән оло донъяға килеп ингән шағир йәки яҙыусы тетрәнеү кисерәлер. Инйәр район мәҙәниәт йортонда Фәйрүзә Кинйәбаеваның Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән "Нәҫел ебе - шәжәрәм", "Көҙҙәргә яғам ялҡын" һәм Әлиә Саматованың "Баҫҡыста" китаптарының исем туйы үтте....
“Журналист булырға теләйем” 16-02-2018, 13:42 / Мәғариф

“Журналист булырға теләйем”

Ҡаланың 21-се мәктәбендә рус телендә уҡытылған мәктәптәрҙә уҡыған башҡорт балалары араһында “Мин журналист булырға теләйем” тигән муниципаль конкурс үткәрелде. Конкурстың баһалама комиссияһына мәғариф идаралығының методисы Лариса Әхмәтшина, 21-се мәктәптең директор урынбаҫары, башҡорт теле уҡытыусыһы Сулпан Уйылданова, башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсибәр Шакирова, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова, Дауыт Юлтый исемендәге модель китапхана етәксеһе Флүрә Шакирова, Яныбай Хамматов премияһы лауреаты, журналист Фәриха Вәлиуллина инде. Конкурсты оҫта, ентекле, тасуири итеп 21-се...